Среда 27.11.24 20:34 |
Приветствую Вас Гость Главная | Регистрация | Вход | RSS |
Случайное фото из альбома сайта | ,
Статистика |
---|
Онлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0 |
|
Сайт деревни Рыскужино
Каталог статей
Араҡы эсмә улым!
- Кеше икәнһең, аҡылың булһа —
араҡы эсмә!
-
- Кешелектең йәшәү дәүерендә
«араҡы» тигән шыйыҡлыҡты иң беренсе
булып кем уйлап тапҡандыр, бер ҡасан
да тапҡан кешеһн тураһында һис ҡасан
осратҡаным булманы.
- Белеүебеҙсә, араҡы Аллаһы
тәғәләнең иң беренсе дошманы булып
һанала. Ни өсөн тигәндә, донъяляағы
үлем һәм бәлә-ҡазалар фәҡәт ошо «араҡы»
тигән шыйыҡлыҡты эсеү арҡаһында эшләнә.
Һәр төрлө авариялар, эскән килеш кешенән
үс алыуҙар, эскән килеш кеше үлтереүҙәр,
эскән килеш өйөнөң эсендә янып үлеүҙәр,
эскән килеш урлашыуҙар, эскән килеш
донъялағы булған насарлыҡтар фәҡәт
ошо «араҡы» тигән шыйыҡлыҡты ҡулланып
башҡарыла.
-
Руль артына араҡы эсеп ултырған
шоферҙар килтергән, йәки дошманына үс
итеп уны үлтереү, уның донъяһына,
хужалығына ҡул һуҙыу, кешенең балаларына
төҙәлә алмаҫлыҡ ҡаза килтереү кеүек
яуызлыҡтар тик һәм фәҡәт эскән, иҫерек
килеш башҡарыла.
- «Араҡы» тигән шыйыҡлыҡтың
кешегә килтергән «хеҙмәтен» яҙып
бөтөрөү өсөн үҙенә бер китап яҙыу ҙа
етмәҫ ул!
-
Эй кешем! Улым! Туғаным! Әгәр
башыңда төймәләй генә аҡылың булһа,
зинһар, тип әйтәм, «араҡы» тигән
шыйыҡлыҡты эсмә! Зинһар, эсмә, эсмә,
эсмә, йәме!
-
- Һине яратыусы,
һиңә ҙур өмөттәр бағлаусы олатайың
Насирйән.
-
15 ноябрь
2011 йыл.
|
Категория: Статьи односельчан | Добавил: Айбулат (19.11.11)
|
Просмотров: 654
| Рейтинг: 0.0/0 |
|