Ауылда аҡса аяҡ аҫтында ята
Ялҡау булмаһаң, һепертке бәйләп тә донъя көтөргә була.
Хужалыҡтар тарҡалғандан һуң, эшһеҙ ҡалған ауыл халҡы оҙаҡ ваҡыт баҙар шарттарына, заман талаптарына яраҡлаша алмай ыҙаланы. Башлы кешеләр, элекке тормоштоң кире ҡайтмаҫын күҙаллап, үҙ эштәрен асты, һөнәре булмағандар аҡса артынансит тарафтарға юлланды, эшҡыуарлыҡ һәләте булмағандар(бындай һәләт һәр кемгә бирелмәй), донъяһынан айырылып китә алмаған айырым кешеләр хәленән килгән төрлө эштәр менән булышып көн итә башланы.
Үткән быуаттың 80-се йылдарында тыуған ауылым Хәлилдә Ғәбделхай ағай Камаловтың йорто алдында тауҙай өйөлөп ятҡан селекте күреп, беҙ, йәштәр уның нимәгә тәғәйенләнгәнен аңламайынса, аптырашта ҡала торғайныҡ. Селектән һепертке бәйләгәс, ул тиклем һеперткене ҡайҙа итә икән, тип ғәжәпләнер инек. Баҡтиһәң, ул саҡта ла һеперткегә һорау ҙур булған икән.
Бөгөн районда күптөр һепертке бәйләп, уның менән сауҙа итә. Был ауыр эшме? Һепертке әҙерләү үҙен аҡлаймы? Сираттағы эш сәфәрендә ошо һорауға яуап табырға тырыштым.
Ҡайҙа нисектер, әммә райондың тау-урман төбәгендә бының менән байтаҡ кеше шөғөлләнгәнен белгәнгә күрә, Рысҡужа ауылында туҡтап, юлда осраған ауыл кешеһенән кемдәрҙең һепертке бәйләүе менән ҡыҙыҡһындым. Бер нисә исемде әйттеләр. Шулай итеп, беҙгә яҡын йорттоң урам ҡапҡаһын асып индек һәм… урам тулып ятҡан һеперткегә юлыҡтыҡ.
Йорт хужаһы Марс Басиров оялсан, һүҙгә һараныраҡ кеше булып сыҡты. Шулай ҙа, тырыша торғас, уға тел асҡысы таптыҡ һәм һөйләшеп киттек. Совет йылдарында Марс СХТ-ярҙамсы хужалығында, Заветы Ильича колхозында, һуңынан Амангилде совхозына ҡараған Рысҡужа фермағында малсы булып эшләй. Өйләнә, бер-бер артлы дүрт балалары донъяға килә. Шулай итеп иртәнге көн өсөн борсолмай, матур итеп ятҡанда хужалыҡ тарҡала. Был ваҡиға, күпселек ауыл халҡын борсоған кеүек Басировтарҙы ла ауыр хәлдә ҡалдыра. Эш юҡ, тип тик ятып булмай, йүнен табырға, ғаиләне аҫырарға кәрәк. Тиҙҙән Марс, үҙ йүнен үҙе күреп, селектән һепертке бәйләргә тотона.
- Өйрәнеп китеүе, әлбиттә, еңелдән булманы, - ти Марс Сәрүәр улы. – Бының өсөн селекте ҡырҡып алып ҡайтырға, бәйләргә, һатыу урынын белмәһәң, өҫтәүенә транспортың да булмаһа, һепертке менән сауҙа иткән кешеһен табырға кәрәк. Тырышһаң – эш ҡарышмай. Мин байтаҡ йылдар һепертке бәйләйем. Шуға күрә эше мәшәҡәтле булһа ла, һепертке бәйләп тә донъя көтөргә була, тип әйтер инем.
- Әңгәмәсем әйтеүенсә, иң ауыры – көрт йырып, ҡырҡып, селекте алып ҡайтыу. Бының өсөн ул бысҡынан эшләнгән махсус ураҡты файҙалана. Алып ҡайтҡас, бер көндә яҡынса 500 – 600 һепертке бәйләй. Һеперткенең күмәртәләп тапшырған хаҡы 1 һум 80 тин тороуын иҫәпкә алғанда, бер көндә 900 – 1000 һумлыҡ продукция әҙерләргә була. Һепертке һатып, бер ҡышта Марс күпме аҡса эшләгәнен әйтеп торманы. Әгәр ошо шөғөлдән килгән аҡса ҡыҙҙарының уҡыуы өсөн, газга, электр түләүгә, яңы йорт төҙөүҙе алып барырға етә икән, күрәһең, эш табышлы. Бынан тыш улар бәйләнгән һеперткеләрен таҙа бойҙайға, тауыҡ еменә, һолоға, башҡа ауыл еренә кәрәкле тауарҙарға алмаштырып торалар. Әңгәмәсемдең фекеренсә, бының өсөн тере аҡса түләүе йәл булһа, һеперткене уйламай ҙа тотоналар.
Басировтар, һәр ауыл кешеһе кеүек, ат, бер нисә баш һыйыр, башмаҡ, быҙау, ҡош-ҡорт тоталар, картуф, йәшелсә үҫтерәләр. Йәй көндәре йорт хужабикәһе юлға сығып, һөт, ҡаймаҡ, картуф менән сауҙа итә. Былар, үҙ сиратында, һепертке һатыуҙан килгән табыш менән бергә, ғаилә бюджетын яҡшы ғына тулыландырып тора. Әйткәндәй, Рысҡужала тиҫтәләгән кеше ошо эш менән мәшғүл һәм әлегә бер кем дә һепертке бәйләп аҡса эшләгәненә үкенмәй ҙә, ғәрләнмәй ҙә.
Нимә әйтке килә? Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙҙа эскелек кәмеүгә табан бара, йүнен табып, ишле мал тотоп, баҡса үҫтереп, матур донъя көткән ғаиләләр ишәйә. Шул уҡ ваҡытта эш юҡлыҡҡа һылтанып, көноҙоно баҡсаға, ҡапҡаға таяу булып торған, ҡартайған ата-әсәһенең пенсияһына ҡарап йәшәгән ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар күп әле. Улар үҙ шөғөлдәрен тапһын, аҡса эшләһен, матур ғаилә ҡороп йәшәһен ине, тип әйтке килә. Ауылда аҡса, ысынлап та, аяҡ аҫтында ята. Тик ялҡау булмаҫҡа, тырышлыҡ күрһәтергә кәрәк. Быға бөгөнгө мәҡәләмдең геройының тормошо асыҡ миҫал булып тора.
Зөлфәр Амангилдин
Осҡон газетаһы. 19 ғинуар 2012 йыл һаны.
|