Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға...
Ҡыҙ баланы ҡыуандырыу тигән ғөрөф-ғәҙәт башҡорт ғәиләләрендә борондан килә.Уларға тыуғас та һаулыҡ, бәхет, тәүфиҡ теләгәндәр.Ҡәҙерләп-һөйөп үҫтергәндәр.Ҡыҙ бала буй етһә кейәүгә китәсәге тураһында аңына һеңдереп, инселәп бирнә һандығы эшләткәндәр. Ризыҡтан да иң элек өлөштө ҡыҙ балаға бүлгәндәр.Ҡиммәтле биҙәүестәр, матур кейемдәр бүләк итергә тырышҡандар. Улар өсөн генә кис ултырыу, аулаҡ өйҙәр, серҙәш әхирәттәр, еңгәләр менән аралашыу ойошторолған. Изге теләктәр, үҙ бәхетен табып, төшкән еренә таштай батыуын теләгәндәр.Бала саҡтан, тормошта кәрәк буласаҡ ҡул эштәренә, бешереү-төшөрөү, тәрбиә-тәртипкә, олоно оло , кесене кесе күреп ҡәҙер итергә өйрәткәндәр. Кейәүгә биреп, оҙатҡан саҡта, иң шәп түшәк-ҡаралты, кейем-һалымды , мал-тыуар шул иҫәптән ғәилә байлығы булып иҫәпләнгән, әсәйҙәрҙең ҡашмау – селтәрҙәре лә йола буйынса оло ҡыҙына биреп оҙатыла.Оло ҡыҙын бай-етеш оҙатһа, кесе ҡыҙҙар уға ҡарап баһалана.
Шәмбе көнө Рысҡужалар ҙа ситтә йәшәгән ҡыҙҙарын ҡунаҡҡа саҡырып ҡыуандырҙы. Тыуған ауылына ҡыҙҙар ҡайтты. Ауыл урамы,Ҡаран тауы итәге, Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы туғай шат тауыштарға күмелде.Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәп, оҙаҡ йылдар бер-береһе менән күрешә,осраша алмаған оло апайҙар,әхирәттәр,һеңлеләрҙең йөҙҙәре балҡып, күҙ йәштәре аша йылмайып күреште. Ошо сараны ойоштороусыларға бигрәктә үҙ аҡсаһына аҙна-ун көн буйы сәхнә өсөн таҡта юллап уны эшләтеүсе,һый-хөрмәткә һарығын да, тәм-томонда табыусы ауылдың старостаһы Вәкил Баҡыевҡа, апай-һеңлеләренә ҙур, күңелле концерт әҙерләп ҡыуандырыусы,”Ҡыҙылым” фольклор төркөмө һәм ауылдың ағинәйҙәр клубы етәксеһе Зөһрә Мәһәҙееваға, клуб мөдире Фирүзә Хөсәйеноваға рәхмәттәрен, бүләктәрен йәлләмәнеләр. Байрамдан һуң бер-ике көн үткәс шылтыратып рәхмәт әйтеүсе,ҡ ыуаныстарын белдереүселәр күп булды. Ғүмерҙәре ситтә үтһә лә, күңелдәрендә матур хәтирә булып ҡалған еләк тиргән, бесән сапҡан туғай-урмандарын,т ау-йылғаларын, уйнап үҫкән урындарын онотмаған ҡыҙҙарҙың ҡыуаныуын күреү үҙе ҡыуаныс.
Айһылыу Хәсәнова.(Йондоҙ гәзитендә баҫылды)
|