Четверг
21.11.24
11:30
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Календарь
«  Ноябрь 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930
Архив записей
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 331
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Фатима Һибәтова ижадынан

     
    Фатима Габделкабировна Хибатова  - родилась в деревне Утяганово, в многодетной семье указной муллы Габделкабира Ягудина. Вышла замуж за Хибатова Сарвара Кавыевича из деревни Рыскужино. Они воспитали и вывели в большой жизненный путь трех сыновей. Фатима Хибатова пишет стихи, особенно любит выражать свои эмоции, переживания относительно жизненных явлений, радуется жизни вместе с друзьями, детьми, внуками... Автор книжки стихотворений.

     
     
    Бала сағым.
    Ҡайтып барам ауылымдан
    Күңелемде байытып,
    Юл ситенән йүгереп килә
    Бала сағым оҙатып.

    Сәсе ялбыр,яланаяҡ
    Ҡулын болғаған була,
    Аралар алыҫлашһа ла
    Ҡалмай йүгергән була.

    Ҡалдырып китеүе лә йәл
    Алып китер хәл дә юҡ,
    Аңламаҫһың был тормошто
    Кире әйләнер юлдар юҡ.

    Бала саҡҡа ҡайтыр инем
    Йылдар йыраҡ булмаһа,
    Ғаиләмдә балаларым
    Һағынып көтөп тормаһа.


    Тормош ҡанундары ҡаты
    Үткәндәр кире ҡайтмай,
    Күңел генә һыҡрай һаман
    Бала сағын онотмай.


    Алтылағы-алтмышта.
    Алты йәште үттем яйлап ҡына
    Йүгерергә тура килмәне,
    Алтмыш йәшем үтте һиҙелмәйсә
    Бер көндәй ҙә кеүек булманы
    Алтылағы-алтмышта тип
    Ололар дөрөҫ әйткән,
    Ҡамғаҡ кеүек тәгәрәп
    Алтмыш йыл үтеп киткән.


    Әл дә әле яҙ тыуғанмын
    Мин тыуғанмын һуғыш бөтөп,
    Атайым өйгә ҡайтҡас.
    Һуғыш һуңы ауырлығы
    Халҡым иңенә ятҡас.
    Әсәй нисек туйҙырҙырғандыр
    Үҙе хәлһеҙ, ас көйө,
    Бала-саға менән тулы
    Кулаклыҡтан ҡалған бер өйө.
    Һөтө лә юҡ, картуфы ла,
    Бер ҡабырлыҡ икмәге-
    Шундай хәлдә үлмәгәнмен,
    Йә,Хоҙайҙың хикмәте.
    Әл дә әле яҙ тыуғанмын:
    Ҡуянтубыҡ, ҡуҙғалаҡ…
    Әсе йыуа тотоп инеп
    Хәл белешкән тирә-яҡ.
    Берәүҙә бар яларлыҡ тоҙ,
    Берәүһендә-семтем сәй,
    Шунан табын йүнәткәндәр
    Ҡарын ас та, күңел бай.

    Ете малайҙан һуң тыуҙым
    Ҡыуандырып әсәмде,
    Ағайҙар мине үҫтерҙе,
    Үрҙе хатта сәсемде.
    Миңә дүрт ай саҡта әсәй
    Сыҡҡан ураҡ урырға,
    Икмәк сәйнәп ҡаптырған ул
    Сепрәк аша һурырға.
    Һыҡрай-һыҡрай ауыр йылдар
    Бер-бер артлы уҙғандар,
    Бер мин түгел, башҡалар ҙа
    Арыш әпәй һурғандар.

    Кәнфит печеньене белмәнек беҙ
    Витаминды, дарыу, балнисты,
    Ун дүрт ҡорҙаш бер ауылда үҫтек
    Ялан аяҡ йөрөп сыныҡтыҡ.

    Яра булһа һарыҡ майы,
    Аурыһаҡ мәтрүшкә эстек.
    Бирешмәйсә юҡсылыҡҡа
    Ил күргәнде күреп үҫтек.
    Урышҡал булды чупа-чупс
    Кириешка булды ҡаҙборсаҡ
    Тауға сыҡһаҡ татлы тамыр сәйнәп
    Күңелле үтте әммә бала саҡ.

    Төплө быйма, кирза итек
    Яҙҙан менде кәштәгә
    Аяҡ әсетеп "көсөкләүе”
    Иҫтә алтмыш йәштә лә.


    ИКЕ МАЛАЙ МАЖАРАҺЫ.
    Олатай тәгәрмәс майлай
    Эш арбаһын йүнәтеп,
    Илһам менән Ғәлинур
    Ситтә тора күҙәтеп.
    Атын егеп олатай
    Сығып китте урманға,
    "Сәпит"тәрен майларға
    Ваҡыт етте уларға.
    Алып булмай дегетте
    Биҙ(е)рә тора сөйҙә,
    Ул итәләр,был итәләр
    Етеңкерәмәй кәүҙә.

    Ғәлинур менеп түмәргә
    Биҙ(е)рәгә үрелде, - дегет башҡа түгелде
    Бына ғәжәп -  Ғәлинурға
    Көн төн булып күренде.
    Илһам илай ҡысҡырып
    Өләсәһен саҡырып.
    Үкенесле -  "сәпит" кенә
    Майһыҙ ҡалды ултырып...


    Ейәндәрем.
    Ейәнсәрем алтынбикә
    Икенсеһе алтын сәс.
    Өсөнсөһө Гөлнурым
    Ҡараҡайым күҙ нурым.
    Дүртенсеһе Гүзәлемде
    Гөл-сәскәләй күрәмен,
    Сәскәләрҙән таждар үреп
    Йөрәгемә ҡуямын.
    Тағы ике бәләкәй
    «Насаҡай»ҙа, «Самаҡай»,
    Ҡыуанышып ошо һүҙгә
    Бер туҡтамай һамаҡлай.
    Дүрт ейәнем, дүрт шуҡ малай
    Нәҫелебеҙҙең ҡото,
    Оҙон ғүмер тәүфиҡ бирһен
    Һүнмәһен нигеҙ уты.


    Кулак мөһөрө.
    Мин донъяға әле килмәгәндә
    Хатта әсәм белмәгәндә кемлегемде,
    Халҡым миңә баҫып ҡуйған
    Кулак тигән мөһөрөмде.
    Шул исемдә донъя күрҙем
    Шул исемдә буй еткерҙем,
    Шул исемдә өләсәй булып
    Тәүге ейәнемде һөйҙөм.
    Түҙемле лә сос та булдым
    Кәрәк саҡта үҙ-үҙемде яҡлай алдым,
    Ҙур уҡыуҙар бөтмәһәм дә
    Үҙемә етер белем алдым.
    Тормош булғас төрлө хәле булып торҙо
    Ауыры ла, еңеле лә үтеп торҙо,
    «Мулла балаһы, кулак»,- тиеп
    Ағыу телдәр гелән иҫкә төшөрөп торҙо.
    Кулак ҡыҙы булып тыуҙым
    Мулла ҡыҙы булып үҫтем,
    Был мөһөрҙөң әселеген,бала саҡта
    Кәрәгенән артыҡ эстем.
    Аллаға шөкөр, бисмилланан яралғанмын
    Бисмиллалы йортта үҫтем,
    Һөлөктәй өс ул үҫтерҙем
    Ғәҙел генә донъя көттөм.
    Булғанда ла ауырлыҡтар
    Сыҡманым мин сабырлыҡтан,
    «Сабыр төбө һары алтын”- тип
    Ете ейәнгә өләсәй -  аҡландым мин кулаклыҡтан.
    Аҡлау көнөн еткерә алмай
    Гүр эйәһе булды инде ата-әсәм,
    Аҡлау ҡағыҙын ҡулыма алһам
    Утлы күмер тотҡан кеүек була усым.
     
    Динле сабый тыуһын әсәнән.
    Яңылышты халҡым динһеҙ ҡалып,
    Мәсет манараһын ҡолатып.
    Дин тотоусы изге бабаларҙы
    Себер һөргөнөнә оҙатып.
    Бер осорҙа динһеҙ йәшәнеләр,
    Ашанылар хәрәм ризыҡ,
    Мандыманы халҡым, йәлсемәне,
     Илде баҫты ауыр юҡсыллыҡ.
    Барҙы юҡ итеүе бик тиҙ,
    Туҙҙырыуы анһат байлыҡты,
    Нисек кенә юлға төшөрөрҙәр
    Юлдан тайған динһеҙ халыҡты?!
    Дөрөҫ, хәҙер динебеҙ тергеҙелә,
    Манаралар ҡалҡа яңынан,
    Хоҙай ярҙам биреп, дин юл алһын,
     Динле сабый тыуһын ананан.
    Дин ул – һаулыҡ, дин ул – байлыҡ,
    Дин ул – ярҙам итеүсе,
    Дин ул – күңел күтәреүсе,
    Дин ул – алға әйҙәүсе.
     
    Түҙемле бул киленкәй…
    Ҡотло булһын туйығыҙ
    Бергә булһын уйығыҙ,
    Шатлыҡ өҫтәп тыуып торһон
    Улдарығыҙ, ҡыҙығыҙ.
    Килен, тормош еңел булмай
    Эте лә өрөп торор,
    Эт өрөүенә ҡарамай
    Бүре лә йөрөп торор.
    Ҡаушап ҡалма эт өргәнгә
    Ауырлыҡтар булғанда,
    Терәлергә «тере ҡойма»- аң
    Һаҡлап тора яныңда.
    Бер-береңә таянһаң
    Тормош көтөүе еңел,
    Тормошҡа айыҡ ҡарағыҙ
    Тормош уйынсыҡ түгел.


    Тыуған ерем – алтын бишегем.
    Ябай башҡорт ҡыҙымын,
    Һыулағаным – Ҡыҙылым.
    Әбйәлилем – ғорурлығым,
    Ышанысым – Уралым.
    Байлыҡ эҙләп сит яҡтарға
    Бер ҙә сығып китмәнем.
    Ил күрергә сыҡҡанда ла,
    Уралымдан үтмәнем.
     
    Шөкөрана ҡылам.
    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Ошо тыныс илдә тыуғанға.
    Йәшләй генә килен булып төштөм
    Сымыры ғына ауыл Субанға.
    Бәхетлемен, Аллам,рәхмәтлемен
    Ошо ауылда яҙмышым булғанға.
    Ҡайны – ҡәйнә, ҡайнаға – еңгәләргә
    Ирәбә генә килен булғанға.
    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Тыуған ауылым яҡын булғанға
    Туғандарым, ағай – еңгәләрем
    Килеп хәл белешеп торғанға.
    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Һөйөклө лә ҡатын булғанға.
    Бер – бер артлы ғына тупылдашып,
    Уландарым донъя күргәнгә.
    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Уландарым кеше булғанға.
    Ваҡытында уҡып, һөнәр алып,
    Ваҡытында кәләш алғанға.
    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Бәпкәләрем оя ҡорғанға.
    Һәр береһе айырым төлөк төҙөп,
    Ваҡытында атай булғанға.

    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Килендәрем уңған булғанға.
    Бала наҙынан мине мәхрүм итмәй,
    Ейән – ейәнсәрҙәрем тыуып торғанға.
    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Ошо ауылда ғүмерем уҙғанға.
    Яҡҡан усағыма утын өҫтәп торған
    Йән киҫәгем янымда булғанға.
    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Һау – сәләмәт кенә булғанға.
    Көн дә иртән тороп, тәһрәт алып,
    Намаҙ уҡып, доға ҡылғанға.
    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Донъяларым имен булғанға.
    Биш ваҡытлы намаҙымды уҡып,
    Доғаларым ҡабул булғанға.
    Бәхетлемен, Аллам, рәхмәтлемен
    Илем башлығы ғәҙел булғанға.
    Шөкөрана ҡылам тыныслыҡтың
    60 йәше тыныс уҙғанға.

    Атайым доғалары.
    Әсәм бирҙе аш – һыу тәрбиәһе,
    Атам бирҙе фәтиха доғаһы.
    Гелән генә алға барып булмай,
    Тура килә артҡа бағаһы.
    Ҡайсаҡтарҙа ҡыйын булып китә,
    Ауырлыҡтар ҡапҡа ҡағалар.
    Шул сағымда миңә ярҙам итә
    Атайымдан ҡалған доғалар.
    Доғаларҙы ҡат – ҡат ҡабатлайым,
    Ҡабатлайым ятҡа ятлайым.
    Атайым доғалары менән бергә
    Ғүмер итәм, алға атлайым.



    Ағайҙарыма.
    Етегән йондоҙ кеүек етәү инегеҙ,
    Ике йондоҙ инде атылды.
    Бер хәл дә юҡ, Хоҙай үҙе биреп,
    Йәшләй генә үҙе кире алды.
    Ағайҙарымды бер үк
    Бәлә - ҡаза ҡаҡмаһын.
    Яңғыҙ, тиеп, мине лә
    Алла үҙе һаҡлаһын.
    Биш бармағым,
    Биш ағайым – уң ҡулым,
    Биш бармағым,
    Биш еңгәйем –
    Һул ҡулым.
    Алтынсыға бармағым юҡ,
    Бер яңғыҙым мин үҙем.
    Һыйынамын, Аллам, һиңә,
    Ауыр саҡта бир түҙем.
     
    Һин булғанда янымда.
                           Сәрүәремә
    Йәнекәйем,40 йыл ғүмер үтте,
    Үкенерлек урын булманы.
    Тупылдашып улдарыбыҙ үҫте,
    Бер көндәй ҙә кеүек булманы.
    Иңгә - иңде терәп ғүмер иттек,
    Йорт бөтөрөп индек, тырыштыҡ.
    Ҡаты һынауҙарға бирешмәнек,
    Ауырлыҡты уртаҡ бүлештек.
    Бар тип шашынманыҡ, юҡ тип бөлөнмәнек,
    Сер сисмәнек яттар алдында,
    Мең шөкөрҙәр ҡылып, шат йәшәйбеҙ
    Кесе улыбыҙҙың ҡулында.
    Ун алтыла ата - әсәмдән киттем,
    Алтмыш өстөң бесән айында.
    Миңә, йәнем, һис ни мохтаж түгел,
    Һин булғанда минең янымда.


    Ғүмерем миҙгеле.
    Ер еләге бешеп бөттө,
    Инде беште ҡыҙыл бөлдөргән.
    Ҡайһы арала еләк мәлем үткән,
    Бөлдөргәнле мәлем үткән.
    Яҙым үтте инде, йәйем үтте,
    Инде етеп килә көҙгенәм.
    Рәхмәт әйтер инем Хоҙайыма,
    Уңышымды йыйып өлгөрһәм.
    Ҡыш миҙгеле яҡынлаша,
    Ҡар күҙҙәре һибелә сәсемә.
    Шөкөр итәм үткән ғүмеремә,
    Рәхмәтлемен һөйөклө әсәмә.
    Көлә - көлә көҙ ғүмерем килде,
    Алда тора ғүмер ҡышҡынам.
    Ғүмер миҙгелемде барлайым да,
    Яҙым, һине һағынып ашҡынам.

    Көндөң дә яҡтыһы булмай
    Һин юҡта,
    Ҡояш та йылы тойолмай
    Һин юҡта.
    Һин булғанда янымда
    Ҡурҡыта алмай мине хатта
    Ҡышҡы селлә, һыуыҡ та.
    Ай төн өсөн, ҡояш көн өсөн,
    Мин һинең өсөн,
    Һин минең өсөн.
    Тормош матур,
    Донъя йәмле,
    Беҙ татыу булған өсөн.
    Матурлыҡ туйҙа кәрәк,
    Татыулыҡ көндә кәрәк.
    Сабырлыҡ менән йәшәйек,
    Йәштәргә үрнәк кәрәк.

     
    Улдарыма.
    Ҡыҙыл буйҡайы һары тал,
    Матур итеп ситән үреп ал,
    Кеше ғүмеркәйе бик ҡыҫҡа,
    Изгелектәр генә ҡылып ҡал.
    Ситән үреү өсөн уңай булыр
    Яңы үҫкән талдың нескәһе.
    Балаларыңдың ҡәҙерен бел, балам,
    Бала була тормош сәскәһе.
    Ауыр эштәр инде иңдән төштө,
    Һеҙгә ҡалды тырма – һәнәгем.
    Балаларым һау – сәләмәт булһын –
    Ошо ғына минең теләгем.
    Яулыҡтарым минең төрлө - төрлө,
    Араһында уның күге юҡ
    Өс улым да инде атай булды –
    Ҡыуаныстарымдың сиге юҡ
    .

    Килендәремә.
    Килен булып килгәс түҙә бел,
    Әсәй булғас, бала баға бел.
    Балаларың үҫеп, ҡәйнә булһаң,
    Сабырлы ла ғына ҡәйнә бул.
    Тормош бит ул һис бер туҡтап тормай,
    Әкрен үтеп бара тәгәрәп.
    Сәскә урынына һоноп ҡуя
    Ҡайсаҡ һиңә сәнске дегәнәк.
    Сәскәме ул,әллә дегәнәкме,
    Матур итеп ҡабул итә бел.
    Әсе күҙ йәштәрең сыҡҡанда ла,
    Сабыр ғына итеп көлә бел.

    Тормоштоң да төрлө сағы була:
    Төшө, кисе, яҡты иртәһе.
    Сәскән уңышыңды йыя – йыя
    Бик күп әле юлдар үтәһе.
    Ғүмер шулай әкрен үтеп китә,
    Һиҙелмәйсә генә тәгәрәп.
    Шатлығына ҡарағанда уның
    Хәс(е)рәте була күберәк.
    Балаҡайым, донъяң алтын бишек,
    Үҙең уның бәүелтеүсеһе,
    Ынйы бөртөгөләй балаларың –
    Киләсәк тормошоңдоң илсеһе.
     
    Тау башында яңғыҙ ҡарағас.
    Ер - әсәгә ҡуйған һәйкәл кеүек,
    Тау башында тора ҡарағас.
    Ыжғыр бурандарҙа ауыр уға,
    Тирә - яғы булғас яланғас.
    Ҡарауылда торамы ни,
    Һаҡлап Субан ауылын.
    Яңғыҙ башынан үткәреп
    Көслө елен, дауылын.
    Тауҙа үҫкән яңғыҙ ҡарағасҡа
    Һоҡланалар юлдан үткәндәр,
    Һағыналар Субан ҡарағасын
    Сит яҡтарға күсеп киткәндәр.
    Миңә лә ул хәтерләтеп тора
    Килен булып төшкән сағымды,
    Һөйләй инем яңғыҙ ҡарағасҡа
    Баштан үткән хәсрәт ҡайғымды.
    Тышҡа сыҡҡан һайын күренеп тора
    Ишек алдындағы тупһанан.
    Төнгө ҡараңғылыҡ ҡаплағанда,
    Таң атҡансы уны юҡһынам.
    Ҡайһы ҡанһыҙҙарҙы, аңламайым,
    Олонона балта сапҡандар,
    Күҙ йәшеләй сайырҙары ағып,
    Яраларын әлдә япҡандар.

     

    Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте

    Миҙгелдәргә оҡшатам мин

    Ҡатын-ҡыҙҙың тормошон,

    Тәҡдиренә яҙылып ҡуя

    Яҙыҡышы-яҙмышы.

    Морон төртөп яңы сыҡҡан

    Сәскә кеүек саф яҙы.

    Наҙлы ғына, иркә генә

    Ҡабатланмай ҡыҙ сағы.

    Сират менән килә йәйе,

    Сәскә ата балҡып-көлөп,

    Бер төҫ түгел, төрлө –төрлө,

    Ҡуя күрмә мәлһеҙ өҙөп.

    Береһе була уттай яҡты,

    Ҡайһы бере көндөҙ түгел,

    Төн йөҙөнә йәм индереп,

    Сәскә ата йондоҙ кеүек.

    Гөлдәренә иртә ҡырау

    Теймәһен тип ҡосоп-һөйөп,

    Үтеп китә йәй миҙгеле,

    Бөтәһен дә бер тиң күреп.

    Яҡынлаша, ана, көҙө,

    Йәм индерә тормошона –

    Яҙсәселгән орлоҡтары

    Сыуаҡ көҙҙоң уңышына.

    Һөйөнөсө-көйөнөсө

    Килә уға сират менән,

    Барыһын да йөрәгенән

    Үткәрә ул яйы менән.

    Ғүмеренең һәр осорон

    Дөрөҫ итеп һүткәнендә,

    Йәне тыныс, миҙгелдәрҙең

    Иң һуңғыһын үткәргәндә.

    Был миҙгелдәр тура килмәй

    Берәүҙәргә яҙмыштанмы?

    Сәскәһенә бөрөләнә –

    Ата алмай яңылыштанмы?

    Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы

    Бер янмаһа ла бер яныр,

    Һәр миҙгелдең матурлығы

    Йөҙҙәрендә балҡып ҡалыр…

     

     

    ЫСЫН МӨХӘББӘТ БАР БИТ УЛ...

    Дүрт йыл самаһы элек ирем менән икәүләп Башҡортостан шифаханаларының береһендә ял итеп ҡайттыҡ. Балалар бәләкәй саҡта эш урынынан бушлай путевка бирһәләр ҙә, йөрөргә форсат теймәй торғайны. Хәҙер, Аллаға шөкөр, донъя ҡараулы, шуға һис бер нәмәгә борсолмай, тыныс күңел менән тән һәм йән шифаһы алып йөрөп ҡайттыҡ. Йәштәр күп түгел ине: үҙебеҙ ише оло кешеләр менән туғандар кеүек, яҡындан аралашып йәшәнек. Тәүге көндө үк танышыу кисәһе булды. Шунда беҙ Әбйәлилдән икәнлегебеҙҙе әйткәс тә, яныбыҙға етмеш биш йәштәр тирәһендәге бер ҡарт йүгереп тигәндәй килеп етте. "Һеҙ ҡайһы ауылдан? Фәлән ауылды беләһегеҙме? Ул һеҙгә яҡынмы?" - тип төбәшә башланы. Уны ҡыҙыҡһындырған ерҙән алыҫ йәшәүебеҙ, кешеләрен белмәүебеҙ тураһында әйткәс, ағайҙың күҙҙәрендәге осҡондар һүнеп, күңеле төшкән кеүек булды.

    Иртәгәһенә яңы танышыбыҙ беҙҙе күреү менән киң йылмайып, йәнә яныбыҙға килеп баҫты. Әбйәлилгә ҡағылышлы һорауҙарын яуҙыра башланы. Һөйләшә торғас, уртаҡ таныштар ҙа табылды. Шулай һәр көн һайын саф һауаға ирем һәм Ғәлимйән ағай менән өсәүләп сығып йөрөр булып киттек. Ҡайһы бер ял итеүселәр мине: "Әллә һин ике бабай менән килдеңме?" - тип шаярта ла башланы.
    Ғәлимйән ағайҙың күңел төбөн тынғыһыҙлап торған иң мөһим һорауын һаман бирә алмай ыҙалауын һиҙеп тора инем. Ахырыһы, ярҙам итеп ебәрмәксе булып, тоттом да унан: "Әллә Әбйәлилдә берәй һөйгәнегеҙ тороп ҡалдымы?" - тип һораным. Ҡарт, тап өҫтөнә баҫтың, тигән кеүек, күҙҙәрен һағышлы көләмләйтеп торҙо ла: "Булды инде", - тип, алыҫ 50-се йылдарҙа башланған бер тетрәткес ваҡиғаны һөйләп алып китте.
    Һуғыштан һуң да әле Әбйәлил районы йәштәрен күрше Бөрйән, Белорет яҡтарына ағас эшенә ебәрер булалар. Сайыр йыйырға барған төркөмдә Т. ауылынан Нәфисә исемле бик сибәр ҡыҙ ҙа була. Ғәлимйәндең бер күреүҙән уға күҙе төшә. Тегеһе лә йылы хистәр менән яуаплай. Егет гармунда уйнай, ҡыҙ матур итеп бейей, икеһе лә һөйкөмлө - улар һоҡланғыс пар була.
    Әбйәлилдәр ҡайтып киткәс тә Ғәлимйән һүҙендә тора: ҡоҙа ебәреп, туй үткәреп, Нәфисәне кәләш итеп ала. Тик ғашиҡтарға бергә бәхетле ғүмер кисерергә насип булмай. Бер йыл үтеүгә, мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары тыуғас, Ғәлимйәнде армияға алалар. Ул әсәһенә: "Киленеңде ситкә типмә, мин ҡайтҡансы бергә йәшәгеҙ", - тип ҡуша. Нәфисә лә, тыуған яғына ҡайтмай, ирен ошонда көтөргә һүҙ бирә. Тик ҡәйнә кеше - үҙе 40-ҡа ла етмәгән тол ҡатын - киленен оронсоҡ күрә башлай. Ашау яғы ла наҡыҫ. Нәфисә ҡыҙын күтәреп, йөҙәр саҡрымдарҙы йәйәү үтеп, атай йортона ҡайтып китә. Был турала ул иренә лә хәбәр итә. Германияла дүрт йыл хеҙмәт иткән Ғәлимйән кәләшенә аҙнаһына ике тапҡыр хат ебәреп тора, яҙырға ваҡыты булмаһа, һаулығын белдереп, открытка булһа ла һала. Ә инде үҙе менән хеҙмәт иткән Әбйәлил егете атаһын ерләү өсөн отпускыға ҡайтырға булғас, уның аша бүләктәр ебәрә. Тик ошо күстәнәстәрҙең тормошон аҫтын-өҫкә әйләндерәсәген белмәй шул Ғәлимйән.
    Нәфисә лә һалдатына дебеттән бирсәткә бәйләп ебәрә. Уларҙы тапшырғанда, Әбйәлил егете: "Кәләшең бигерәк һылыу икән. Бер районда йәшәп, нисек мин күрмәгәнмен дә, нисек һин алдан өлгөргәнһең", - тип Ғәлимйәндең күңеленә көнләшеү орлоҡтары сәсеп ҡуя. Ул арала Ғәлимйәнгә ҡайтыр мәл яҡынлаша. Ул Нәфисәне фәлән көндөң фәлән сәғәтендә Магнит вокзалына килергә саҡыра. Дүрт йылды һағыштан һарғайып, илап-һыҡтап үткәргән йәш ҡатын ҡыуанысынан ҡанатлы ҡош кеүек талпынып, юл алыҫ тип тормай, ҡыҙын алып ҡалаға юллана. Вокзалға Магнитта йәшәгән еңгәһе менән баралар. Поезд килеп туҡтай, ләкин күпме көтһәләр ҙә, унан Ғәлимйән төшмәй. Нәфисә был хәлдең хәйерлегә түгел икәнлеген һиҙеп, ерҙә тәгәрәп ятып илай. Еңгәһе уны бер нисек тә йыуата алмай, перрондағы халыҡ аптырап тамаша ҡыла. Дүрт көн рәттән сыға Нәфисә поезд ҡаршыларға, ләкин ирен күрә алмай.
    Ысынында Ғәлимйән менән нимә була һуң? Ул күтәренке күңел менән, ниһәйәт, кәләше һәм ҡыҙы менән осрашыуын күҙ алдына килтереп, сумаҙанын бүләктәр менән тултырған мәлдә Т. ауылынан Нәфисәнең бер еңгәһенән хат ала. Ул ҡайынһеңлеһен ни өсөн күрә алмағандыр инде, билдәһеҙ, әммә үҙенең ҡара ниәтенә ирешә. Еңгә кеше Ғәлимйәнгә Нәфисәһенең армиянан килеп киткән һалдат менән теттереп ҡалыуы тураһында яҙа. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тигәндәре шул инде. Хыянатты кисерә алмай, мөхәббәте нәфрәткә әйләнгән ир, Магнитта поездан төшмәй, Белорет яғына үтеп китә. Әлбиттә, ул Нәфисәнең, поезд ҡуҙғалып киткәс, ер тырнап, өҙгөләнеп илауын күрмәй. Күрһә, моғайын, ҡатындың әсе күҙ йәштәре туң йөрәген иретмәй ҡалмаҫ ине.
    Нәфисәгә яңынан тыуған ауылына ҡайтмайынса сара ҡалмай. Ләкин ул иренән төңөлмәй, көтә. Сөнки айырылышҡан саҡта икәүһенең: "Ер өҫтөндә осраша алмаһаҡ, ер аҫтынан юл ҡаҙып булһа ла, бер-беребеҙҙе табырбыҙ", - тигән анттары була. Нәфисә күпме генә көтһә лә, ҡош телендәй сәләм дә килмәй. Ә ауылда уға күҙ һалып йөрөүселәр байтаҡ. Араларынан бер үтә лә ныҡышы атаһының ышанысына инеп ала. Нәфисәнең атаһы уҫал, үҙ һүҙен бирмәгән, башҡаларҙыҡы менән иҫәпләшеп тормаған кеше була. Шуға күрә, үҙе теләмәһә лә, Нәфисә ата һүҙен йыға алмай, яратмаған кешеһенә кейәүгә сыға. Төндәрен илап үткәрә ул. Ире барыһын да һиҙә, ләкин өндәшмәй. Бер-бер артлы балалары донъяға килә, ә бына Ғәлимйәндән тыуған ҡыҙы, күҙ нуры, ауырып үлеп ҡала. Тора-бара мөхәббәтен онотор, тип көткән ире, түҙемлеге бөтөп эсә, болара башлай. Эйе, Нәфисә яңғыҙ ҡалған саҡта һөйгән йәренең фотоһүрәтен ҡарап, хаттарын уҡып, күңелен йыуатыр була. Һыуға барһа, хаттарҙы кеҫәһенә һалып, аулаҡта уҡып, илап күңелен бушата. Бер саҡ ире уларҙы һандыҡ төбөнән табып, утҡа ырғыта. Ә бына Ғәлимйән армиянан ебәргән шәлде Нәфисә, кемдән икәнлеген белгертмәй, туҙып бөткәнсе ябына.
    Ә Ғәлимйән армиянан тыуған яғына ҡайтып төшкәс, ҡатынын бер ҡасан да ғәфү итмәҫкә тигән ҡарарға килеп, ҡара янып йөрөй. Тора-бара асыуы һүрелә төшә, һағыныуы көсәйә. Әбйәлилгә барырға, ҡатынын алып ҡайтырға уйлай башлай. Тик байтаҡ ваҡыт үтеп киткән була шул. Нәфисә кейәүгә лә сыҡҡандыр, сыҡмаһа ла, уның ҡасып йөрөүен ғәфү итә алмаҫ, ти уйлай. Ҡыҙынан алда атаһы, тупһаһына ла баҫтырмай, ҡыуып сығарасаҡ. Үҙе атайһыҙ үҫкән Ғәлимйән ҡырыҫ холоҡло ҡайныһынан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡа. Шулай икеләнеп йөрөгәндә, Әбйәлилдән тағы бер төркөм йәштәр сайыр йыйырға килеп төшә. Был юлы улар араһында Нәфисәнең бер туған һеңлеһе лә була. Ул элекке еҙнәһенә апайын көсләп кейәүгә биреүҙәре, ҡыҙы үлеп ҡалыуы тураһында һөйләй. Шундай хәбәрҙәрҙән һуң аңҡы-тиңке килеп йөрөгән Ғәлимйәнде ауылдарына килеп төшкән геологтар үҙҙәре менән эшкә алып сығып китә. Кама буйҙарында йөрөгәндә ул бер ҡыҙ менән танышып, шуға өйләнә һәм тыуған яҡтарына ҡайта. Ҡатыны донъя көтөргә әүәҫ булып сыға, биш бала табып бирә. Татыу, мул тормошта йәшәй улар.
    Бөтәһе лә һәйбәт кеүек, ләкин Ғәлимйәндең тәүге мөхәббәте иҫенә төшөп, тынғы бирмәй. Нәфисә тураһында берәй хәбәр алып булмаҫмы тип, ул Әбйәлилдәге хеҙмәттәшенә хат ебәрә. Уныһы әрнегән йөрәгенә тағы тоҙ һибеп, "Ташларыңды белгән булһам, үҙем кәләш итеп алыр инем", тип яҙа. Хат аша элекке ҡатынының тол ҡалғанын белгән Ғәлимйән ярһыған йөрәгенә урын тапмай башлай. Әмәлгә ҡалғандай, шул саҡта өлкән улы эш буйынса Сибайға барырға йыйыныуын белдерә. Шунда атай кеше улына бөтә серен сисә һәм юлға үҙен дә алыуын, Т. ауылына һуғылып, Нәфисә менән осраштырыуын һорай. Тегеһе риза була. Ләкин... Яҡшылап күрешеү ҙә, бер-ике ауыҙ һүҙ алышыу ҙа насип булмай. Саҡырылмаған ҡунаҡтар Нәфисәнең бергә йәшәгән улы эсеп, өйҙә тауыш сығарған мәлгә тура килә. Ғәлимйәнде таныуҙан да, улы өсөн уңайһыҙланыуҙан да икеләтә ҡыйын хәлгә ҡалған ҡатынды йәлләп, иҫеректең ҡыуыуына ла ҡаршылаша алмай, юлсылар сығып китергә мәжбүр була...

    * * *

    Ғәлимйән ағайҙың һөйләгәндәрен мин күҙ йәштәремде һөртә-һөртә тыңланым. "Бындай мөхәббәт тарихы тик китаптарҙа йә киноларҙа ғына булалыр тип уйлай инем, - тинем мин. - Хәҙер бындай сер менән нисек йәшәргә? Етмәһә, Нәфисә менән бер райондан була тороп... Юҡ, ҡайтҡас та мин уға барам, күрәм, һөйләшәм. Бәлки, ул, бахырҡай, үҙен ни өсөн ташлауҙарын һаман да белмәй йәшәйҙер...". "Юҡ, белә, балдыҙ аша мин бөтәһен дә аңлатып һөйләнем", - тине Ғәлимйән ағай, шулай ҙа ниәтемә ҡаршылыҡ белдермәне, хатта фотоһүрәтен дә бирҙе. "Күп итеп сәләм әйт. Кисерә алһа - кисерһен. Алдында ғәйебем ҙур, ризалығын алып үлгем килә", - тине. Әгәр Нәфисә апай риза булһа, барып күрергә лә теләк белдерҙе.
    Шифаханан ҡайтып ул-был иткәс тә, мин улымдан Т. ауылына алып барып ҡайтыуын һораным. Нәфисә апайҙың өйөн табып барып ингәндә, ишек төбөндә бер йәш ҡатын ҡаршыланы. "Әсәйем төпкө бүлмәлә ята, ауырыңҡырай", - тине ул. Ҡыҙына ҡарап, әсәһенең йәш сағында кеше көнләштерерлек һылыу булғанына ышандым. Ҡатындан миңә әсәһе менән аулаҡта һөйләшергә ирек биреүен һорағас, ул беҙҙе ҡалдырып сығып китте.
    Төпкө бүлмәгә үттем. Түшәктә йәш сырайлы, һөйкөмлө генә әбей ята. Өйө йылы, донъяһы таҙа, ҡотло. Килеүемдең сәбәбен әйткәс тә Нәфисә апай тыныслығын һәм сабырлығын һаҡланы. Ҡыуып сығарһа ла, бер ни ҙә түгел ине, тип уйлап та ҡуйғайным, тик Нәфисә апай минең менән яҡын кешеһендәй күреп, яғымлы һөйләшеп китте.
    - Айырылышмай, айырылыштыҡ инде беҙ Ғәлимйән менән. Күрәһең, маңлайға яҙылған яҙмыш шундай булғандыр, - тип башланы ул һүҙен. - Ирем армияға киткәндә өс саҡрым самаһы оҙатып барҙым. Ул атҡа ултырып китә, мин арттарынан йүгерәм, ул төшөп, миңә ҡаршы килә. Ҡосаҡлашып илашып торабыҙ ҙа, ул тағы арбаға йүгерә, ә мин артынан... Иң аҙаҡ ауыл йәштәре ике беләгемдән тотоп, ебәрмәй башланы, ә мин, тартҡылашып, ергә тубыҡландым. Ғәлимйән, арбаға аяғөҫтө баҫып, фуражкаһын болғай-болғай күҙҙән юғалды. Һәм шул ҡиәфәттә хәтерҙә тороп ҡалды.
    Ирем эҙләп килмәгәс, янына үҙем барһам да барыр инем - атайым ебәрмәне. Әсәйем мине йәлләй торғайны, ҡасып кит тә бар, тип өгөтләне. Тик мин атайым асыуын уға төшөрөр тип ҡурҡтым.
    Бер ваҡыт шифаханаға путевка булғайны, нишләптер, шунда барһам, Ғәлимйәнде осратырмын кеүек тойолдо ла торҙо. Ашҡынып барҙым шифаханаға. Халыҡ араһынан гел Ғәлимйәнде эҙләнем, ә өмөтөм бушҡа булғанлығына ышанғас, ауырып киттем. Өфөгә ҡанатланып киткәйнем, мәхрүм булып, төңөлөп ҡайттым... Ғәлимйәнгә минән ризалыҡ һорарға сәбәп юҡ. Алланың ҡушыуы шундай булғас. Уны ла алдағандар бит. Беҙҙең саф мөхәббәтте күрә алмаған кешеләр ғәйепле бында... Был ваҡиға тураһында, һеңлем, бер үк балалар белеп ҡалмаһын. Улар урындарҙа эшләй, минең өсөн кеше алдында уңайһыҙланырға тура килмәһен. Йә булмаһа, атайыбыҙ менән тороп, икенсе кешене уйлап йәшәгән тимәһендәр. Әйтегеҙ Ғәлимйәнгә, килһә килһен, тик яңғыҙы түгел, ҡатыны менән... - тип тамамланы һүҙен Нәфисә апай.

    * * *

    Үкенескә ҡаршы, Ғәлимйән ағайҙан бүтән хат-хәбәр ҙә булманы, үҙе лә килмәне. Бәлки, үлеп тә ҡалғандыр, оло кеше ине бит. Нәфисә апайҙың да артабанғы яҙмышы тураһында хәбәрҙар түгелмен. Үҙемә бөтөнләй сит ошо ике кешенең йөрәк серен дүрт йыл буйы һаҡлап йөрөттөм дә, гәзит уҡыусыларға ла һөйләргә булдым. Улар ҙа ысын мөхәббәт китапта йә кинола ғына була икән тип уйламаһындар. Геройҙарымдың исемдәрен үҙгәртеп алдым, ә йәшәгән урындарын аныҡ атаманым. Шулай ҙа уларҙы таныусылар булһа - ғәйепләмәһендәр. Бындай оло саф хистәрҙе бик һирәк кешеләр генә йөрөтә ала.
     
    Фатима ҺИБӘТОВА.
    Әбйәлил районы Рысҡужа ауылы.("Киске Өфө" газетаһы №30, 25 июль 2011 йыл) 
     
     
    2014 йылда "Башкортостан" газетаһы редакцияһы үткәргән Мәҙәниәт йылына арналған "Талантлыны данлай "Башҡортостан"  Интернет-конкурсында ҡатнашты һәм "Тамашасылар һөйөүе" номинацияһында Диплом менән бүләкләнде һәм Өфөгә редакция тарафынан ойошторолған концертта сығыш яһаны.
     
     
    2015 йылдың сентябрь, октябрь айҙарында район мөнәжәтселәр конкурсында Гран-при яуланы, Сибай ҡалаһында уҙған конкурста 3 дәрәжә диплом менән Башҡортостан ҡыҙы журналының махсус призын яуланы: