Бөгөн, 30 ноябрь көндө ауыл клубында Һибәтова Фатима Ғәбделкәбир ҡыҙының Ижад кисәһе үтте. Был сараны ҡатын - ҡыҙҙар советы, Ҡыҙылым фольклор ансамбле, ветерандар советы ойошторҙо.
Сараға төрлө төбәктәрҙән ҡунаҡтар килде. Йәйғор әҙәби берекмәһе, Ҡуңырбуға әҙәби берекмәһе ағзалары килде. Улар ошо берекмәләрҙең эшендә ихлас ҡатнашыусы юбилярҙы ихлас күңелдән ҡотланылар.
Сара һуңынан ҡунаҡтар тәмле сәй менән һыйланып, уйнап-көлөп, киләсәккә тағы ла йәмәғәт эшендә актив ҡатнашыу, әҙәбиәт, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, халҡыбыҙ берҙәмлеген, дуҫлығын, ауылдарҙа ғаилә институтын матур итеп һаҡлау өҫтөндә эшләргә, йәштәрҙе ошо йүнәлештә эшләүгә йәлеп итергә һүҙ ҡуйышып, юбилярға яҡшы теләктәр теләп таралышты.
|