Нурида Ильгамова (Тухфатуллина) родилась в 1957 году в деревне Рыскужино седьмым ребенком в семье ветерана, инвалида Великой Отечественной войны Тухфатуллина Юныса Мугаллямовича. После окончания 8 классов в Сибайском школе-интернате получает профессии газового оператора, продавца. Работает в разных сферах народного хозяйства. В данное время проживает в с. Аскарово. С мужем Альфиром Шакировичем вырастили и дали хорошее образование двоим детям. В свободное время увлекается поэзией, пишет стихи, короткие рассказы...
Тагы кайттым гәзиз ауылыма…
...Йүгереп төшәм Ҡызыл буйҙарына –
таныш һукмағымды һағындым...
Ҡыҙылымдың ағыштары менан
ағып китмәҫ микән һағышым?!...
Бында минең бала сак эҙҙәре-
Йәшлегемдең айлы кистәре...
Моңло бер йыр һуҙам күңелемдән –
Тыя алмай татлы хистәрҙе...
Урамдар ҙа тынып ҡалған икән...
Ҡайҙа киткән күрше инәйҙәр?...
Ваҡыттары һаман етмәй микән –
Ниңә йомош һорап инмәйҙәр.
...Бәлки улар әсәй мәрхүмәнең
ҡабат ҡайтмаҫлығын белгәндәр...
Таныш ҡапҡаларга күҙ һаламын –
кемдәр унда йоҙак элгәндәр?
…Бер ҡыҙ бала килде яндарыма
"Унда хәҙер кеше йәшәмәй...
Оләсәйем гүр эйәһе күптән –
Беҙгә ин һуң әйҙә өшөһәң!".
...Йәнем өшөй балам - үҙем түгел
Һағындыра бит ут күршеләр.
...Тағы ҡайттым тыуған ауылыма.
Йүгереп төшәм Ҡызыл буйҙарына…
* * *
Ҡырҡты -тауым! Һәр үҙәнең таныш...
Таныш һәр һуҡмағың – таштарың...
Һинән аша оло юлға сыҡтым,
Ошо юлды күпме тапаным?!
..Үрҙәренә көс-хәл менән менеп –
Иҫтә – ҡара тиргә батҡаным.
Күпме йылдар ошо Ҡырҡты аша
Тыуған ауылым, һиңә ҡайтҡайным?!..
Эй, Ҡырҡты-тау! Һаман әле шулай,
Үрҙәреңә мине арбайһың...
Имгәкләп менермен Ҡырҡтым һиңә –
Башҡа ҡайтыр юлдар булмаһа!..
Тик язмыштар юлды быумаһын...
* * *
Мин-таш...
...Мин-таузарзын йәме,
Мин - ҡаялар йане,
Минән тауҙар хасил булалар...
Һәйкәлде лә таштан ҡоялар,
Ташҡа исемдәрен уялар...
Таштан гына нигеҙ ҡоралар..
Ләкин һис кем мине ҙурламай.
(Бәхәс ҡорам шуға юрамал...)
Ә һеҙ минһеҙ нишләр инегеҙ-
Серер ине өй нигеҙегеҙ,
Һаман ҡәҙерҙе юк белгәндәр...
"Таш-баш!"- тейзәр алйот-юнһеҙгә,
"Йөрәге- таш!" -тизәр йәнһеҙгә...
Һәр һүҙегеҙ телә бәғерҙе,
Сөнки юнһеҙ тугел мин һеҙгә-
"Йөзөк ҡашы"- ла мин,
Кая башы ла - мин,
Ҡәбер ташы ла бит мин һезгә...
* * *
Шиғыр ҡоло....
Тотҡонлоҡта гүйә ғүмер иттем....
...Яҙғандарҙы яҡтым,йәшерҙем..
Күңелдәге хистәр ялҡынынан,
Йәнгенәмде утта бешерҙем...
Бала саҡтан шиғыр яҙыуымды-
Һиҙеп-белеуҙәрҙән гел ҡурҡып,
Үҙем мәңге шиғыр ҡоло булып,
Башҡаныҡын уҡып ҡыуандым...
...Гел йәшереп яҙҙым -шәлкемдәрҙе,
Көлөрҙәр тип яҡтым-көл иттем-
Бөгөн асам һеҙгә күңелемде,
Хистәр донъяһының һәр битен;
Һәр бер һуҙем йәнгеҙгә үтер -
Ҡабул итә алһағыҙ үҙ итеп...
* * *
Сырмауҙарым
Затың кем тип, һораһағыҙ –
Затым – сырмау араһы.
Һүҙ әйтмәгеҙ сырмауҙарға –
Ауыр сыҙам булғандарға –
Миндә сырмау балаһы!.
Сабырлығы сиктән ашҡан –
Ҡыҙып бармаҫ һис тә юҡтан;
Дуҫын-туғанын да һатмаҫ –
Һалһағыҙ ҙа уттан-утҡа!.
Сабырлыҡ менән йәшәйҙәр –
Өйрәнгәндәр түҙергә,
...Уйнап әйтер – уйлап әйтер –
Һис уйы юҡ "һөҙөргә"..
Һүҙҙәре йор - үҙе сабыр…
Һалмаҡ баҫып атлауҙары.
Бил быуып донъя көткәндәр
Яуға киткәс атайҙары….
Әрһеҙ улар һәр бер эшкә –
Билде быуалар ҙа биштән.
Шулай йәшәй сырмауҙарым –
Эшкә егеп аң-уйҙарын!..
Гөрләп йәшәй туғандарым –
Ишле - ишле уландары...
Һай үҙемдең сырмауҙарым,
Ситкә типмәй туғандарын –
артык күрмәй – булғандарын!
Улар йәшәү ҡәҙерен белә,
Белә ниңә тыуғандарын!
Сырмаузарым.
Сырмауҙарҙы берәү ыгыш тиган -
Йөрөгәндәр имеш сырмалып...
Ашыккандар ашка беште куптән-
(Ике башы бар бит тырманың)
Ә мин яйлап көтәм донъяны-
Яйлап уйлап -яйлап һүҙ һөйләһәм -
Затымды тикшереп тормагыҙ
Затым- затлы ,Яугир атам заты-
Яуҙа ҡалган ике туганы
Яуҙан кайткас кулға балта алып
Һәр кешегә бура бураны...
Аяҡ зәғиф тиеп торманы...
Һүҙ әйтмәгеҙ минең сырмауҙарга,
Изге куңелдәрен быгауларға-
Берегеҙҙең хатта хаҡы юҡ -
Изге йәнле затҡа һүҙ әйтһәгеҙ-
Күҙ йәшкәйем сығар атылып.
Мин уҙем дә сырмау заты бит....
<...>
...Ниңә икән ғумер уткән һайын-
Тыуған яҡтарыма ашҡынам?!...
Бала саҡ тар көтөп тора кеуек -
Ҡулын болғап Бабаш башынан...
Яңғыҙ ҡарағасым -Йәшлек дуҫым,
Йәшел шәлен болғай-саҡыра...
Йәшлек дуҫым серен һөйләр ине-
Көтөп торһа шунда саҡ ҡына...
Онотолмай хатта бер көнө лә -
Их, йашлегем шундай һағынам"...
Бала саҡтар килеп китмәҫ микән -
Бабаш-тауға менеп саҡырһам...
Үткәндәргә ҡайтам - төштә генә...
Их, йәшлегем, гүзәл саҡҡынам.
(6 июнь 2013)
Ҡайтырҙар...гүргә киткәс......
Һирәкләп кенә ҡайтабыҙ |
Аптырайым... |
Әсәйемә.... |
Йәнем булмаҫ йәтим... |
Аңлар әле-аңлар моғайын... |
|
Нурида Ильгамова(Илһамлы Нур ) |