| Пятница 25.05.12 18:43 |
Приветствую Вас Гость Главная | Регистрация | Вход | RSS |
||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Сайт деревни РыскужиноАйhылыу Хәсәнова ижадынан![]() Айсылу Хасанова родилась в многодетной семье ветерана войны Габделхая Фаизова из деревни Утяганово Абзелиловского района. Начала писать свои первые стихи еще будучи ученицей в Сибайском школе-интернате. Вышла замуж за жителя деревни Рыскужино Галимьяна Хасанова, они воспитали пятерых детей. Все их дети кроме младшего, который еще учится в профтехучилище, уже нашли свои места в жизни. Айсылу пишет стихи на разные темы, здесь мы постараемся показать некоторые из них...
Тереһыуҙы тапһам әгәр… ![]() Теүәлләнһә барса эштәр,
Сорнап алһа кисерештәр, Менеп тауҙың башҡайына, Тирә-яҡты байҡайым да Уйлап ҡуям гел бер уйҙы: Тапһам әгәр тереһыуҙы Бөркөр инем ергенәмә, Ергенәмә, бергенәмә. Телгеләнгән ҡырҡҡа йәне, Бүлгеләнеп бөткән тәне, Урман, һыуын, тау, яланын Һин таланың, мин таланым. Шул ерҙәрҙән үткем килә, Тереһыуҙы бөрккөм килә: Аҡтарылған ташлыҡтарға, Баҫыуҙағы ашлыҡтарға, Күккә - һабантурғайҙарға, Һыу буйҙары, туғайҙарға, Һирәгәйгән урмандарға, Мал тапаған болондарға, Һибер инем йырындарға, Ҡотһоҙланған урындарға. Томбойоҡһоҙ тоноҡ күлгә, Сәскә атмаҫ ҡыҫыр гөлгә Тереһыуҙы бөрккөм килә, Тереһыуҙы бөрккөм килә, Эҙләп уны киткем килә, Барсаһына һипкем килә. Заманғынам борон түгел, Әкиәт һөйләр урын түгел, Батыр түгел исем-атым, Юҡ ҡанатлы Аҡбуҙатым, Юҡ ҡөҙрәтем, юҡ көсөм дә, Тик бер уй минең эсемдә: Тереһыуҙы тапһам әгәр, Уны уртлап ҡапһам әгәр, Бер минут та тотмайынса, Тамсыһын да йотмайынса, Бөркөр инем ергенәмә, Ергенәмә, бер генәмә. Әсәйем бар.
Ҡасан ғына әсәй Һылыу, көслө ине. Мәңге һүнмәҫ, балҡыр Ҡояш төҫлө ине. Хәҙер минең янда Шиңеп, сүгеп ҡалған. Гүйә шытым биреп Елдә кипкән ҡаулан. -Хәлең нисек, - тиһәң
Яуап бирә түҙем: -Шөкөр, шәпмен әле, Йөрөп ятам үҙем. Уның менән бергә
-Шөкөр, шөкөр, - тинем. Яҡты ҡояш һымаҡ Әсәйем бар минең. Әсәйем бар
Үрнәк итеп ҡуйып һәр саҡ Атайымдың һәммә эшен. Етемлеккә төшөрмәйсә, Ҡурсып алып ҡалған кешем, Баһалаусы атам хаҡын. Хөрмәтләүсе исем-атын, Уның яҡты иҫтәлеген Һаҡлап тоғро ҡалған ҡатын - Әсәйем бар. Һөйөү наҙын Өләшеп һәр балаһына, Атай рухын дауа итеп Япты күңел яраһына. - - - - - - - - - - - - - - - -
Ағын һыуҙай ғүмер үтә.
Булаһылар булған инде,
Булаһылар булған инде
Буяуҙары уңған инде...
Барыһы ла булған инде...
Ғүмер юлын матур уҙҙым.
Өмөтөмдө өҙгәнем юҡ,
Сырағы ҡырҡ ҡатын-ҡыҙҙың.
Ҡартайырға йыйынмайым,
Ун һигеҙҙә кеүек йөрәк.
Артҡа түгел алға ҡарап
Заман менән йәшәр кәрәк.
Өләсәйем, әсәм, апайым.
Рәхмәтлемен, мәңге рәхмәтлемен
Өләсәйгә, әсәй, апайға.
Улар миңә рух ныҡлығы биреп
Йәнәшәмдән генә атлайҙар.
Бер үҙемә шулай өс кешенең
Һөйөүҙәрен, наҙын аламын.
Улар барҙа бәп-бәләкәй генә,
Иркәләрҙән-иркә баламын.
Яурыныма ҡунған өс фәрештәм -
Өләсәйем, әсәм, апайым.
Һеҙҙән үрнәк алып, илһамланып
Тормош һуҡмағынан атлайым.
Өләсәйем, әсәм, апайым.
Еләклек
![]() Тау буйында ҡыҙыл еләклек,
Еләклеккә килеп эләктек.
Нурға төрөп үлән араһын,
Ҡамаштырып күҙҙең ҡараһын
Еләктәре бешеп эйелгән,
Ҡыҙыл балаҫ булып йәйелгән.
Сихәт булып йәнгә-тәндәргә,
Насип булһын бергә тәмләргә.
Тырыз тулды, ҡайтыр мәл инде,
Ташлап ҡайтыуҙары йәл инде...
Йырауға
(Булат ҡустыма)
Быға тиклем ниңә белмәгәнмен
"Абдрахман" да тигән йыр барын.
Уны ишеткәндән бар булмышым,
Өҙөлөп тә ҡала тын-һулышым,
Тыңлап туймай башҡорт йырҙарын.
Әһәңле лә тауыш моң эйәһе,
Яурыныңдан тапап бер һөйәһе
Мең рәхмәтле һиңә күңелем.
"Абдрахман"ды йырлап уйландырыр
Һинең кеүек йырау түгелмен,
Аһ, ниңә мин дә йырау түгелмен...
Халыҡ йырҙарының юҡ бәйәһе.
Әһәңле лә тауыш, моң эйәһе
Мең рәхмәтле һиңә күңелем!
Йырға ғашиҡ иттең күңелде,
Һандуғастай моңоң түгелде...
Апһыныма
Оло еңгә булдым килендәшкә.
Ғүмерлеккә бергә апһындар.
Бәхет шишмәләре сылтыр-сылтыр
Йәнәш кенә тыныс аҡһындар...
Донъя йөгө күпме баҫҡанда ла
Бирешерлек түгел апһыным.
Бер ҡараһаң, шундай алыҫ кеүек,
Бер ҡараһаң - шундай яҡыным!
Араларҙан ниндәй елдәр иҫмәҫ
Тик булмаһын күңел тарлығы.
Яҙмышымдың бәлки бүләгелер -
Апһынымдың янда барлығы.
- - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - -
Килен булдым сит-ят ергә,
Аяҡ баҫтым ҡәйнәм тупһаһына.
Күбәләктәй янып - өтөлмәйсә
Төшһәм икән бәхет уртаһына.
Ҡәйнә тупһаһынан яралған, тип
Әйтәләр бит уңған килендәргә.
Ҡәйнә - килен берҙәй наҙын бирә
Шул тупһала тыуым - килемдәргә.
Хәтерләйем гел дә килен булып
Баҫҡан саҡты ҡәйнәм тупһаһына.
...Ейәнемде ҡулға алғас белдем -
Төшкәнмен мин бәхет уртаһына!
СИБАЙ Поэма.
Сибай ҡалаһына нигеҙ һалып, унда ташсы
булып эшләгән яҡташтарым
Хәлимә Мәһәҙиева, Нурия Ғәбитова (мәрхүмә)
апайҙарыма бағышлайым.
Әкрен иҫкән дала еле
Һыйпап үтте ҡылған башын.
Фатима ла һөйөп ҡуйҙы
Үҙе һалған нигеҙ ташын.
Был төш ине...
Фатиманың
Һағыштары баштан ашты,
Йәшлегенә ҡабат ҡайтһа,
Таныр кеүек һәр бер ташты.
…
Ойоп ятҡан бер ауылға
Ҡырҡтытауҙың итәгендә,
Уполномуч килеп төштө
Тыуыр көндөң иртәһендә.
-Йәш-елкенсәк кәрәк, тине,
Эшкә яллар өсөн килдем.
Сход йый бөгөн кәнсәгеҙҙә,
Был ҡушыуы тыуған илдең!
Бөйөк Октябрҙә еңеп
Власты ҡулға алған мәлдән,
Ирәндектең итәгендә,
Сибай кантон тыуған яҡта,
Таптыҡ ерҙән баҡыр-мәғдән!
Шул мәғдәнде эшкәртергә
Теләктәре булғандарҙы,
Килешеүгә ҡул ҡуйырға,
Саҡырамын уңғандарҙы.
Асасаҡбыҙ ҙур төҙөлөш,
Һаласаҡбыҙ матур йорттар.
…Ленин бабай нимә тигән?
Алға, алға! бик хуп дуҫтар!
…
Фатима ла ҡайтты өйгә
Килешеүҙе тотоп ҡулға:
-Бер әйләнеп ҡайтырмын, ти,
Килешеүем тик бер йылға.
Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ һигеҙҙең
Декабрь башы - ҡара һыуыҡ.
Бер ауылдан ун ҡыҙ бала
Сәфәр сыҡты, ылау ҡыуып.
…
Таҡта барак бик ҙур ғына
Һикеләрҙә һалам ятаҡ.
Тимер мейес гөрләп тарта,
Шарт-шорт яна ботаҡ сатаҡ.
Ҡыҙҙар йоҡлай арып-талып
Тимер мейес һуҙған көйгә.
Ҙур һауытта һыу ҡайнаған
- Барыһына етер сәйгә.
Өҫтә һырма, көпө салбар,
Төплө быйма, кейһәң бик ҙур-
Кәүҙәләрҙе йәмһеҙләгән.
Әммә ҡыҙҙар дәртле, матур,
Эшләп йәшәр өсөн килгән,
Түгел улар юлаусылар.
Көлөшәләр, шаяралар,
Һағышланып илаусы бар...
Һуғыштан һуң бик күп хеҙмәт
Ҡоролғайны ҡул көсөнә.
Йәштәр отҡор, таһыллана,
Эш яйына тиҙ төшөнә.
Йөк аттары, ҡул арбаһы,
Ҡулдарында көрәк-кәйлә.
Тик эш өсөн янды улар,
Белмәнеләр мәкер хәйлә.
Йәшәһә лә землянкала,
Таҡта барак, ҡыуыштарҙа-
Ил ни әйтһә шуға күнде,
Зарланыу юҡ, тауыштар ҙа.
…
Саша тигән егет көн дә
Килеп китә төҙөлөшкә.
Йәштәрҙең ул етәксеһе,
Ҡулы маһир төрлө эшкә.
- Саша-Сибай булам, тине,
Күреүемә шатмын һеҙҙе.
Үҙ туғанын күргән кеүек
Ихлас-алсаҡ һүҙҙәр теҙҙе:
- Мастер булам, бригадала
Эшләрбеҙ, ти, бергә-бергә.
Иртән һеҙҙе алып барам
Төҙөлөштәр барған ергә.
…
Сибай малай үкһеҙ етем
Әсәһенән ҡалды биштә.
Ике йылдан атаһы ла
Вафат булды ҡырҡ бер йәштә.
Атай алған үгәй әсә
Һуҡманы үҙ ҡулы менән,
Сибайға көн күрһәтмәне
Өс эйәрсән улы гелән.
Уға етмәй ҡалды һәр саҡ
Түшәк-юрған, мендәр-яҫтыҡ.
Ашъяулыҡта өлөшө юҡ.
Етем бала ситтә артыҡ.
Өс-дүрт айҙан үгәй әсә
Бүләк итте тағы ҡусты.
Сараһыҙҙан алйып уға
Артыҡбай, тип, исем ҡушты.
Балалар күп, ә ул яңғыҙ,
Өй эсе лә яңғыҙ ғына.
Әммә Сибай бик ҡыуанды
Ҡустыһының барлығына.
Бәүеткәндә көйләр булды:
-Беҙ бер туған, бер атайҙан.
Тик бәхете ҡыҫҡа булды
Айрылдылар алты айҙан.
Өйҙә аслыҡ хөкөм һөрә
Бик асыға бала-саға.
Сибайҙы ла урыҫ белеш
Малайлыҡҡа алды шуға.
Иртән иртүк Сибай менән
Улар алыҫ юлға сыға.
Үгәй әсә йәшен һөртә,
Сыр-сыу килә бала –саға.
Туры айғыр сыбыртҡыһыҙ
Елеп үтә ҡайтыр юлды.
Артыҡбайым ҡалды, тиеп
Сибай үкһеп илап алды.
…
Тау-урмандар араһында
Яр башында ята Ҡағы.
Йыртҡыс-йәнлек менән тулы
Ҡара урман тирә-яғы.
Тау-таш киҫеп ағып ятҡан
Йылғаһы ла Ҡағы икән.
Сит ерҙәрҙең һәр тәүлеге
Һағыш ҡатыш ҡайғы икән.
Ете йәштә Сибай малай
Тимерсегә ялсы булды.
Эшсән урыҫ һәр саҡ ғәҙел,
Тыңламаһаң , ҡамсы булды.
Урыҫ уға үҙҙәренсә
Саша тиеп исем ҡушты.
Утын ярып, һыуын ташып,
Тиҙәк түгеп сыҡты ҡышты
Отҡор малай, күп тә үтмәй
Аңлап алды урыҫ телен.
Ҡыштың оҙон кистәрендә
Белем бирҙе уға белеш.
Ҡыштар саҡсау һыуыҡ бында,
Ҡар-көрт баҫҡан тауҙар иле.
Дауыл-буран ҡупҡан саҡта
Һағындыра дала еле.
Ете йәштә бында килгәс,
Халыҡ һанын алыусыға
Минең улым, тиеп, белеш,
Кузнецов, тип, имза һуға.
Унан Саша Кузнецов, тип
Юллай тыуыу танытмаһын.
-Уҡытырмын, өйрәтермен,
Улым ғына, ялыҡмаһын.
…
Мин килгәндән хәҙергәсә
Күпме Ҡағы һыуы аҡты.
Тик бер генә күрһәм икән
Артыҡбайҙы, тыуған яҡты.
Бында ла яҙ йылы яҡтан,
Ҡайта икән сыйырсыҡтар.
Күҙәтәмен, самауырға
Өҫтәй-өҫтәй тубырсыҡтар.
Ә йәйҙәрҙең матурлығы…
Булмаҫ улай ожмахта ла.
Кәкүк, кәкүк аҫыл ҡошом,
Барһың икән был яҡта ла.
Әле генә төлкө күрҙем,
Ҡыуаҡлыҡҡа ҡасты ҡуян.
Үҙемде нәҡ Ирәндектә
Йөрөгәндәй тойоп ҡуям.
Тыуған яғым күк Ирәндек,
Үҙем – Ҡағы урыҫымын.
Кузнецовтар ғаиләһе
Күҙ төбәгән вариҫымын.
…
Һуғыштан һуң бында ҡайттым,
Артыҡбайҙы күрер өсөн.
Үҙ йәнемдә татып беләм
Туғанымды һағыныу көсөн.
Атайымдың нигеҙендә
Үгәй әсәй йәшәй хәҙер.
Өс уланы яуҙа ҡалған.
Минән уға хөрмәт-ҡәҙер.
Артыҡбайҙы мин киткәс тә
Бер әҙәмгә биргән икән.
Ә ул әҙәм бала менән
Әллә ҡайҙа күсеп киткән.
Таба алмай уны хәҙер.
Һыҙып-һыҡтап, әсәй, илай.
Зым-зыяға юҡҡа сыҡты
Артыҡбай ҙа тигән малай.
…
-Алып барм, тине, Сибай,
Һеҙҙе баҡыр сыҡҡан ергә.
Мөғжизәләр күрерһегеҙ
Йөҙөгөҙҙө ҡуйып елгә.
Карьер нәҡ тә оло ҡаҙан,
Тәрәнлеккә уйың етмәй.
Төпкә ҡәҙәр төшкән юлдар
Уралып та ятҡан ептәй.
Көнйылытҡыс ҡуңыҙ кеүек
Йөк тейәгән машиналар,
Бер –бер артлы ошо юлдан
Үргә табан ашығалар.
Карьерҙа бар сихри бер көс:
Тәрәнлеккә килә сумғы.
Унан алған тәҫораттар
Йөрәгеңә бирмәҫ тынғы.
Карьер астыҡ унда сыға
Баҡыр-көкөрт колчеданы.
Ерҙән мәғдән табыусының,
Уны ҡаҙып алыусының
Мәңгелеккө ҡалһын даны.
Тарихы бар бик боронғо
Арҡайымда, Таналыҡта
Бер һунарсы тоҙаҡ ҡорған
Өң алдында, аралыҡта.
Өң балсығы ҡып-ҡыҙыл, ти,
Баҡыр-көкөрт-тимер ҡатыш.
Шул балсыҡтан буяу яһап,
Ҡулланғандар тире буяп,
Тирмә биҙәп, һалып нағыш.
Мауыҡҡандар баҡыр менән,
Иреткәндәр шул дәүерҙән.
Петр батша заманында
Эҙләгәндәр ҡаҙып ерҙән.
Мең туғыҙ ҙа ун биштә ул
Шахталарҙан сығарыла.
Тик граждандар һуғышында
Тағы эштәр туҡтатыла...
Шул йылдарҙа тарихы бар
Руда иретеүсе Баймаҡ.
Йөк аттары, дөйә егеп
Ташығандар унда байтаҡ.
Ә 44-тә һуғыш өсөн
Сибайҙа ла иреткәндәр,
Һәм рудникте шул йылдарҙа
Ҡасаба, тип, йөрөткәндәр.
Мең туғыҙ ҙа ҡырҡ һигеҙҙә
Ил ҙур план ҡуя алға.
Баҡыр-көкөрт комбинаты
Төҙөп, эшен һалыу яйға.
Электростанция, рудник
Йорттар, юлдар төҙөү алда.
Гөл-баҡсалай ҡала төҙөү
Һеҙҙең менән беҙҙең ҡулда.
Фабрикаға ылау - ылау
Вагондарҙа килә руда.
Руда-ташты ваҡ киҫәккә
Машиналар онтай унда.
Бөйөк һуғыш осоронда
Туҡтаманы бында кәсеп.
Еңеүҙән һуң күпме халыҡ
Эшкә килде тағы күсеп.
Шул халыҡҡа йәшәр өсөн
Торлаҡ кәрәк, йорттар кәрәк.
Һәр ғаилә, һәр кешегә
Үҙ усағы, уттар кәрәк.
Беҙҙең дә бит көсөбөҙ бар
Был йорттарҙа, һәр нигеҙҙә.
Унда һалған таштар аҫыл,
Ныҡ төҙөнөк һәм тигеҙ ҙә.
Элеватор төҙөп бөттөк,
Гел һоҡланып ҡарап торам.
Илгә мәңге хеҙмәт итһен
Сал далала иң ҙур ҡорам.
Кинотеатр, уҡыу йорто,
Больницамы, йәки ятаҡ
– Беҙҙең хеҙмәт емештәре,
Эшләйһе эш әле байтаҡ.
Төйәләҫкәй талғын аға
Тирбәлдереп тал-сыбыҡты.
Иҫке Сибай эргәһендә
Яңы Сибай ҡалҡып сыҡты.
Сибай ҡала тип аталды
Мең туғыҙ йөҙ илле биштә.
Әле күпме төҙөйһө бар
Һынатмайыҡ беҙ ҙә эштә.
…
Иләҫ-миләҫ килә күңел
Яҙ, яҙ етте, үтте ҡыш та.
«Илама, ла Фатимам, ай…»
Кемдер йырлай ине тышта.
Сырҡ-сырҡ килеп көлә ҡыҙҙар.
Йыр тыңлайҙар. Тәҙрә асыҡ.
- Сибай йырлай, һиңә йырлай,
Фатимаҡай бар сыҡ, бар сыҡ!
- Яҙын кемдәр йырламаҫ ул,
Һөйләмәгеҙ, ҡыҙҙар, бушты.
Матур йырлай, тышта рәхәт,
Оҙаталыр, бәлки, ҡышты…
…
Эштәр гөрләй төҙөлөштә
Күтәргән юҡ эштән башты.
Һөйөп-наҙлап түшәй улар
Нигеҙ өсөн һәр бер ташты.
Ярыштарға саҡырыусы
Йыйылыштар шау-шыуҙары
Уңғандарҙы ҡотлай-ҡотлай
Алҡыштарҙың шашыуҙары.
Хәмер ҡолон эштән ҡыуыу,
Ҡыҫҡа уның хеҙмәт юлы.
Ҡазаланған эшсәндәргә
Бергә һуҙыу ярҙам ҡулы…
Дәрт-дармандар ташып тора
Гөрләп эшләп йөрөр мәлдәр.
Күҙ асып та йомғансы, аһ,
Кире яҡҡа китте хәлдәр.
Сибай хәҙер нисә йылдар
Фатиманы күҙләп йөрөй.
-Һине һөйәм, тип, әйтергә
Яйын-көйөн эҙләп йөрөй.
Нисә тапҡыр Фатимаға
Асмаҡ булды йөрәк серен.
Уны күрһә тел әйләнмәй,
Асылмай ҙа ҡуя ирен…
Дуҫ егеттәр әллә ҡасан
Өйләнделәр, парын табып.
Мәж киләләр ғаиләгә
Кәрәк-яраҡ, барын табып.
…Һағынғайны егет ҡыҙҙы,
Ҡараштарын, көлөүен дә.
Фажиғәгә тарынылар
Һуңғы тапҡыр килеүендә.
Ишетмәне, күрмәнеләр
Өҫкә ауған кирбес-ташты…
Онтай-онтай аяҡ-башты,
Тауҙай бейек өйөм баҫты…
…
Ауыл буйлап хәбәр йөрөй,
Осоп йөрөй атҡан уҡтай.
-Фатима, ти, ун йылдан һуң
Ҡайтып төшкән аҡһай-туҡһай!
Ҡазаланған эш ерендә
Селпәрәмә янбаш һөйәк.
Бер йыл түшәк тартып ятҡас,
Ултыртҡандар уны һөйәп.
Янбаш һөйәк ипкә килгәс,
Ҡыйышайған да ҡуйған кәүҙә.
Фалиж һуҡҡан, тағы түшәк,
Сабыр ғына ята, түҙә.
…
Фатимамы?..Иҫән-имен.
Тулды уға ете тиҫтә.
Күҙҙәрендә йәшәү нуры
Ғәрипмен, тип тормай һис тә.
Сибай хәҙер күркәм ҡала,
Тип яҙалар гәзит һайын.
Фатиманың хыялы бар:
Барып күреү, табып яйын.
Унда таныш-белештәрҙә
Бер-ике көн ятмаҡ була.
Сибай – Саша ҡәберенә
Ҡәҙер ҡылып ҡайтмаҡ була.
…
Радионан йыр ағыла,
Кемдер ҡотлай яҡындарын:
- Минең ике олатайым
Йәшәп ята, тип, Ҡағыла.
-Кемдәр улар, исемдәре?
- Артыҡбай һәм Сибай – Саша.
Ҡотлап сәләм еткерегеҙ
«Сибай кантон» йыры аша.
…
-Һин иҫәнме әллә, йәнем?..
Аһ…
Фатима йөрәкһене.
Һуңғы мәлдә өмөт һүнгән,
Ҡабыныуҙар һирәк ине…
…
Ҡалҡыулыҡта етәкләшеп
Әбей менән бабай тора.
Дала еле һөйөнгәндәй
Битте наҙлап иҫә тура.
Ҡола ялан уртаһында
Ҡала төҙөп, түгеп тирен
Һәйкәл кеүек баҫҡан улар,
Елдә кипкән елкә, ирен.
Йәшлек – ҡартлыҡ араһында
Йылдар ята нисә тиҫтә.
Ауырлыҡтар онотолған,
Хеҙмәт сәме, тәме иҫтә…
Яҙмыштары айырым уҙҙы,
Шул йөрәккә һағыш һала.
Кеше бушҡа йәшәмәй ул –
Ерҙә барыбер эҙе ҡала,
Йә аҡыллы һүҙе ҡала.
Нәҫел ебен өҙмәйенсә
Һаҡлар өсөн был донъяла
Иң ҡәҙерле йән эйәһе,
Күҙ нурындай ҡала бала…
Сибай менән Фатиманан
Тыуыр бала тыумаһа ла
Ғүмер бушҡа уҙмаған, тип,
Балҡый Сибай – нурлы ҡала.
Икәү нигеҙ һалған ҡала.
|
||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Modificate by Hibatov A.S. © 2010 - 2012 | ![]() |