Главная »
2016 » Июнь » 18 » Медицина көнө айҡанлы үткән сара
21:42 Медицина көнө айҡанлы үткән сара |
Фотоны ҙурайтып ҡарау өсөн фотоға баҫырға кәрәк.
17 июнь көндө Рысҡужа ауылы клубында Медицина работниктары көнөнә бағышлап, Сәләмәт ауыл программаһында ҡатнашыу сиктәрендә, ауылыбыҙҙың оло быуыны кешеһе - ғүмере буйы беҙҙең ауыл кешеләренең һаулығы һағында тороусы фельдшер Кифая инәй Мәһәҙиеваны ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан ойошторолған тәбрикләү кисәһе үтеп китте.
Мәһәҙиева Кифая Минислам ҡыҙы 1936 йылдың 3 ғинуарында Миәкә районының Ҡаран ауылында тыуған. 7 класс белем менән 1951 йылда Өфө медицина училищеһына уҡырға инә, 1955 йылда уны тамамлап комсомол путевкаһы менән Әбйәлил районынының Мөхәмәт ауылына ебәрелә. Абҙаҡта уҡытыусы булып эшләп йөрөгән Рысҡужа егете Вәкил Мәһәҙиев менән танышып, артабанғы тормошон уның менән бәйләй. Ҡаҙмаш, Ярлыҡап, аҙаҡ хаҡлы ялғаса - Ҡаҙмаш ауылдарында фельдшер булып эшләй, Вәкил апаның эше буйынса күсеп йөрөп уға - библиотекарь эшен дә башҡарырға тура килә. Улар 4 балаға ғүмер, тәрбиә бирәләр. 1984 йылда ике ауылдың алмаштырғыһыҙ фельдшеры Кифая инислам ҡыҙы 25 йыл стаж менән хаҡлы ялға сыға, дөйөм эш стажы 30 йыл.
Кифая инәйҙе тәбрикләү кисәһенә ауылдаштар, туғандары килгән ине. Уға һаулыҡ, йән тыныслығы теләп - юбилейы менән ҡотлап үттеләр.
|
Просмотров: 854 |
Добавил: Айбулат
| Рейтинг: 3.0/2 |
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[
Регистрация |
Вход ]