Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға...
Ҡыҙ баланы ҡыуандырыу тигән ғөрөф-ғәҙәт башҡорт ғәиләләрендә борондан килә.Уларға тыуғас та һаулыҡ, бәхет, тәүфиҡ теләгәндәр.Ҡәҙерләп-һөйөп үҫтергәндәр.Ҡыҙ бала буй етһә кейәүгә китәсәге тураһында аңына һеңдереп, инселәп бирнә һандығы эшләткәндәр. Ризыҡтан да иң элек өлөштө ҡыҙ балаға бүлгәндәр.Ҡиммәтле биҙәүестәр, матур кейемдәр бүләк итергә тырышҡандар. Улар өсөн генә кис ултырыу, аулаҡ өйҙәр, серҙәш әхирәттәр, еңгәләр менән аралашыу ойошторолған. Изге теләктәр, үҙ бәхетен табып, төшкән еренә таштай батыуын теләгәндәр.Бала саҡтан, тормошта кәрәк буласаҡ ҡул эштәренә, бешереү-төшөрөү, тәрбиә-тәртипкә, олон
...
Читать дальше »