Ауылыбыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған саралар гөрләп үтеп китте. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан ветерандар советы, ауыл клубы, собес работниктары, башланғыс мәктәп коллективы, ауыл активы байрам хөрмәтенә ауыл клубына ауылдың оло быуын кешеләрен, хеҙмәт ветерандарын матур сәй табынына саҡырҙылар, ҡунаҡтарҙы үҙ көстәре менән әҙерләнгән тәмле сәй менән һыйланылар, ҡунаҡтар алдында матур концерт номерҙары менән сығыш яһап, ололарҙы ҡыуандырып ҡайтарҙылар.
Шулай уҡ күп ауыл-ҡалаларҙағы кеүек беҙҙә лә Үлемһеҙ полк парады ла үтеп китте. Был сараның үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә роле сикһеҙ ҙур.
Элек-электән башҡорт халҡы ҡайһы бер эштәрҙе күрше-күләндәре менән бергәләп, өмәләп башҡарған. Былай эшләү кешеләр араһында дуҫлыҡ, туғанлыҡты нығытҡан, бер-береңә ярҙамсыл булып йәшәүгә этәргән. Ошондай күмәкләп башҡарыла торған эштәрҙең береһе - Һарыҡ ҡырҡыу өмәһе. Быйылғы йылда был өмәләр гөрләп уҙып китте. Ошо эштәр Зәйнуллиндар ғаиләһендә лә булып үтте:
28 май көндө Рысҡужа мәктәбенең спорт майҙансығы гөрләп торҙо: бында Сәләмәт ауыл конкурсы сиктәрендә тренер Азамат Йомадил улы Әхтәмов тарафынан ойошторолған гир спорты ярыштары үтте. Ярыштар төрлө йәш категорияларында ир-егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында үтте. Ярышта төрлө ауылдарҙан спортсылар ҡатнашты. Буранғол, Таштуй, Ҡаҙмаш, Рысҡужа ауылынан ҡатнашыусылар төп составты тәшкил итте.