Суббота
27.04.24
14:09
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 331
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 2
    Гостей: 2
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Сәләмәт ауыл - 4 бит

    • Беҙҙең ауыл аша ҙур ғына автотрасса үтә. Яҡшы яҡтары менән бергә был трассаның ауылға ҡурҡыныс яҡтары ла етерлек...

    Ауыл халҡы ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла үҙе етештергән ауыл хужалығы нәмәләрен юл янына сығарып һатырға тырыша. Төрлө күңелһеҙ хәлдәр булыуынан аралау, ауыл халҡына ярҙам  маҡсатында 21 июнь көндө ауылда Баҙар майҙансығы асылды. Майҙан Венера магазины янында юлдан ситтәрәк урын алды. Көпләнгән заманса һатыу урынын ауыл старостаһы  Ауыл Советы депутаты Баҡыев Вәкил Әнәс улы эшләтте һәм урынлаштырҙы. Быйылғы Сәләмәт ауыл конкурсына бик ҙур бүләк булды был! 

     

     

     

     

    Ауылыбыҙҙа Сәләмәт ауыл программаһының бер өлөшө булараҡ, ара-ырыуҙаштарҙың теләктәшлек -тырышлыҡ һөҙөмтәһе булып, ауылыбыҙҙың Көбөләр араһы йыйыны гөрләп үтеп китте.

    Ара йыйыны ғына булыуға ҡарамаҫтан көбөләр шундай итеп дөргөн дөмбөрләп осрашыуҙарын ойоштороп-уҙғарып ебәрҙеләр, ҡайһы бер ауыл осрашыуҙары көнләшерлек булды!

    Мәҫәлән, ҡаҙмаштар 50 йыллыҡҡа йыйған йыйынынан көбөләр  күберәк тә, әҙерлеклерәк тә, ихласыраҡ та булдылар, биллаһи! Улар хатта ошо йыйын көнөн, урынын мәрмәрташҡа билдәләп ҡуйырға ла онотманылар! Ҡайсаҡта ихласлыҡ официаллыҡты уҙҙыра шул ул!

    Ошо йыйын күренештәрен бер аҙ сағылтып уҙырға булдым...

     

     

    Көҙ уңыштары менән ҡыуандырып торһон тиһәң, йәй көндәрендә ихлас югереү кәрәк икәнен ауыл кешеһе яҡшы белә инде ул...

    Ошо уңыштарҙың береһе булып йәй буйы йорт янында ҡош-ҡорт аҫрап, ҡышҡа туҡлыҡлы тәмле ит менән өҫтәлеңде тулы, бала-сағаңдың туҡ булыуын тәъмин итеүҙе күрһәтеүсе, күрше-күләндәрең менән бер-береңдең уңышына шатланышыуын-ҡыуаныуын сағылдырыусы Ҡаҙ өмәләре тора. Ҡаҙ өмәһен октябрь айының башында ауылыбыҙҙа бик күп ғаиләләр үткәреп ебәрҙе инде. Тик...был ваҡытта күпселегендә өмә йәме булып...ӨЙРӘКТӘР торҙо инде... Барыбер ҙур хеҙмәт көсө талап итеп үҫтерелеүсе ҡоштар бит инде...

    Ошондай өмә бер-бер артлы Һибәтов Айбулат һәм Айгөлдөң, Ҡорбанғәлина Хәмирә һәм Сәбиләнең, Шәүрә һәм Йәүҙәт Һибәтовтарҙың ихаталарында гөрләп үтеп китте. Ут күршеләр бер - береһенә ярҙамлашып, матур итеп үткәреп ебәрҙеләр.

                          


                          


                         


                         

     

                         

                          

    Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе:

     

    На следующую страницу сайта