20 февраль көндө Рысҡужа ауылы һәүәҫкәр артистары (етәксеһе Зөһрә Зиннәт ҡыҙы Мәһәҙиева) Баймаҡ районының Билал ауылына концерт менән юлланды.
Билал халҡы концертты бик ихлас, алҡыштар менән, йылы ҡабул итте. Был концерт бынан алда беҙҙә булып киткән Таһир ауылдары концертына яуап булды.