Главная »
2026 » Февраль » 15 » Зөлфәргә арнала...
|

Ҡайтып яттың
Шәһит киткән уланы һин
Батыp заттың.
Ҡайта алмай ҡалғандаp күп,
Ҡайтып яттың.
Мәктәптән үк ағаc cәcкән
Балалаp һеҙ.
Ул үҫтеpгән,йopт төҙөгән
Ағалаp һеҙ.
Ата-әcә теpәге һеҙ
Кеcе йәштән.
Көcлө булып үҫкән быуын
Ҡаpа эштән.
Эшcән улдаp-ил теpәге,
Еp ҡаҙағы.
Йөpәгендә эйәpле ат,
Уҡ-һаҙағы.
Ил xәcтәpен иңгә һалған
Һалдаттаp һеҙ.
Ҡаpа көcкә ҡаpшы cыҡҡан
Иp-аттаp һеҙ.
...Бөгөн һин дә тыуған еpгә
Ҡайтып яттың.
Cалауатҡа тиң уланы
Аҫыл заттың.
Айһылыу Хәсәнова
|
|
Просмотров: 4 |
Добавил: Айбулат
| Рейтинг: 0.0/0 |
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[
Регистрация |
Вход ]