Вторник
19.03.24
08:14
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Наш опрос
Я считаю, что жить в деревне:
Всего ответов: 125
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Сәләмәт ауыл - Здоровое село

    (Был биттәге фотоларҙы ҙурайтып ҡарау өсөн фотоға баҫырға кәрәк)

    25 март көндө Рысҡужа ауыл клубында дөйөм ауыл сходы булып үтте.

    Йыйылышта Рысҡужа ауылын район буйынса 2016 йылда үтәсәк Сәләмәт ауыл - 2016 конкурсында ҡатнаштырыу мәсьәләләре ҡаралды.

    Йыйылыш ҡарары менән  ошо конкурста ауылдың ҡатнашыуын ойоштороу комиссияһы төҙөлдө.

    Комиссия составы:

    Хибатов Айбулат С.,

    Яхин Рим Н.,

    Ахтямов Азамат Ю.,

    Зайнуллина Земфира И.,

    Мухаметова Айгуль И.,

    Абдрахманова Гульсия Ю.

    Якупов Илсен Х.

    Ауыл йыйылышы протоколы район конкурс комиссияһына тапшырылды.

     

    • 26 апрель көндө ауыл йыйылышы уҙҙы. Көн тәртибендә Сәләмәт ауыл конкурсынын бер талабы булған ағымдағы эш - ауыл малы көтөүен ойоштороу, көтөүсе һайлау ҡаралды. Көтөү ауылдаш Басыров Менәүәргә ышанып тапшырылды. Май айының тәүге декадаһынан мал башлап көтөүгә сығырға тейеш, тигән талап ҡуйылды.
    •  
    • 26 апрель көндө Комиссия йыйылып, Сәләмәт ауыл конкурсында ҡатнашыу өсөн саралар планын билдәләне. Шулай уҡ ауылда самогон һатыуға, ауылда эскелек ойоштороуға ҡаршы көрәш буйынса эш планын ҡараны
    •  
    • 30 апрель  көндө планға ярашлы ауыл зыяратында һәм ауыл сүп-сар түгеү урынында экологик тирә-йүнде таҙалау буйынса өмә уҙҙы. Өмәнән күренештәр фотоларҙа:






    •  
    • 27 апрель химия һәм биология уҡытыусыһы Яҡупова Илүзә Хатип ҡыҙы тәмәке тартыуға, алкоголизмға, наркотиктарға ҡаршы урта класс уҡыусылары алдында компьютер презентацияһы ҡулланып, бик фәһемле  асыҡ класс сәғәте үткәрҙе.
    •  
    • 29 апрель юғары класс уҡыусылары алдында суицид факттарын булдырмау, профилактикалау, йәш быуынды һаҡлау маҡсаттарын күҙ уңында тотоп уҡытыусы Һибәтов Йәүҙәт Сәрүәр улы уҡытыусы-психолог менән берлектә асыҡ класс сәғәте үткәрҙе.
    •  
    • Шулай уҡ 30 апрель көндө ауыл фельдшер-акушер пункты фельдшеры Абдрахманова Гөлсиә Йомаҙил ҡыҙы Ҡаҙмаш урта мәктәбе уҡыусылары алдында сәләмәт тормош алып барыуға арналған лекция менән сығыш яһаны.   Лекцияла үҫмерҙәр организмына тәмәке, наркотиктар һәм алкоголь эсемлектәрҙең ниндәй емергес тәьҫир яһауы аңлатылды, профилактик яҡтан был сара бик фәһемле булды. 

     

     

    На следующую