28 апрель көндө Рысҡужа ауылы клубында ауылдашыбыҙ Ғималова Мөхлиса Зәйнулла ҡыҙының хәтер кисәһе үтте. Мөхлиса апай 8 бала әсәһе ине, Рәшит апа менән балаларына яҡшы тәрбиә биреп оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар.
Мөхлиса Зәйнулла ҡыҙының һаҡланған шиғри яҙмаларын балалары, ейән-ейәнсәрҙәре матур китап итеп баҫтырып сығарып, ауылдаштар менән таныштырҙылар.
Мөхлиса апай тураһында беҙҙең сайтта ошонда уҡырға мөмкин.