Пятница
21.06.24
13:30
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Календарь
«  Июнь 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
Архив записей
Наш опрос
Я считаю, что жить в деревне:
Всего ответов: 125
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Мөхлиса Ғималова ижады

    Ғималова (Әүбәкирова)

    Мөхлиса Зәйнулла ҡыҙы

     

    1946 йылдың 10 сентябрендә Үтәгән ауылында донъяға килә. Әсәһе - Әминә Әғзәм ҡыҙы, атаһы - Зәйнулла Әүбәкир улы.   Өләсәй бәләкәй саҡтан ипле, итәғәтле, баҫалҡы, эшсән булып үҫә. Әсәһенең, атаһының  өйрәткәндәрен тиҙ отоп ала. Йәш сағында балалар баҡсаһында эшләй. Рысҡужа ауылына  Рәшит Мөхәррәм улына кейәүгә сыға. Икәүләп һигеҙ бала үҫтерәләр. Балалары был донъяла үҙ урынын табып, үҙаллы донъя көтәләр. Өләсәйебеҙ колхозда, фельдшер пунктында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ауылда барыһы ла өләсәйҙе хөрмәт иттеләр, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалдыларБашҡорт йолаларын үҫтереүгә, тергеҙеүгә ул күп көс һалды, килендәре, ауылдаштары  менән кис ултырыуҙы матур йолаға әйләндерҙе. Ауыл  килендәре йөн иләү, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу серҙәрен унан өйрәнеп ҡалдылар. Өләсәй барыбыҙға ла үрнәк,  маяҡ булды. Ейән-ейәнсәрҙәренең һәр береһен өҙөлөп яратты, эшкә өйрәтте.  2010 йылда ҡаты ауырып, арабыҙҙан  китеп барҙы. Балалары, ейәндәре, барлыҡ туғандары шундай яҡты һәм изге күңелле кешене юҡһынабыҙ. Өләсәйҙән беҙгә ҡылған изге ғәмәлдәре тураһында хәтирәләр һәм күңел дәфтәре ҡомартҡы булып ҡалды. Һәр бер шиғыры аша ул беҙгә йылмайып ҡарағандай тойола, уның фани донъяла кисергән шатлыҡ-ҡыуаныстары беҙгә күскәндәй була. Өләсәйебеҙ тормошто яратты, йәшәү көсөн ул шиғырҙарында ҡалдырған. Ошо китапты баларары, ейәндәре, туғандары уҡып ҡыуаныр, фәһем алыр һәм Өләсәйебеҙҙе иҫкә алыр, тип ышанам.

     

    Ейәнсәре   Гөлназ.

    Мин ҡыуанам

    Мин ҡыуанам!

    Күҙем асҡас,

    Төнгө йоҡоларым ҡасҡас,

    Был донъяның барлығына,

    Тән-йәнемдең тереһенә,

    Ағзаларым теүәленә.

    Мин ҡыуанам!

    Күҙҙәремдең күргәненә,

    Ҡолаҡтарым ишеткәнгә,

    Тәмле еҫтәр һиҙгәнемә,

    Мал-тыуарым, ризығымдың

    Бәрәкәтле булғанына.

    Мин ҡыуанам!

    Һүҙҙәремде әйтә алғанға,

    Барыр еремә бара (а)лғанға,

    Ҡайтыр ерҙән ҡайта (а)лғанға.

    Мин ҡыуанам!

    Балаларымдың барлығына,

    Атаҙының барлығына.

    Ейәндәрем күплегенә,

    Яҙ айында ҡыуанам

    Үләндәрҙең морон төртөп

    Сыҡҡанына.

    Мин ҡыуанам!

    Ҡапҡамдағы алмағастың

    Сәскә атҡанына,

    Йылғалағы һыуҙың

    Сылтырап аҡҡанына.

    Мин ҡыуанам!

    Баҡсамдағы баланымдың

    Сәскә атҡанына,

    Мал-тыуарым өймәкләшеп

    Өйөмә ҡайтҡанына.

    Мин ҡыуанам!

    Баҡсамдағы мышарҙың

    Сәскә атҡанына,

    Емеш-еләктәрҙе өҙөп ҡапҡаныма.

    Мин ҡыуанам!

    Балаларым күстәнәстәр

    Алып килгәненә,

    Ҡунаҡ булып, бимазалап,

    Ҡайтҡанына.

    Мин ҡыуанам!

    Бөтә балаларым түллеһенә,

    Етә аларышмы бүләһенә.

    Береһен дә айырмайым,

    Ризамын мин көллөһөнә.

    Мин ҡыуанам!

    Туғандарым, дуҫ-иштәрем

    Барлығына,

    Бәлә-ҡазаһыҙ йәшәп ятҡаныма,

    Алламдың биргәненә,

    Зиһенемдең аңлыһына,

    Изге тормошомдоң барлығына.

    Мин ҡыуанам!

    Айға , йондоҙҙарға ҡарап

    Баҡҡаныма,

    Хоҙайымдан аҙ ауырыу,

    Анһат үлемдәрҙе һорап

    Торғаныма.

    Мин ҡыуанам!

    Һыҙылып таң атҡанына,

    Көнсығыштан ҡыҙарып ҡояш

    Ҡалҡанына,

    Күк күкрәп ямғыр яуғанына,

    Тау битенә йәйғор ҡалҡанына.

    Мин ҡыуанам!

    Алтмышты үткәс бесән сапҡаныма,

    Йәшермәйем, йүгерә-йүгерә

    Бесән йыйғаныма,

    Арып-талып ял итергә ятҡаныма.

    Мин ҡыуанам!

    Ҡартлыҡ ишек ҡаҡҡанына,

    Сәстәремдең аҡлығына.

    Бошонмайым күҙ йәштәрем 

    Аҡҡанына,

    Ҡыуанамын күңелемдең киңлегенә,

    Түҙер кәрәк был тормоштоң 

    Әсеһенә-сөсөһөнә.

     

    2009 йыл, октябрь