Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" тапшырыуының Рысҡужа ауылы осрашыуы тураһындағы сығарылышының күсермәһе (любительская съемка)
БСТ каналынан Рысҡужалағы осрашыу тураһында ысын архив материалын БЫНДА ҡарай алаһығыҙ.
Байрамды ойоштороу һәм үткәреү комиссияһы составы:
Комиссия рәйесе: Яхин Рим Нурмөхәмәт улы.
Рәйес урынбаҫары: Һибәтов Айбулат Сәрүәр улы.
Финанс комиссияһы:
- Хәсәнова Мәғмүрә Нәби ҡыҙы
- Хөснитдинова Тәслимә Сырлыбай ҡыҙы
Ауыл хакимиәте башлығы: Фәттәхов Раян Баян улы.
Ауыл старостаһы: Баҡыев Вәкил Әнәс улы.
Ойоштороу комиссияһы ағзалары:
- Яҡупов Рәжәп Х. - доклад, ауыл тарихы
- Ихсанов Иршат А.
- Һибәтов Йәүҙәт С. - аттракциондар
- Зәйнуллина Земфира. - аттракциондар
- Мәһәҙиева Зөһрә - сәхнә
- Мостафин Фазыл З. - осрашыу майҙаны коменданты
- Солтанова Гөлнәфис - сценарий
- Мөхәмәтова Айгөл - сценарий
Әүбәкиров Ғабдрахман З. - көрәш өсөн яуаплылар
Ҡорбанғәлин Айбулат И. - волейбол уйынына яуаплы.
Байрам күренештәре
Осрашыу тураһында Осҡон гәзитендә баҫылған материал менән БЫНДА танышырға мөмкин.
Осрашыуҙың сценарийы менән БЫНДА танышырға йәки күсереп алырға мөмкин (авторҙары Мөхәмәтова Айгөл һәм Солтанова Гөлнәфис)
Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙ тиерлек...
Бейеүсе малайҙар түҙемһеҙлек менән байрам башланыуын көтәләр, сәхнә биҙәргә ярҙамлашалар.
Ҡунаҡтар ауыл менән танышалар...
Ауылдаштар ҡунаҡтарҙы һәр урамда һый менән ҡаршылап торҙолар
Тау буйында башланып китте көтөлмәгән флешмоб... (Ойоштороусыһы Зөһрә Зиннәт ҡыҙы Мәһәҙиева)
Флешмоб тураһында видеояҙманы ҡарарға рәхим итегеҙ
Осрашыу флагын ауыл аҡһаҡалы Насирйән Шаһишәрәф улы Асҡаров күтәрҙе
Амангилде ауыл советы хакимиәте башлығы Раян Баян улы Фәттәхов осрашыуҙы асып, Рысҡужа ауылы халҡын ҡотлап китте
Халыҡ дәррәү йыйылып, байрамда ихлас ҡатнашты, алҡыштарын да йәлләмәне...
Байрамды алып барыусылар Һибәтов Айбулат Сәрүәр улы һәм Мөхәмәтова Айгөл Ишбулды ҡыҙы
Флешмобта ҡатнашкан төркөмдән бер төркөм балалар...
Осрашыу башында яңғыраған Азалия һәм Зөһрә Мәһәҙиеваларҙың ауылдаштарға арналған "Ни хәлдә һеҙ, туғандар?" йыры бик урынлы булды...
"Игенселәр" бейеүе менән Рысҡужа ҡатындары Конгресс-холл сәхнәһен дә шаулатҡайны бер саҡ...
"Тамъян ҡатындары" бейеүе менән Рысҡужа ҡатындары Байыҡ телевизион конкурсы еңеүселәре булғайнылар бер саҡ...
"Һыбайлылар" бейеүе менән ауылыбыҙ малайҙары сәхнәне дер һелкетте...
Традицион быуындар эстафетаһын Абдуллин Булат Низам улы йәштәргә тапшыра. Ҡабул итеүселәр 11 синыфты тамамлаусылар исеменән - Фәнүр Ҡаһарманов, урта мәктәпте 2012 йылда алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаусылар - Өфө дәүләт авиация техник университеты студентары Гәлинур Һибәтов, Илһам Һибәтов, Айгөл Яхина һәм Магнитогорск тау техник университеты студенты Юлай Зәйнуллин.
Быуындар эстафетаһы (Рысҡужаның оло быуын вәкилдәренән ауылдың киләсәк быуындарына)
1. Киләһе "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" осрашыуын традиция буйынса, 10-15 йылдан, әлегеһе кеүек үк ныҡлы әҙерлек менән үткәрегеҙ.
2. Ауылыбыҙҙы бөгөнгөһөнән дә матурыраҡ, күркәм, таҙа итеп тотоғоҙ. Ауылыбыҙ Башҡортостанда беренсе булып ҡалһын!
3. Ауыл тормошонда бөтә эштәрҙә лә һәр саҡ әүҙем булығыҙ, өлгөлө тәртип һәм үҙ-ара татыу тормошта йәшәгеҙ. Рысҡужаларҙың "дөргөн халыҡ" тигән данын төшөрмәгеҙ!
4. Яу ҡырҙарында һәләк булған, яуҙан иҫән ҡайтып вафат булған һуғыш ветерандарын, хеҙмәт ветерандарын онотмағыҙ, уларға арналған обелискыларҙы тәрбиәләп тотоғоҙ.
5. Уҡырға, белемгә ынтылығыҙ, милләтебеҙҙең күренекле, лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булығыҙ. Яман ғәҙәттәрҙән алыҫ тороғоҙ.
6. Ололарға һәр саҡ ихтирам күрһәтегеҙ, үҙегеҙҙән кеселәргә һәр саҡ өлгө, маяҡ булығыҙ.
7.Бөтә оло быуын исеменән һеҙгә, йәштәргә ныҡлы һаулыҡ, уҡыуығыҙҙа, тормошоғоҙҙа, бөтә эштәрегеҙҙә лә уңыштар теләйбеҙ.
Төрлө тауарҙар тәҡдим итеүсе һатыусы - коммерсанттар рәткә теҙелеп бик иртәнән байрам һуңынаса ихлас һатыу иттеләр...
Төрлө спорт ярыштары, аттракциондарҙа ҡатнашыусыларҙан майҙан гөрләп торҙо...
Волейбол уйындары ярыштары бик көсөргәнешле барҙы...
Хатта йыйылып ҡоралыусы турник та бар ине бында...
Протокол
Бөгөн, 13 июнь 2013 йыл, ойоштороу комиссияһы ултырышы булып, ҡаралды:
Маҡтаулы исемдәр биреү
I. Өлгөлө ғаилә
1. Мостафин Марат һәм Вәсилә
2. Сафиуллин Шәһитулла һәм Фәрүәз
3. Мостафин Раиф һәм Зөлхәмирә
II. Өлгөлө йорт
1. Баҡыев Вәкил һәм Фәимә
2. Зияев Илфат һәм Гөлфиә
3. Зайнуллин Хәлил һәм Фәүзиә
4. Мәһәҙиева Зөһрә
5. Мостафин Сарим һәм Зилә
6. Яҡупов Рәжәп һәм Таңһылыу
III. Оҫта ҡул
1. Әхмәтов Таһир һәм Фәрүәз
2. Әхтәмов Азамат һәм Розалина
3. Ҡотлоәхмәтов Таңатар һәм Гөлшат
4. Хөснитдинов Данил һәм Эльвира
5. Аскаров Фәрит һәм Рәлиә
IV. Матур йорт
1. Әхтәмов Ирәмән һәм Йәмилә
2. Вәлиев Ҡәдир һәм Гөлнәзирә
3. Хәсәнов Вәлмөхәмәт һәм Мәғмүрә
4. Ҡотләхмәтов Рәүеф һәм Ләйсән
V. Татыу килен һәм ҡәйнә
1. Әхтәмовалар - Айһылыу һәм Сәбилә
2. Ҡорбанғәлинәләр - Сәбилә һәм Хәмирә
Ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде.
Рәйес: Яхин Р.Н Ҡултамға
Сәркәтиб: Мөхәмәтова А.И. Ҡултамға
Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Фәттәхов Раян Баян улының
14 июнь 2013 йылғы айырым ҡарары менән
«Өлгөлө ғаилә»
исеме бирелде
Гөлнәфис һәм Рим Яхиндар ғаиләһенә.
Был
билдәләнгән номинацияларҙың критерийҙары комиссия тарафынан айырым
рәүештә тауышҡа ҡуйылды, бер тауыштан раҫланды. Был критерийҙар менән БЫНДА танышырға мөмкин.
Осрашыуҙы ойоштороу өсөн ауыл халҡынан традицион иғәнә йыйыу тураһында ауыл сходы ҡарар итте. Ситтән бағымсылар, үҙебеҙҙең бағымсылар ярҙамы ғына был сараны аҙағынаса яҡшы итеп ойоштороу өсөн, билдәле, етмәҫ ине... Комиссия ауыл халҡына был ярҙамдары өсөн бик рәхмәтле. Киләсәктә лә шулай йомарт, дәррәү булып ҡалырһығыҙ тигән өмөттәбеҙ! Ауыл халҡы иғәнәһе исемлеге менән БЫНДА танышырға мөмкин.
Финанс комиссияһының отчеты менән БЫНДА танышырға мөмкин.
Осрашыуҙы үткәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙыусы бағымсылар менән БЫНДА танышырға мөмкин.
Осрашыу күренештәре менән фотолар БЫНДА тупланған, күсереп алып ҡарарға мөмкин.
Осрашыуҙы ойоштороу комиссияһы рәйесе Яхин Рим Нурмөхәмәт улының йомғаҡлау һүҙе.
Ҡәҙерле ауылдаштар, саҡырылған ҡунаҡтар! Бына ихлас әҙерләнгән, тулҡынланып башланырын көтөп алған ауылдаштар осрашыуы үтеп тә китте. Рысҡужа ауылы заман елдәренә бирешмәй йәшәүен һәм үҫешеүен дауам итә. Ауылыбыҙ бөтә үҙгәрештәргә яраҡлаша. Хәҙерге көндә күпселек өйҙәргә газ үткән, автомат кер йыуғыс, душ кабиналары күп өйҙәрҙә бар. Ауылыбыҙҙың бөтә Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған сайты бар, уны ауылдашыбыҙ Һибәтов Айбулат булдырҙы. Ауылыбыҙҙың тәүге аспиранты Нурмөхәмәтов Илнур БДУ-ла уҡыуын тамамлай. Ай-пи телевидение, интернет һәр өйҙә тиерлек. Ауылыбыҙ артабан да йәшәр, үҫешер, иншалла. Ошоноң менән Осрашыу - 2013 ябыҡ тип иғлан ителә. Барығыҙға ла осрашыуҙа әүҙем, ихлас ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт! Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ, ауылдаштар!
Ә был наградалар ойоштороу комиссияһының эш һөҙөмтәһе булып тора: