Пятница
29.03.24
04:59
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 331
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Айhылыу Хәсәнова ижадынан

     
    Айсылу Хасанова родилась в многодетной семье ветерана войны Габделхая Фаизова из деревни Утяганово Абзелиловского района. Начала писать свои первые стихи еще будучи ученицей в Сибайском школе-интернате. Вышла замуж за жителя деревни Рыскужино Галимьяна Хасанова, они воспитали пятерых детей. Все их дети кроме младшего, который еще учится в профтехучилище, уже нашли свои места в жизни. Айсылу пишет стихи на разные темы, здесь мы постараемся показать некоторые из них...
     

    Тереһыуҙы тапһам әгәр…
    Теүәлләнһә барса эштәр,
    Сорнап алһа кисерештәр,
    Менеп тауҙың башҡайына,
    Тирә-яҡты байҡайым да
    Уйлап ҡуям гел бер уйҙы:
    Тапһам әгәр тереһыуҙы
    Бөркөр инем ергенәмә,
    Ергенәмә, бергенәмә.
    Телгеләнгән ҡырҡҡа йәне,
    Бүлгеләнеп бөткән тәне,
    Урман, һыуын, тау, яланын
    Һин таланың, мин таланым.
    Шул ерҙәрҙән үткем килә,
    Тереһыуҙы бөрккөм килә:
    Аҡтарылған ташлыҡтарға,
    Баҫыуҙағы ашлыҡтарға,
    Күккә - һабантурғайҙарға,
    Һыу буйҙары, туғайҙарға,
    Һирәгәйгән урмандарға,
    Мал тапаған болондарға,
    Һибер инем йырындарға,
    Ҡотһоҙланған урындарға.
    Томбойоҡһоҙ тоноҡ күлгә,
    Сәскә атмаҫ ҡыҫыр гөлгә
    Тереһыуҙы бөрккөм килә,
    Тереһыуҙы бөрккөм килә,
    Эҙләп уны киткем килә,
    Барсаһына һипкем килә.
    Заманғынам борон түгел,
    Әкиәт һөйләр урын түгел,
    Батыр түгел исем-атым,
    Юҡ ҡанатлы Аҡбуҙатым,
    Юҡ ҡөҙрәтем, юҡ көсөм дә,
    Тик бер уй минең эсемдә:
    Тереһыуҙы тапһам әгәр,
    Уны уртлап ҡапһам әгәр,
    Бер минут та тотмайынса,
    Тамсыһын да йотмайынса,
    Бөркөр инем ергенәмә,
    Ергенәмә, бер генәмә.
     
     
    Әсәйем бар.
    Ҡасан ғына әсәй
    Һылыу, көслө ине.
    Мәңге һүнмәҫ, балҡыр
    Ҡояш төҫлө ине.

    Хәҙер минең янда
    Шиңеп, сүгеп ҡалған.
    Гүйә шытым биреп
    Елдә кипкән ҡаулан. 
     
    -Хәлең нисек, - тиһәң
    Яуап бирә түҙем:
    -Шөкөр, шәпмен әле,
    Йөрөп ятам үҙем.
     
    Уның менән бергә
    -Шөкөр, шөкөр, - тинем.
    Яҡты ҡояш һымаҡ
    Әсәйем бар минең.
     
     
    Әсәйем бар
    Үрнәк итеп ҡуйып һәр саҡ
    Атайымдың һәммә эшен.
    Етемлеккә төшөрмәйсә,
    Ҡурсып алып ҡалған кешем,
    Баһалаусы атам хаҡын.
    Хөрмәтләүсе исем-атын,
    Уның яҡты иҫтәлеген
    Һаҡлап тоғро ҡалған
                          ҡатын -
    Әсәйем бар.
                  Һөйөү наҙын
    Өләшеп һәр балаһына,
    Атай рухын дауа итеп
    Япты күңел яраһына.
     
    - - - - - - - - - - - - - - - -
    Ағын һыуҙай ғүмер үтә.
    Булаһылар булған инде,
    Булаһылар булған инде
    Буяуҙары уңған инде...
     
    Барыһы ла булған инде...
    Ғүмер юлын матур уҙҙым.
    Өмөтөмдө өҙгәнем юҡ,
    Сырағы ҡырҡ ҡатын-ҡыҙҙың.
    Ҡартайырға йыйынмайым,
    Ун һигеҙҙә кеүек йөрәк.
    Артҡа түгел алға ҡарап
    Заман менән йәшәр кәрәк.
     
    Өләсәйем, әсәм, апайым.
    Рәхмәтлемен, мәңге рәхмәтлемен
    Өләсәйгә, әсәй, апайға.
    Улар миңә рух ныҡлығы биреп
    Йәнәшәмдән генә атлайҙар.
     
    Бер үҙемә шулай өс кешенең
    Һөйөүҙәрен, наҙын аламын.
    Улар барҙа бәп-бәләкәй генә,
    Иркәләрҙән-иркә баламын.
     
    Яурыныма ҡунған өс фәрештәм -
    Өләсәйем, әсәм, апайым.
    Һеҙҙән үрнәк алып, илһамланып
    Тормош һуҡмағынан атлайым.
    Өләсәйем, әсәм, апайым.
     
    Еләклек
     
    Тау буйында ҡыҙыл еләклек,
    Еләклеккә килеп эләктек.
    Нурға төрөп үлән араһын,
    Ҡамаштырып күҙҙең ҡараһын
    Еләктәре бешеп эйелгән,
    Ҡыҙыл балаҫ булып йәйелгән.
    Сихәт булып йәнгә-тәндәргә,
    Насип булһын бергә тәмләргә.
     
    Тырыз тулды, ҡайтыр мәл инде,
    Ташлап ҡайтыуҙары йәл инде...
     
    Йырауға
        (Булат ҡустыма)
    Быға тиклем ниңә белмәгәнмен
    "Абдрахман" да тигән йыр барын.
    Уны ишеткәндән бар булмышым,
    Өҙөлөп тә ҡала тын-һулышым,
    Тыңлап туймай башҡорт  йырҙарын.
    Әһәңле лә тауыш моң эйәһе,
    Яурыныңдан тапап бер һөйәһе
    Мең рәхмәтле һиңә күңелем.
    "Абдрахман"ды йырлап уйландырыр
    Һинең кеүек йырау түгелмен,
    Аһ, ниңә мин дә йырау түгелмен...
    Халыҡ йырҙарының юҡ бәйәһе.
    Әһәңле лә тауыш, моң эйәһе
    Мең рәхмәтле һиңә күңелем!
    Йырға ғашиҡ иттең күңелде,
    Һандуғастай моңоң түгелде...
     
    Апһыныма
    Оло еңгә булдым килендәшкә.
    Ғүмерлеккә бергә апһындар.
    Бәхет шишмәләре сылтыр-сылтыр
    Йәнәш кенә тыныс аҡһындар...
     
      Донъя йөгө күпме баҫҡанда ла
      Бирешерлек түгел апһыным.
      Бер ҡараһаң, шундай алыҫ кеүек,
      Бер ҡараһаң - шундай яҡыным!
     
    Араларҙан ниндәй елдәр иҫмәҫ
    Тик булмаһын күңел тарлығы.
    Яҙмышымдың бәлки бүләгелер -
    Апһынымдың янда барлығы.
     
    - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - -  -
     
    Килен булдым сит-ят ергә,
    Аяҡ баҫтым ҡәйнәм тупһаһына.
    Күбәләктәй янып - өтөлмәйсә
    Төшһәм икән бәхет уртаһына.
    Ҡәйнә тупһаһынан яралған, тип
    Әйтәләр бит уңған килендәргә.
    Ҡәйнә - килен берҙәй наҙын бирә
    Шул тупһала тыуым - килемдәргә.
    Хәтерләйем гел дә килен булып
    Баҫҡан саҡты ҡәйнәм тупһаһына.
    ...Ейәнемде ҡулға алғас белдем -
    Төшкәнмен мин бәхет уртаһына!
     



    СИБАЙ
    Поэма.
                    
       Сибай ҡалаһына нигеҙ һалып, унда ташсы
       булып эшләгән яҡташтарым
       Хәлимә Мәһәҙиева, Нурия Ғәбитова (мәрхүмә)
       апайҙарыма бағышлайым.
     
     
    Йәшлек газетаһында баҫылған  конкурс шиғыры "Китмә Таһир!"
     
    2014 йылдың 10 июнендә Аҡбуҙат журналында шиғриәт секцияһында Фирүзә Абдуллинаның, Айһылыу Хәсәнованың һәм Мәүлит Кәримовтың ҡулъяҙмалары тикшерелеп, айырым китап итеп сығарырға тәҡдим ителде
    Аҡбуҙат журналы редакцияһында бер төркөм ижадсылар яҙыусылар Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, Зөфәр Вәлит, Дамир Шәрәфетдинов, Тамара Юлдашева менән иҫтәлеккә фотола