Миҙгелдәргә оҡшатам мин
Ҡатын-ҡыҙҙың тормошон,
Тәҡдиренә яҙылып ҡуя
Яҙыҡышы-яҙмышы.
Морон төртөп яңы сыҡҡан
Сәскә кеүек саф яҙы.
Наҙлы ғына, иркә генә
Ҡабатланмай ҡыҙ сағы.
Сират менән килә йәйе,
Сәскә ата балҡып-көлөп,
Бер төҫ түгел, төрлө –төрлө,
Ҡуя күрмә мәлһеҙ өҙөп.
Береһе була уттай яҡты,
Ҡайһы бере көндөҙ түгел,
Төн йөҙөнә йәм индереп,
Сәскә ата йондоҙ кеүек.
Гөлдәренә иртә ҡырау
Теймәһен тип ҡосоп-һөйөп,
Үтеп китә йәй миҙгеле,
Бөтәһен дә бер тиң күреп.
Яҡынлаша, ана, көҙө,
Йәм индерә тормошона –
Яҙсәселгән орлоҡтары
Сыуаҡ көҙҙоң уңышына.
Һөйөнөсө-көйөнөсө
Килә уға сират менән,
Барыһын да йөрәгенән
Үткәрә ул яйы менән.
Ғүмеренең һәр осорон
Дөрөҫ итеп һүткәнендә,
Йәне тыныс, миҙгелдәрҙең
Иң һуңғыһын үткәргәндә.
Был миҙгелдәр тура килмәй
Берәүҙәргә яҙмыштанмы?
Сәскәһенә бөрөләнә –
Ата алмай яңылыштанмы?
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы
Бер янмаһа ла бер яныр,
Һәр миҙгелдең матурлығы
Йөҙҙәрендә балҡып ҡалыр…
|