Четверг
21.11.24
12:19
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Календарь
«  Ноябрь 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930
Архив записей
Наш опрос
Я считаю, что жить в деревне:
Всего ответов: 125
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Вәлимә Зайнуллина(Яҡупова) ижадынан

       Валима Зайнуллина (Якупова) родилась  в 1964 году в Рыскужино. Как и многие девчонки и мальчишки деревни того времени, сначала училась в начальной школе деревни, потом в Казмашевской восьмилетней, потом в Амангильдинской средней школе. После школы поступила в Магнитогорский госпединститут, на физико-математический факультет. Закончив институт, уже много лет работает по специальности в Уметбаевской средней школе Баймакского района. Замужем, с мужем Ильдусом вырастили двоих детей.
    В свободное время пишет стихи.
     
    Ҡайттым ауылыма.
    Һағынып ҡайттым тыуған ауылымды
    Бала сағым-Ҡыҙыл буйҙарын.
    Сылтырап ҡына аҡҡан Ырғайҙыны
    Сана шыуған Бабаш тауҙарын.
    Яҡын миңә Ҡыҙыл буйҙарында
    Бәпкә көткән хәтфә туғайым
    Мин шуларҙы иҫләп бала саҡҡа,
    Тыуған яҡҡа ҡайтып урайым.
    Ҡыҙыл буйҙарына төшһәм инде
    Һыуға бара ят-ят килендәр
    Мин Ҡыҙылды һағынып ҡайтканымды
    Ҡайҙан ғына улар белһендәр!
    Күҙ һаламын тағын ауылыма
    Бөтә нәмә унда яңырған
    Элек иген үҫкән баҫыуҙарҙа
    Хәҙер яңы йорттар ҡабарған
    Атай йорто ғына үҙгәрмәгән
    Үҙенә тарта йылдар үтһә лә
    Хәҙер инде үҙем донъя ҡороп
    Балаларым үҫеп етһә лә
    Шул йортомдоң ҡото ,йәме булып
    Йәшәй унда атай-әсәйем
    Улар һау булғанға бәхетле мин
    Һаулыҡ, ғүмер һеҙгә теләйем
    .

    Ырғайҙыла.
    Ырғайҙы беҙҙең Субанды
    Икегә бүлеп аға,
    Ырғайҙыла ярты ғүмер
    Уҙғара бала саға.
    Яр буйында батҡағында
    Уйнай инек өй ҡороп,
    Кәҫ аҡтарып, быуа быуып
    Бик матур итеп тороп.
    Быуабыҙ - Ҡара диңгеҙ,
    Караптары - кәритә.
    Ағайҙарыбыҙ - капитан
    Теләгән ергә илтә.
    Беҙ үҫкәндә ташбаш балыҡ
    Таш аҫты һайын булды,
    Балыҡ тотоп ярылышҡан
    Иҫләйем, аяҡ-ҡулды.
    Көсөкләгән тәпейҙәрҙе
    Йыуып майлаһа әсәй,
    ,,Балыҡсы Ханнанмы ни" - тип,
    Әрләй ине өләсәй.
    Бала сағым иҫкә төшә
    Ырғайҙым менән бергә,
    Алып китһәң ине һине
    Яҙмышым илткән ергә.

    Уҡытыусыма.
    Мәктәп йылдарында бала саҡтың
    Үтә лә бит иң төп өлөшө
    Мәктәпкәсә йәшем алтын булһа
    Мәктәптәге - уның көмөшө.
    Кем яратмай икән хәтерләргә
    Бала сағын-мәктәп йылдарын.
    Шулар менән бергә уҡытыусым
    Сиртеп үтә күңел ҡылдарын.
    Берәм-берәм хәрефтәрҙән башлап
    Уҡытыусым барын өйрәтте
    Уҡытыусы, һинән башҡа кем һуң
    Аңлар икән ундай михнәтте!
    Кәрәк саҡта атай-әсәй булдың
    Булдың әртис, йырсы, бейеүсе
    Бала ыңғайына бала булдың
    Беҙҙең өсөн янып көйөүсе!
    Ҡырҡ баланың ҡырҡ ҡайғыһы менән,
    Ҡырҡ шатлығы менән йәшәйһең
    Һәр береһенә кәңәш-аҡыл биреп
    Алһыҙ-ялһыҙ шулай эшләйһең!

    Юлдаш-ауылдаш.
    Ҡайтырға тип бик алыҫтан,юлға сыҡтым
    Булыр икән кемдәр юлдаш?
    Ошо изге уйым менән
    Эҙләйем мин таныш ҡараш.
    Хәйерле юл! Беҙ ҡуҙғалдыҡ
    Ҡарайым уңды-һулды,
    Таныштарым тойолманы - 
    Бер егет юлдаш булды.
    Ул егеттән һорап ҡуйҙым
    Ҡайҙа һинең тыуған ил?
    "Япониянан", - тине егет,
    Тик утрауы - Әбйәлил.
    Һорауына күрә яуап.
    Эстән ҡыуанып ҡуйҙым,
    Әһә, ауылдаш икән, тип
    Серле генә йылмайҙым.
    Тағы һорау яуҙырҙым.
    Ә беләһеңме тарихын
    Ошо ауыл япондың?
    Ни өсөн япон икәнен - 
    Субан ауылы халҡының?
    Һөйләп бирҙе егет ауылының
    Тарихынан бер батырлыҡ
    Ауылдашы япон һуғышында
    Көрәшкәнен шаҡ ҡатырлыҡ.
    Бер батыр яуҙан ҡайтҡанын
    Георгий Тәреһе тағып
    "Беҙҙекеләр шулай бит ул!", - 
    Тине егет маҡтанып.
    Тыңлап килдем, сират миңә
    Егеткә маҡтанайым.
    Ул батыр - Ғимал Яҡупов
    - Бит минең олатайым!
    Аптыраны егет,һаубуллашып,
    Ахырҙа ҡулын һуҙҙы:
    "Ауылдаш апай янында
    Ваҡыт ҡалай тиҙ уҙҙы!"

    Төш.
    Мин уянып киттем,уйға ҡалдым
    Оҙаҡ-оҙаҡ килде йоҡлағым
    Әле генә күргән төштәремде
    Иҫләнем дә , юрай башланым:
    Мин уйнайым икән ҡыуышта
    Бесән саба атай янымда
    Шундай киң алдыра ,бакуйҙары
    Күпереп ята бөтә яланда.
    Ә әсәйем Ҡолой тауында
    Сейә тирә икән биҙрәләп,
    Биҙрәләре тулған, килә әсәй,
    Сейәләре төшә тәгәрәп.
    Услап-услап сейә бирҙе әсәй
    Эй ашаным туя(а)лмағандай
    Уянғас та бер тамшанып ҡуйҙым,
    Ауыҙымда һуты торғандай.
    Емеш-еләк ауырыу була тиеп,
    Йәһәт кенә юлға йыйындым
    Барып төштөм тыуған ауылыма
    Илауымдан саҡ-саҡ тыйылдым.
    Ҡаршы алды ҡапҡа төбөндә
    Шат йылмайып мине атайым,
    Алъяпҡысҡа ҡулын һөртә-һөртә
    Йүгереп килеп сыҡты әсәйем.
    Сәй эсерә әсәй һүҙе бөтмәй
    Яңылыҡтарҙы теҙә
    Күрәҙәсе ,яңы сыҡҡан
    Ҙур табиптарҙы белә.
    "Улар булғас,әсәй әйтә:
    Ауырыуға кемдәр бирешһен!"
    Ә мин эстән уйлап ҡуйҙым:
    "Төш юрауҙар-әбейҙәргә генә килешһен!"
    Ситтә йөрөп һағыныуҙан кеше
    Нимә генә күрмәй төшөндә
    Бар нәмәне онотоп китәмендер инде
    Көнө буйы тик мин эшемдә. 



    Шәп уҡытыусы.
    Бар беҙҙә уҡытыусының
    Бынамын тигәндәре
    Үҙен маҡтап ,ҡағыҙ яҙып
    Еңеү килтергәндәре.
    Ул ҡағыҙҙарҙы уҡыһаң
    Вәт, был эшләй, тиерһең
    Хатта эшләгән эштәрен
    Гәзиттәрҙә күрерһең.
    Ә уҡытҡан уҡыусыһы
    Әлепте таяҡ,  тимәй
    Уҡытыусы еңеүенә
    Берҙә генә тап килмәй.
    Йөҙҙән берөү менән эшләй
    Алдынғы уҡытыусы
    Ә ҡалғандар- иҫәптә бар
    Тик ыштан туҙҙырыусы.
    Ике һүҙҙе өсөнсөгә
    Ялғап һөйләшә белмәй
    Һорау бирһәң,эйе-юҡтан
    Башҡаны әйтә белмәй.
    Китте донъя артҡа табан
    Ә беҙ алға барабыҙ
    Хыялланып, юҡты бар тип,
    Званиелар алабыҙ.


    ЕГЭ биреү-чепуха.
    Бөгөн Ғәли мәктәптән
    Ҡайтты ҙур хыял менән.
    ЕГЭ биреп була, тигәс
    Яҡшы телефон менән,
    Алдыртты һәйбәт телефон.
    Бөтә нәмәһе лә бар,
    Тик Ғәлинең башҡайында
    Белем тигән нәмә тар.
    Ҡалды хәҙер бер һорау - 
    Белемле уҡытыусы,
    ЕГЭ ваҡытында йәһәт
    Дөрөҫ яуап тотоусы.
    Тапты Ғәлинең атаһы
    Башлы ағай-апайҙы.
    Улар, хаҡты яҡшы ҡуйғас,
    Күҙҙәр генә аҡайҙы.
    Ярай әле, атаһы шәп
    Риза булды хаҡына.
    Ғәли китте экзаменға
    Телефон алып ҡына.
    Һөҙөмтәләр-һоҡланырлыҡ,
    Балдар булды юғары
    Ишек асыҡ ҙур ВУЗдарға,
    Уға ни кәрәк тағы!
    Юғары уҡыу йортонда
    Рәхәт икән уҡыуҙар!
    Теләһәң бараң дәрескә,
    Теләмәһәң-ҡайтыуҙар!
    Рәхәт донъя күп барманы
    Тағын етте имтихан,
    Сессия тигән нәмә яман.
    Юғары уҡыу йортонан
    Килде хушлашыр заман.
    Һаман йәшәп булмай икән
    Кеше елкәһе менән,
    Юғары уҡыу йортонда
    Һәйбәт телефон менән.