Ауылдаштар иғтибарына!
7 май көндө «Ауылдаштар осрашыуы»н ойоштороу комиссияһының ауыл советы
администрация башлығы менән берлектәге сираттағы ултырышы үтеп китте.
4 май көндө үткән ауыл тирә-яғын таҙалау буйынса үткәрелгән өмә һөҙөмтәләре
яҡшы, тип билдәләнде. Унда ҡатнашыусы бөтә ауылдаштарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Осрашыу булыр алдынан тағы ла бер өмә үткәреү кәрәк булыр, тип табылды.
Шул уҡ ваҡытта ауылдаштар яғынан ихаталар төҙөкләндереү, буяу эштәрен башҡарыу
буйынса эштәр бик һүлпән темпта барыуы билдәләнде! Кемгәлер өмөтләнеп ятмайыҡ,
ауылдаштар, эште тиҙләтәйек!
Ауылдың йәмен ебәреп ултырған иҫке, кеше йәшәмәгән, яраҡһыҙ йорттар
хужаларына йәки уларҙың туғандарына был йорттарҙы осрашыу ваҡытында ҡунаҡтарға
оялмай күрһәтеү ярамаҫ, берәй сараһын күрер кәрәктер ул…
9 май иртәнге 10-дан ауыл зыяратын
тәртипкә килтереү буйынса дөйөм өмә
үткәрелә. Балта-бысҡы алып барырға кәрәк була. Ихласыраҡ ҡатнашыуығыҙ һорала.
Өмәнән һуң комиссия Амангилде
ауыл Советы администрацияһы
башлығы менән берлектә һәр ихатала эштәр
барышы менән танышасаҡ.
Осрашыуҙы ойоштороу
комиссияһы.
|