Республика көнөнә арналған саралар 6 октябрь көндө Ҡаҙмаш клубын асыу тантанаһы менән башланып, Асҡарҙа дауам итте. Был сараларҙа Рәсәй Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Юғары Советы депутаттары, шулай уҡ башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Ошо сараларҙың бер өлөшө булып Асҡарҙа Ҡоролтай ултырышы булып үтте. Был ултырышта ауылдашыбыҙ, ауыл старостаһы һәм депутатыбыҙ Вәкил Әнәс улы Маҡтау Грамотаһына - Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ауылдаштар исеменән уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, эшендә, ауыл мәнфәғәтендә эшләүендә уңыштар теләйбеҙ!