26 апрель көндө ауыл клубында ауыл халҡының йыйылышы - сход булып үтте.
Сход көтөү ойоштороу, ауылда, ауыл зыяратында экологик таҙартыу өмәләрен, Сәләмәт ауыл конкурсында ҡатнашыу барышын ҡарап китте.
Быйылға ауылдың һыйыр малы көтөүен Басиров Менәүәргә бирергә ҡарар сығарылды, хаҡы бер баш малға - 200 һум. Шулай уҡ көтөүгә ҡыуылмай ҡалыусы башмаҡтар булмаһын ине тигән талап та ҡуйылды.
30 апрель инде традицияға әйләнгән ауыл зыяратын таҙартыу буйынса өмә буласаҡ (ир-аттарға), әҡатын-ҡыҙҙар ауылдың сүп-сар түгеү урынын таҙартырға тейеш булалар.
...
Читать дальше »