Вторник
19.03.24
13:10
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 331
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Атамалар тарихы

    Топонимические названия вокруг деревни Рыскужино.
     
    Рысҡужа ауылы ауыл элек был урынынан бер нисә саҡрым Ҡыҙыл йылғаһы буйлап түбәндә, хәҙер Иҫке урын тип йөрөтөлгән урында урынлашҡан һәм Субан исемен йөрөткән. 1740 йылғы Ҡараһаҡал яуынан һуң ауыл батша карателдәре тарафынан яндырыла. Халыҡ Рысҡужа исемле ауылдаштары етәкселегендә хәҙерге ауыл урынына барып урынлаша. Ауыл Рысҡужа исемен йөрөтә башлай.
    1. Ағуй - ауылдың төнъяҡ өлөшөнән көнбайыштан Бабаш тауы түбәләре менән сикләнгән оҙон ғына үҙәк, уй. Яҙ был уйҙан ауылға көслө ташҡын ағып төшә. Уйҙың ике яғы ла аҡ ташлы (мәрмәр), шуға ла Аҡ уй, йәғни Ағуй, тип атала.Был топоним башҡа ауылдарҙа ла киң таралған һәм ошо уҡ мәғәнәлә йөрөй.
    2. Алаша - ауылдан 4-5 саҡрым тирәһе алыҫта, көнсығышта, Ҡырҡтының көнбайышынан ярышлап көньяҡҡа табан ағыусы шишмә, йылға. Оло Ҡыҙылға Тирмән ауылы янында ҡушыла.
    3. Аратау - Был тау ауылдан 1 - 2 саҡрым тирәһендә төнъяҡ - көнсығышта  ике тау араһында ҡыҫылып ята, шуғалыр инде Ара-тау, тип атағандар.
    4. Арал - Ҡырҙас йылғаһы Оло Ҡыҙылға ҡушылыр алдынан икегә бүленеп аға һәм арала матур ғына утрау барлыҡҡа килтерә. Ошо ерҙе Арал, тип атағандар.
    5. Бабаш тауы - ауыл янында, көнбайышта бер нисә убанан тороусы текә тау теҙмәһе шулай атала.   Оло Бабаш ошо текә убаларҙың иң бейеге. "Башлы-башлы" тау тигәндән килеп сыҡҡан, тип әйтәләр. Ауыл янында иң яҡын ҡалҡыу, матур тау булғанға "Был баш  тау" тигәндән килеп сыҡҡан тигән вариант та бар.
       
    6. Бейәосҡан - Ауылдан 3 - 4 саҡрым тирәһе төнъяҡта, Ырғайҙы йылғаһының уң ярында тороусы ҡаяны шулай атайҙар. Борон бер кешенең бейәһен бүреләр ошонан ҡыуып килтереп осорған, тиҙәр.
    7.   Беренсе түбә, икенсе түбә, өсөнсө түбә - Бабаш тауының бер-береһенә оҡшап торған, ауылдан төнъяҡҡа табан урынлашҡан ҡайынлы түбәләре, ауылдан алыҫлығына ҡарап беренсе, икенсе, өсөнсө түбәләр тип һанап йөрөтөләләр.
    8. Ғәбит сабыны - ауылдан 4 саҡрым тирәһе төнъяҡ-көнсығыш яҡта, Хәлимүлгән, Заһрый ашаһында урынлашҡан сабынлыҡ, кеше исеменән алынған.
    9. Ғиләж сабыны - тумыртҡалар араһынан булған Рысҡужа ауылы  кешеһе Ғиләж исеме менән аталған сабынлыҡ.
    10. Дирен, дирен һырты -ауылдан төнъяҡта Бейәосҡанға етмәҫ борон, Ҡолой тауы аръяғында ятыусы урын. 1894 йылғы Хөснөтдинова Нуриямал Гилман ҡыҙы һөйләп ҡалдырған: "Борон Ҡолой тауының көнсығыш битләүендә селек араһында урынлашҡан таш-ҡаялар араһында ҡасҡын йәшәгән. Ул үҙе йәшәгән урынды, өңдө тире-һары менән ҡаплап кеше күҙенән йәшергән булған. Ошо ерҙе халыҡ "Тире-өң" тип атай башлай, аҙаҡ "Дирен" топонимына әйләнеп киткән. Дирен һыртында ауылдаштарҙың сабынлыҡтары урынлашҡан.
    11. Дауытбай ташы - Дауыт ауылына нигеҙ һалыусы старшина Дауытбай Сәфәров исеменән, был урын да, бындағы таш та шулай атала, был урын уның көҙгө йорто булған, тиҙәр.
    12. Заhрый үҙәге - был урын Ырғайҙы йылғаһының һул ярындағы тауҙың үҙәге, ауылдан йылға үренә ҡарай 4 саҡрым тирәһе төнъяҡта ята, ошо урында алтын йыуыусы Заһретдин исемле кеше исеменән алынған.
    13. Зыярат үре - ауыл зыяраты янында ҡырҡтыға күтәрелә башлаусы оҙон үр.
    14. Иҫке урын - Субан ауылының элекке урыны, ауыл карательдәр тарафынан яндырылғас халыҡ Рысҡужа исемле яңы ауыл һалып сыға.Был урын Оло Ҡыҙыл буйлап 4 саҡрым тирәһе түбәндә урынлашҡан.
    15. Илсен - ауыл кешеһенең исеменән алынған булырға тейеш.
    16. Исхаk kарагасы -  ауылдың төнъяғында тигеҙлектә тороусы меңйәшәр ҡарағас. Француз яуы батыры Исхаҡ исеменән аталған булырға тейеш. Был ҡарағастың 2009 - 2010 йылдарҙа ботаҡтары һынып төштө, хәҙер  олоно ғына ҡалып бара.  
    17. Йәмиәт - был урын Көнтеймәҫ тауы артында урынлашҡан. Бында борон хапыҡ йыйындары булған, ошонан, "Йәмәғәт"  һүҙенән алынған булырға тейеш, тиҙәр.
    18.   Йотkос - был ауылдан  бер саҡрым тирәһе төнъяҡта, Сумған тауының аҫтында булған мәмерйә. Был тау ҡыуышына Ырғайҙы йылғаһын ҡыш көнө ауылды шәре баҫмаһын өсөн йүнәлтеп ағыҙып ебәрәләр.
    19.   Көнтеймәҫ - Тирфет тауының ауылға ҡараған текә төнъяҡ өлөшө. Бында, ҡарағаслы битләүгә ҡояш төшмәй. Бындағы ҡар иң аҙаҡ, Урал ҡары менән бергә иреп бөтә.
    20.   Ҡарағас - ауыл янында, Бабаштың ауыл яҡ битендә, ауылдың  матур бер иҫтәлекле биҙәге булып торған яңғыҙ ҡарағас ағасын ошо атама менән атайҙар. Ауылдан ситтә йәшәүсе ауылдаштар ошо ҡарағас ағасы, ауылыбыҙҙың бер биҙәге булып, гел һағындырып иҫкә төшә, тиҙәр.
    21. Ҡаран шишмәhе - ауылдың көнсығышында, ә хәҙер ауыл аша ағыусы шишмә, Оло Ҡыҙылға ҡоя. был топоним башҡорт ауылдарында күп таралған. Ҡышын туңмаусы йылғаларға, шишмәләргә ҡарата әйтелә. Был шишмә лә сыҡҡан ерендә туңмай. Шишмә ярышлап ағыусы тау Ҡаран тауы тип атала. Был тауҙар икәү: бейеген Оло Ҡаран тауы, бәләкәйен Бәләкәй Ҡаран тауы тиҙәр.
    22. Ҡырҡты тауы - был тау теҙмәһе Ирәндек һырттарын ике өлөшкә бүлеп ята. Ауылдың көнсығышында булып, Асҡар ауылы менән Рысҡужа араһында  айырып "ҡырҡып" ята.
    23. Ҡырҙас тамағы - был урында Ҡырҙас йылғаһы Оло Ҡыҙылға килеп ҡушыла, ауылдан Ҡыҙыл буйлап түбәнгә бер нисә саҡрымда ята.
    24. Ҡолой тауы -  ауыл кешеһенең исеменән алынған, Ырғайҙы буйлап өҫкә күтәрелгәндә ауылдан 2 саҡрымда төнъяҡта, Сумған тауы артында ятыусы бейек тау.
    25. Ҡарағай ек - ?  
    26. Ҡолkас kырkтыhы -  был урындан Ҡырҡты тауы аша юл Ҡолоҡас ауылына барып сыға, шуға ла шулай аталған. Ошо мәғәнәлә Субан (Рысҡужа) Ҡырҡтыһы, Үтәгән Ҡырҡтыһы һ.б. бар.
    27. Ҡырҙас йылғаһы - был йылға Ҡырҙас ауылы янынан башлана һәм Оло Ҡыҙыл йылғаһына ҡоя.
    28. Ҡолама яр -  был атама күп кенә башҡорт ауылдарына хас атама. Бик текә яр булған юл, был ерҙә гел генә йөктәр ауыр булған, хәҙер йәйәүле генә үтә ала.
    29. Мулла тауы - бер легенда буйынса был тау итәгендә мулла ерләнгән, икенсе легенда буйынса был тау итәгендә борон муллалар йыйылып ауыл хөрмәтенә аят уҡығандар, өсөнсө вариант - боронғо ғәрәпсә зыярат һүҙен аңлата - ошо тау итәгендә ауыл зыяраты урынлашҡан.
    30. Мәсет тауы - был тау буйында борон Субан ауылының мәсете булған, был урында хәҙер ҙә мәсеттең таштары күренеп ята. Был урын Рысҡужа ауылынан  2- 3 саҡрым көньяҡта ята. Боронғо Субан ауылы урынынан алыҫ түгел.
    31. Оло кисеү -  был кисеү Ырғайҙы йылғаһы буйлап ауылдан 2 саҡрым тирәһе өҫтәрәк ята. Был кисеүҙән Сумған тауы артына, Ҡолой тауы янына барып сығырға була. Был ерҙә борон ауылдың Көҙгө йорто булған, тиҙәр.
    32. Осоk hаҙы - был урын Рысҡужанан Ҡаҙмаш ауылы яғына кисеү аша Ҡыҙылды сыҡҡас сыбыҡ күпере тигән ергә яҡын алға сығып торған ерек һәм  муйыл ағастарынан торған һаҙ ул. Борон был урын бик батҡаҡ булған, ат йөгө менән сығыуы бик ауыр булған, халыҡ ошо һаҙ осоҡланған, сихырланған, ә һаҙ эсендә ендәр йәшәй, тип уйлаған.
    33. Оҙонкүл - Бабаш тауы аҫтындағы һаҙға киптереү үткәргәс бында күп кенә күлдәр кибеп юҡҡа сыҡҡан, был күл бик бәләкәсәйгән, хәҙер күләүек кенә хәлендә ҡалған, ләкин ҡоромай һаман да һаҡланған. Ул оҙонса формала, шуға ла исеме шулай атала.
    34. Опасный үҙәк - был үҙәк Асҡар ауылына Ҡырҡты аша юл буйында ята. Был ерҙә бер кешенең кәбәне булған, ат менән йөрөүсе халыҡ кәбәндән гел бесән йолҡҡолап алғылап торған. Кешеләр теймәһен типтер инде, был кеше кәбән кәртәһенә "Опасно - заминировано" тигән яҙыу ҡуйған. Ошо яҙыу ярҙам иткәнмелер, юҡмы, ә урынға исем инеп ҡалған.   
    35. Рәхилә kолаған - был урын хәҙерге газүткәргес буйында, Ялануй буйынан Ырғайҙыға аша сыҡҡан бейек юл үткән урын. Был юл йырынлы, текә. Бында борон бер Рәхилә исемле ҡатын ҡолаған, тиҙәр.
    36. Рәhемкэй тауы Рысҡужанан ярты сакрым самаhы конъяк консығышта әбей уяhы аша Ҡызыл йылғаhының hyл як ярынан килеп ҡойған шишмә Рәһемкәй шишмәһе тип атала. Һыуы саф, утә күренмәле, таҙа. Рәһемкәй шишмәһе сығып аҡҡан тауҙы  Рәһемкәй тауы тип атайҙар.
    37.   Сумған тауы - был ауылдың төнъяғында ятҡан тау аҫтындағы тау ҡыуышына Ырғайҙы йылғаһы килеп сума, шуға ла был тау шулай атала.
    38. Сәмиккүл - был күл ауылға яҡын ғына ята, Оло Ҡыҙыл аръяғында ғына. Ҡасандыр был күл янында Сәми (Сәмиғулла) исемле ауыл кешеһе йәшәгән.
    39. Сыбыҡ күпере - был урын Ҡыҙылды Ҡаҙмаш яғына ҡарай сыҡҡас ята, элек бик батҡаҡлы булған, ат йөгөн сығарыу өсөн юлға сыбыҡ-сабыҡ ҡырҡып ташлағандар, сыбыҡтан күпер эшләгәндәр. Ошонан исеме лә килеп сыҡҡан.
    40. Сөгөн ярылган - ?
    41. Сөрөлмәк - был урын Яртыбашты үткәс Алаша йылғаһы яғына тау аша төшә торған үр. Бында түбәндә бер бәләкәй генә шишмә ағып ята, күп йылдарҙа йәй көндәрендә ҡорой. Ошо шишмә тауышынан,  сөрөлдәп ағыуынан, атағандар был урынды. 
    42. Саңдау -  был көтөүҙә мал төшкө ялға туҡтаған урын, Алаша йылғаһы буйында урынлашҡан.
    43. Таш мейес - Бейә осҡанға Ырғайҙы аша, Заһрый тауының аҫтында юл буйында булған тәбиғәт ҡомартҡыһы, мейескә оҡшап тәбиғи өйөлгән таш.
    44. Тоkан - был урын Тирмән ауылын үтеп Асҡар яғына киткәндә һулда ятып ҡала. Хәҙерге ваҡытта уның эргәһенә ял итеү урыны, юлға туҡталҡа эшләп ҡуйҙылар. Был урын Рысҡужаның ере, ул ике тау араһына инеп киткән үтә сығып булмай торған тоҡанлы урын, шуға ла шулай атала.
    45. Тигеҙ таш - исеме үк аңлатып тора - ни өсөн был урын шулай аталғанлығын.
    46. Тәрән ятыу - бында Оло Ҡыҙыл йылғаһында тәрән урын булған. Ауыл халҡы был ятыуҙа һыу төшөргә, малайҙар ат йөҙҙөрөргә  яратҡан.
    47. Тирмән тауы, Тирмән ятыуы -  был урында элек һыу Тирмәне булған, шуға ла эргәләге тауҙы ла шулай атағандар.
    48. Тирфет тауы - был тау ауылдың көньяғында, Ҡыҙыл йылғаһының аръяғында ята, был тауға Ҡояш төшә һалмай һәм ауылдан ҡарағанда тау мал тиҙәге - тиреҫ менән ҡапланған кеүек кңренгән. Тәүҙә "Тиреҫ бит" , ә аҙаҡ - "Тирфет"кә әйләнеп киткән, тиҙәр.  Икенсе варианты:   был Көнтеймәҫ тауының көнсығыш осондағы өлөшө. Тирфет һүҙе "тирҫбит" һүҙенөн килеп сыҡҡан, йәғни ҡояш төшмәгән  яғы,  тиҫкәре бит, - тигәнде аңлата.
    49. Тәрән үзәк - был урын ауылдан бер нисә саҡрымда, Бабаш тауы башынан барыусы юл Оло Бабаш артынан Амангилдегә табан боролғас урынлашҡан тәрән бер үҙәккә әйтәләр.Ошо үҙәкте төшкәс инде Бабаш аҫты туғайы буйлап Амангилде ауылына күп тә ҡалмай.
    50. Тегәнәк төп - Бабаш аҫты туғайы буйлап Амангилде ауылы ерҙәре сигенә барып еткәс, Рысҡужа менән Амангилде ере сиген айырып ятыусы төбәккә дегәнәктәр күп булғанғамылыр - был исем бирелеп ҡалған.
    51. Ташъяр үзәге - был текә ярлы юлды ат йөгө менән үтеүе бик ҡыйын булған, шуға ла "Таш яр" тип атала.
    52. Урта тубә - төрлө яҡтан асыҡ менән уратылып, алға сығып торған ҡайын ағасытан торған түбәне шулай атағандар. Был түбә бер яҡтан Терһәк ҡайын алды асығы, икенсе яҡтан Ялануй асығы менән сикләнә, ауылдың төнъяғында, газүткәргес аръяғында  ята.
    53. Үле Ҡызыл -  Оло Ҡыҙылдың элекке йырҙаһы, хәҙер аҡмай, ләкин һыу менән тулып ята, шуға ла "Үле" атамаһы килеп ингән.
    54. Үтәгән кисеүе -  Ырғайҙы йылғаһының ауылдан 5 саҡрым өҫтә булған ҙур ғына кисеүе. Был юлдан элек Үтәгән ауылы халҡы Ҡырҡтытау аша Асҡарға йөрөгән.
    55. Хәлимүлгән -  был  ауылдан төнъяҡ-көнсығышта 4 саҡрымдарҙа  ятыусы бейек тау - Энде тауға тоташып тиерлек ята. Был ерҙә борон бер Хәлим исемле ҡаҙаҡ ат ҡарағын үлтергәндәр, тиҙәр.
    56.   Һарыҡ осҡан - бер йәшенле ямғыр ваҡытында был ҡаянан бер көтөү һарыҡ ҡолап - ырғып бөткән. Был ҡая ауылдан 7-8 саҡрым төнъяҡта, Ҡырҡтытауҙың бер ҡаяһы булып тора. Был тау башынан тирә-яҡта бик күп ауылдар күренә. 
    57. Һупай тауы - был тау алыҫтан күренеп"hупайып ултыра", шуға ла был исем ҡушылған, ауылдың төнъяғында 5 саҡрымдарҙа ята. Борон был тау ҡарауыл-тау ролен үтәгән, тиҙәр.
    58. Һарналы тауы - был тау ауылдан алыҫ түгел - ике саҡрым тирәһе көнсығышта ята. Был тауҙа һарна тамыры күп булған һәм ауыл халҡын аслыҡ йылдарында ҡотҡарып алып ҡалған, тиҙәр.
    59. Ыргайҙы йылғаhы - ауыл аша ағыусы, ауылдан ун саҡрым тирәһе төнъяҡта башланыусы йылға, ауыл янында Оло Ҡыҙылға ҡоя. Вариант: ағымы шәп тиҙлектә булғанға "Ырғып" аға, ошонан инде был йылға ошо атама менән аталған. "Ургаза"  исеменән алынған, тигән вариант та бар.
    60. Ыргайҙы утары - был урын ауылдан 5 саҡрым Ырғайҙы йылғаһы буйлап өҫтә урынлашҡан. 1800 йылдарҙың һуңғы тиҫтәһенә тиклем ошо йылға буйында татар миллиардерҙары Шакир менән Закир Рәмиевтар алтын приискыһын тотҡандар. Аҙаҡ, 1930 йылдарҙа, алтын эше яңынан тергеҙелә. Был урында бәләкәй генә ауыл - утар барлыҡҡа килә. Бында землянкаларҙа, бәләкәй генә йорттарҙа старателдәр ғаиләләре йәшәгән. 1949 йылда алтын эше туҡтатыла һәм халыҡ таралып бөтә. Был урында хөҙер алтын йыуыусыларҙың балалары тарафынан ҡуйылған һәйкәл тора.
    61. Әбей  уяhы - был урын ауылдан саҡрым самаһы көньяҡта, Оло Ҡыҙыл буйына яҡын урынлашҡан, Ҡаран тауының йылғаға барып еткән сигендә урынлашҡан. Бында борон кешеләр йәшәп киткән, ә бер оло әбей йәшәп ҡалған, тиҙәр.
    62. Эре тумар - был ер Һарналы тауы башында урынлашҡан, бында юл янында эре тумарлы күләүек бар. Ошо күләүектән бәләкәй генә шишмә сығып, яҙ көндәрендә үҙәк буйлап Ҡыҙыл яғына ағып төшә.
    63. Энде тау -   "Энле тау" -  "Өңлө тау", тауҙа йәнлек өңдәре  күп булыуына ишаралай. Был тау ауылдан  4 саҡрым тирәһе төнъяҡта урынлашҡан.
    64. Яртыбаш - был урын ауылдан 2 саҡрым тирәһе көнсығышта ята. Ике яҡтан да бейек тауҙар ята, ә был тау был тауҙарҙың яртыһын ғына алып тора,  шуға ла был түбә ошо атама менән атала.
    65. Янғантау - был тауҙа ҡасандыр көслө янғын булып үткән, тау оҙаҡ ваҡыт ҡарайып ятҡан, шул янғын тауға исем биргән.
       
    Топонимические названия собраны и систематизированы  учителем истории Амангильдинской средней школы Яхиным Римом Нурмухаметовичем, жителем нашей деревни. Информаторами по топонимическим названиям были: Аскаров Н.Ш., Хибатов С.К., Хибатова Ф.К.,  Абдуллин Б.Н.,   и другие  жители деревни. Еще некоторые названия еще остались нераскрытыми. Просим жителей деревни помочь раскрыть содержание этих топонимических названий. Надеемся на плодотворное сотрудничество!