Бөгөн Рысҡужа ауылында ҙур байрам: ауылдың Көбөләр араһы үҙҙәренең Шәжәрә байрамын үткәрә. Байрам урыны итеп Рысҡужа ауылының Сумған тау битен, Йотҡос буйын һайланылар.
Был араға ауылдың Имамовтар, Хәсәновтар, Ихсановтар, Мәһәҙиевтар, Хәмзиндәр ғаиләләре ҡарай. Шулай уҡ хәҙер ауылда йәшәмәгән Мәхмүтовтар, Фәхриевтар ҙа ошо араға инә.
Был ара кешеләре ҡасандыр сырмау араһы менән бер ара булып торғандар. 18-се быуатта бер туғандар Нияҙғолдан сырмауҙар, Шаһинияҙдан - көбөләр таралған.
Был сара ата-олатайҙарыңды хәтерләү, үҙ ырыу-нәҫелдәрен теүәлләү, йәш быуынды тәрбиәләү маҡсатынан сығып уҙға
...
Читать дальше »