Нуридә Илһамова (Төхфәтуллина) ижады
Нурида Ильгамова (Тухфатуллина) родилась в 1957 году в деревне Рыскужино седьмым ребенком в семье ветерана, инвалида Великой Отечественной войны Тухфатуллина Юныса Мугаллямовича. После окончания 8 классов в Сибайском школе-интернате получает профессии газового оператора, продавца. Работает в разных сферах народного хозяйства. В данное время проживает в с. Аскарово. С мужем Альфиром Шакировичем вырастили и дали хорошее образование двоим детям. В свободное время увлекается поэзией, пишет стихи, короткие рассказы...
Тагы кайттым гәзиз ауылыма…
...Йүгереп төшәм Ҡызыл буйҙарына –
таныш һукмағымды һағындым...
Ҡыҙылымдың ағыштары менан
ағып китмәҫ микән һағышым?!...
Бында минең бала сак эҙҙәре-
Йәшлегемдең айлы кистәре...
Моңло бер йыр һуҙам күңелемдән –
Тыя алмай татлы хистәрҙе...
Урамдар ҙа тынып ҡалған икән...
Ҡайҙа киткән күрше инәйҙәр?...
Ваҡыттары һаман етмәй микән –
Ниңә йомош һорап инмәйҙәр.
...Бәлки улар әсәй мәрхүмәнең
ҡабат ҡайтмаҫлығын белгәндәр...
Таныш ҡапҡаларга күҙ һаламын –
кемдәр унда йоҙак элгәндәр?
…Бер ҡыҙ бала килде яндарыма
"Унда хәҙер кеше йәшәмәй...
Оләсәйем гүр эйәһе күптән –
Беҙгә ин һуң әйҙә өшөһәң!".
...Йәнем өшөй балам - үҙем түгел
Һағындыра бит ут күршеләр.
...Тағы ҡайттым тыуған ауылыма.
Йүгереп төшәм Ҡызыл буйҙарына…
* * *
Ҡырҡты -тауым! Һәр үҙәнең таныш...
Таныш һәр һуҡмағың – таштарың...
Һинән аша оло юлға сыҡтым,
Ошо юлды күпме тапаным?!
..Үрҙәренә көс-хәл менән менеп –
Иҫтә – ҡара тиргә батҡаным.
Күпме йылдар ошо Ҡырҡты аша
Тыуған ауылым, һиңә ҡайтҡайным?!..
Эй, Ҡырҡты-тау! Һаман әле шулай,
Үрҙәреңә мине арбайһың...
Имгәкләп менермен Ҡырҡтым һиңә –
Башҡа ҡайтыр юлдар булмаһа!..
Тик язмыштар юлды быумаһын...
* * *

Мин-таш...
...Мин-таузарзын йәме,
Мин - ҡаялар йане,
Минән тауҙар хасил булалар...
Һәйкәлде лә таштан ҡоялар,
Ташҡа исемдәрен уялар...
Таштан гына нигеҙ ҡоралар..
Ләкин һис кем мине ҙурламай.
(Бәхәс ҡорам шуға юрамал...)
Ә һеҙ минһеҙ нишләр инегеҙ-
Серер ине өй нигеҙегеҙ,
Һаман ҡәҙерҙе юк белгәндәр...
"Таш-баш!"- тейзәр алйот-юнһеҙгә,
"Йөрәге- таш!" -тизәр йәнһеҙгә...
Һәр һүҙегеҙ телә бәғерҙе,
Сөнки юнһеҙ тугел мин һеҙгә-
"Йөзөк ҡашы"- ла мин,
Кая башы ла - мин,
Ҡәбер ташы ла бит мин һезгә...
* * *

Шиғыр ҡоло....
Тотҡонлоҡта гүйә ғүмер иттем....
...Яҙғандарҙы яҡтым,йәшерҙем..
Күңелдәге хистәр ялҡынынан,
Йәнгенәмде утта бешерҙем...
Бала саҡтан шиғыр яҙыуымды-
Һиҙеп-белеуҙәрҙән гел ҡурҡып,
Үҙем мәңге шиғыр ҡоло булып,
Башҡаныҡын уҡып ҡыуандым...
...Гел йәшереп яҙҙым -шәлкемдәрҙе,
Көлөрҙәр тип яҡтым-көл иттем-
Бөгөн асам һеҙгә күңелемде,
Хистәр донъяһының һәр битен;
Һәр бер һуҙем йәнгеҙгә үтер -
Ҡабул итә алһағыҙ үҙ итеп...
* * *
Сырмауҙарым
Затың кем тип, һораһағыҙ –
Затым – сырмау араһы.
Һүҙ әйтмәгеҙ сырмауҙарға –
Ауыр сыҙам булғандарға –
Миндә сырмау балаһы!.
Сабырлығы сиктән ашҡан –
Ҡыҙып бармаҫ һис тә юҡтан;
Дуҫын-туғанын да һатмаҫ –
Һалһағыҙ ҙа уттан-утҡа!.
Сабырлыҡ менән йәшәйҙәр –
Өйрәнгәндәр түҙергә,
...Уйнап әйтер – уйлап әйтер –
Һис уйы юҡ "һөҙөргә"..
Һүҙҙәре йор - үҙе сабыр…
Һалмаҡ баҫып атлауҙары.
Бил быуып донъя көткәндәр
Яуға киткәс атайҙары….
Әрһеҙ улар һәр бер эшкә –
Билде быуалар ҙа биштән.
Шулай йәшәй сырмауҙарым –
Эшкә егеп аң-уйҙарын!..
Гөрләп йәшәй туғандарым –
Ишле - ишле уландары...
Һай үҙемдең сырмауҙарым,
Ситкә типмәй туғандарын –
артык күрмәй – булғандарын!
Улар йәшәү ҡәҙерен белә,
Белә ниңә тыуғандарын!
Сырмаузарым.
Сырмауҙарҙы берәү ыгыш тиган -
Йөрөгәндәр имеш сырмалып...
Ашыккандар ашка беште куптән-
(Ике башы бар бит тырманың)
Ә мин яйлап көтәм донъяны-
Яйлап уйлап -яйлап һүҙ һөйләһәм -
Затымды тикшереп тормагыҙ
Затым- затлы ,Яугир атам заты-
Яуҙа ҡалган ике туганы
Яуҙан кайткас кулға балта алып
Һәр кешегә бура бураны...
Аяҡ зәғиф тиеп торманы...
Һүҙ әйтмәгеҙ минең сырмауҙарга,
Изге куңелдәрен быгауларға-
Берегеҙҙең хатта хаҡы юҡ -
Изге йәнле затҡа һүҙ әйтһәгеҙ-
Күҙ йәшкәйем сығар атылып.
Мин уҙем дә сырмау заты бит....
<...>
...Ниңә икән ғумер уткән һайын-
Тыуған яҡтарыма ашҡынам?!...
Бала саҡ тар көтөп тора кеуек -
Ҡулын болғап Бабаш башынан...
Яңғыҙ ҡарағасым -Йәшлек дуҫым,
Йәшел шәлен болғай-саҡыра...
Йәшлек дуҫым серен һөйләр ине-
Көтөп торһа шунда саҡ ҡына...
Онотолмай хатта бер көнө лә -
Их, йашлегем шундай һағынам"...
Бала саҡтар килеп китмәҫ микән -
Бабаш-тауға менеп саҡырһам...
Үткәндәргә ҡайтам - төштә генә...
Их, йәшлегем, гүзәл саҡҡынам.
(6 июнь 2013)
Ҡайтырҙар...гүргә киткәс......
Һирәкләп кенә ҡайтабыҙ
Әсәйҙең яндарына...
Ваҡыт етмәй тибеҙ һәр саҡ
Берәүҙәр һорағанда...
- Хәлең нисек, әсәкәйем?
Тимәйбеҙ беҙ - тәү башлап,
-Бер балаң да килмәнеме-
Тибеҙ -өйгә ҡараш ташлап...
Бар нәмә лә шул көйөнсә,
Үҙгәрмәгәнгә микән?!
- Нишләп башҡаларың килмәй-
Тиһеңдер йәнен үртәп...
-Килерҙәр әле-ҡайтырҙар,
( Тиер һүҙеңде йөпләп!)
Хоҙай әмере еткәс-
-Килерҙәр... бер көн илашып,
Хайырлыҡтарын йөкмәп...
.
|
Аптырайым...
...Хат яҙҙым мин Ҡыш бабайға-
Һораным күп бүләктәр...
Күңелгә бары ла кәрәк-
Әҙме инде теләктәр?!...
Рәхмәт тием Ҡыш бабайға-
Һорағанды ебәрә...
Тик ниңәлер әсәй генә
Ҡыйбат тиеп һөйләнә...
Ҡыш бабайҙы ла йыш тиргәй-
,,Аҙҙыра ти баланы...
Һанһыҙмы ти ҡыш бабайҙың
Бүләк тулы яланы?!..
Аптырап ултырам шуға-
Әсәйҙең тип ни эше,
Яңы йылдар еткән һайын-
Бүләк көткәнгә кеше...
|
Әсәйемә....
...Бер ҡасан да серең сисмә тинең -
Күҙ йәшеңде дошман күрмәһен...
Аңлайым да...тик һағыштар йәнгә
Һыймағанда тағы түҙмәйем...
Тамсы йәштәр тама күҙҙәремдән,
Тик бирмәйем йәнгә үкһергә...
Хоҙай биргән ошо ғүмерҙәргә-
Тейеш шөкөр итеп түҙергә...
...Түҙерлек тә хәлем ҡалмай ҡайсаҡ-
Йәндеме йолҡҡолап өҙөргә?!
Аҡ өмөттәр бағлап хискә һалам-
Аҡ хыялдар булып йөҙөрҙәр...
|
Йәнем булмаҫ йәтим...
...Бар теләкте әйтмәй үҙ халҡыма-
Ниңә әле телем тешләйем?!
Тел байлығы биргән шөкөр Хоҙай,
Әйтер һүҙҙәрем күп-нишләйем..
Шуға ла мин көндө-төнгә ялғап-
Ҡәләм алам тағы ҡулыма...
Аҡ хистәргә төрөп- аҡ өмөттө-
Тапшыраһы ине улыма...
Улым бер саҡ улдарына һөйләр-
Сал тарихта ҡалыр һәр һүҙем...
Башҡортлоғон һаҡлар-телен данлар-
Ҡая тауҙай тотор ул үҙен...
Илен ,телен һанлағандар йәне-
Тағы балҡыр-тағы көсәйер...
Тыуа-тыуған бирле халҡы менән-
Йәшәгәндең рухы көсәйер!...
...Ғөрөф ғәҙәттәрҙән айырылмай-
Ошо иман менән йәшнәйем...
"Заттан килгән иман ташлап китмәҫ-
Милләтле бул!"- тине әсәйем...
...Һәр бер һүҙе аңда-йөрәгемдә,
Үҙ телем бар...ерем...милләтем,
Үҙ ерендә,халҡы менән йәшәп-
Йәнем булмаҫ,беләм,һис йәтим...
|
Аңлар әле-аңлар моғайын...
...Һәр бер күҙҙән серле нур эҙләйем,
Изге һүҙ эҙләйем күңелдән...
Юҡ мин әле ошо изгелектән-
Кешелектән әле төңөлмәм...
Аңламайым шундай хас күңелдең
Әҙәм йәнен ҡыйып йөрөүен...
Минең йәнем ләкин һис ҡасан да
Рәнйетмәне шөкөр береһен..
Берәү килеп йөҙҙәремде йыртып,
Рәхәт тапһа минән көлөүҙән-
Донъялыҡта ҡылған этлек өсөн-
Берәй яза бер көн күрерҙәр..
Шуға үҙ-үҙемде йыуатамын
Торма әле тиеп моңайып-
Кемдер хаҡ һәм кем һүҙҙәре нахаҡ-
Аңлар әле бер саҡ моғайын...
|
Шифалы Ил-Әбйәлил...
...Ете күлле,Ҡырҡты таулы-
Беҙҙең тыуып үҫкән Ил!...
Күңелдәргә илһам бирә,
Йәнкәйеңә өмөт өрә-
Ожмахҡа тиң Әбйәлил!..
ПР;
Күңелеңде һағыш баҫһа-
Йәнкәйеңдән өмөт ҡасһа-
Һин дә дуҫҡай беҙгә кил!..
...Төрлө тарафтарҙан йәйен-
Киләләр Тоҙлокүлгә...
Тоҙлокүлдең сихри көсө-
Күптән таныш Халыҡ өсөн-
Таралған бөтә Илгә....
Пр;
Йәнкәйеңдең хәле бөтһә-
Ҡаты сирҙәр аҙып китһә-
Килегеҙ Тоҙлокүлгә!
Пр(ПОВТОР)
Әбйәлилдең саф һауаһын,
Күлдәренең мең дауаһын-
Бүләк итербеҙ һеҙгә!....
|
Ҡайтам әле....
...Рысҡужама тағы ҡайтам әле-
Бында минең дуҫтар,туғандар...
Тәүге һулыш алған гүзәл яҡтар--
Йөрәгемдә урын алғандар...
Ауылымды бик һағындым дуҫтар,
Шундай ғәзиз миңә был яҡтар...
Югереп түгел осоп ҡайтып барам-
Ергә теймәй хатта аяҡтар...
Ырғайҙымдан услап һыу эсәмен,
Һағыштарҙы бәлки баҫырҙар...
Йөҙ шифаһы тейеп татлы һыҙҙың
Бар һағыштар йәндән ҡасырҙар...
Нурида Ильгамова(Илһамлы Нур )
57 лет, Уфа
|