Случайное фото из альбома сайта | ,
Статистика |
---|
Онлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0 |
|
Сайт деревни Рыскужино
Гостевая книга
Страницы: 1 2 3 ... 6 7 »
Показано 1-15 из 99 сообщений
99.
Минзаля
(30.05.16 21:39)
0
Фахриев Рифты Гөлфиә ҡыҙы эҙләй, ата-әсәләре бәләкәй сағында айырылышҡандар, тыуғандары юк микән?
Ответ: Рифтың ике апайы Асҡарҙа йәшәй - Гөлшат менән Гөлнур(бәлки Гөлнур апай Магнитталыр ҙа). Гөлшат апай точно Асҡарҙа. Бер туған һеңлеһе менән ағайҙары күптән мәрхүм инде... Гөлшат апайҙың координаталарын ошо арала табып, электронкағыҙға ебәрергә тырышырмын. Ә Һеҙ кем булаһығыҙ һуң?
|
98.
Минзаля
(16.05.16 14:30)
0
Һаумыһыгыҙ, Айбулат ағай. Фахриев Ханнан тигән кешенен ,Риф исемле малайы бармы?
Ответ: Риф тигән улы 1964 йылғы ине... уны инде байтаҡ йылдар тапмайҙар...ҡайҙалығын белергә теләүсе лә юҡ, шикелле... Туғандары почти бөттө бит инде...
|
97.
Назир Сабитов
(19.03.16 18:40)
0
Бик яҡшы, тик хәрефтәр уаҡ, ниндәй хоста эшләнгән?. Һорауҙар булһа минен сайт http://nazir1965.com/ Әбйәлил, Таштимер ауылы
|
96.
Нурида Тухватуллина
[Незабудка]
(04.02.16 18:41)
+1
Ҡайтырҙар...гүргә киткәс......Һирәкләп кенә ҡайтабыҙ Әсәйҙең яндарына... Ваҡыт етмәй тибеҙ һәр саҡ Берәүҙәр һорағанда...
- Хәлең нисек, әсәкәйем? Тимәйбеҙ беҙ - тәү башлап, -Бер балаң да килмәнеме- Тибеҙ -өйгә ҡараш ташлап...
Бар нәмә лә шул көйөнсә, Үҙгәрмәгәнгә микән?! - Нишләп башҡаларың килмәй- Тиһеңдер йәнен үртәп...
-Килерҙәр әле-ҡайтырҙар, ( Тиер һүҙеңде йөпләп!) Хоҙай әмере еткәс- -Килерҙәр... бер көн илашып, Хайырлыҡтарын йөкмәп... .
|
95.
Ильгамова Нурида
(26.04.15 16:14)
0
Аптырайым...
...Хат яҙҙым мин Ҡыш бабайға- Һораным күп бүләктәр... Күңелгә бары ла кәрәк- Әҙме инде теләктәр?!...
Рәхмәт тием Ҡыш бабайға- Һорағанды ебәрә... Тик ниңәлер әсәй генә Ҡыйбат тиеп һөйләнә...
Ҡыш бабайҙы ла йыш тиргәй- ,,Аҙҙыра ти баланы... Һанһыҙмы ти ҡыш бабайҙың Бүләк тулы яланы?!..
Аптырап ултырам шуға- Әсәйҙең тип ни эше, Яңы йылдар еткән һайын- Бүләк көткәнгә кеше...
|
94.
Ильгамова Нурида
(08.03.15 05:45)
0
Әсәйемә....
...Бер ҡасан да серең сисмә тинең - Күҙ йәшеңде дошман күрмәһен... Аңлайым да...тик һағыштар йәнгә Һыймағанда тағы түҙмәйем...
Тамсы йәштәр тама күҙҙәремдән, Тик бирмәйем йәнгә үкһергә... Хоҙай биргән ошо ғүмерҙәргә- Тейеш шөкөр итеп түҙергә...
...Түҙерлек тә хәлем ҡалмай ҡайсаҡ- Йәндеме йолҡҡолап өҙөргә?! Аҡ өмөттәр бағлап хискә һалам- Аҡ хыялдар булып йөҙөрҙәр...
Нурида Ильгамова.Асҡар.
|
93.
Ильгамова Нурида
(08.03.15 05:41)
0
Йәнем булмаҫ йәтим...
...Бар теләкте әйтмәй үҙ халҡыма- Ниңә әле телем тешләйем?! Тел байлығы биргән шөкөр Хоҙай, Әйтер һүҙҙәрем күп-нишләйем..
Шуға ла мин көндө-төнгә ялғап- Ҡәләм алам тағы ҡулыма... Аҡ хистәргә төрөп- аҡ өмөттө- Тапшыраһы ине улыма...
Улым бер саҡ улдарына һөйләр- Сал тарихта ҡалыр һәр һүҙем... Башҡортлоғон һаҡлар-телен данлар- Ҡая тауҙай тотор ул үҙен...
Илен ,телен һанлағандар йәне- Тағы балҡыр-тағы көсәйер... Тыуа-тыуған бирле халҡы менән- Йәшәгәндең рухы көсәйер!...
...Ғөрөф ғәҙәттәрҙән айырылмай- Ошо иман менән йәшнәйем... "Заттан килгән иман ташлап китмәҫ- Милләтле бул!"- тине әсәйем...
...Һәр бер һүҙе аңда-йөрәгемдә, Үҙ телем бар...ерем...милләтем, Үҙ ерендә,халҡы менән йәшәп- Йәнем булмаҫ,беләм,һис йәтим...
|
92.
Ильгамова Нурида
(08.03.15 05:11)
0
Аңлар әле-аңлар моғайын...
...Һәр бер күҙҙән серле нур эҙләйем, Изге һүҙ эҙләйем күңелдән... Юҡ мин әле ошо изгелектән- Кешелектән әле төңөлмәм...
Аңламайым шундай хас күңелдең Әҙәм йәнен ҡыйып йөрөүен... Минең йәнем ләкин һис ҡасан да Рәнйетмәне шөкөр береһен..
Берәү килеп йөҙҙәремде йыртып, Рәхәт тапһа минән көлөүҙән- Донъялыҡта ҡылған этлек өсөн- Берәй яза бер көн күрерҙәр..
Шуға үҙ-үҙемде йыуатамын Торма әле тиеп моңайып- Кемдер хаҡ һәм кем һүҙҙәре нахаҡ- Аңлар әле бер саҡ моғайын...
|
91.
Ильгамова Нурида
(08.03.15 05:06)
0
Нурида Ильгамова(Илһамлы Нур ) 57 лет, Уфа
Шифалы Ил-Әбйәлил...
...Ете күлле,Ҡырҡты таулы- Беҙҙең тыуып үҫкән Ил!... Күңелдәргә илһам бирә, Йәнкәйеңә өмөт өрә- Ожмахҡа тиң Әбйәлил!..
ПР; Күңелеңде һағыш баҫһа- Йәнкәйеңдән өмөт ҡасһа- Һин дә дуҫҡай беҙгә кил!..
...Төрлө тарафтарҙан йәйен- Киләләр Тоҙлокүлгә... Тоҙлокүлдең сихри көсө- Күптән таныш Халыҡ өсөн- Таралған бөтә Илгә....
Пр; Йәнкәйеңдең хәле бөтһә- Ҡаты сирҙәр аҙып китһә- Килегеҙ Тоҙлокүлгә!
Пр(ПОВТОР) Әбйәлилдең саф һауаһын, Күлдәренең мең дауаһын- Бүләк итербеҙ һеҙгә!....
Нуриҙә Илһамова.Асҡар..
|
90.
Ильгамова Нурида
(08.03.15 05:05)
0
Нурида Ильгамова(Илһамлы Нур ) 57 лет, Уфа
Ҡайтам әле....
...Рысҡужама тағы ҡайтам әле- Бында минең дуҫтар,туғандар... Тәүге һулыш алған гүзәл яҡтар-- Йөрәгемдә урын алғандар...
Ауылымды бик һағындым дуҫтар, Шундай ғәзиз миңә был яҡтар... Югереп түгел осоп ҡайтып барам- Ергә теймәй хатта аяҡтар...
Ырғайҙымдан услап һыу эсәмен, Һағыштарҙы бәлки баҫырҙар... Йөҙ шифаһы тейеп татлы һыҙҙың Бар һағыштар йәндән ҡасырҙар...
|
89.
Хамида
(06.01.15 23:18)
0
Ещё раз спасибо за сайт. Я очень рада за односельчан, за Фатиму апай. Большое спасибо организаторам ёлки для пожилых.
|
88.
murat Хуснитдинов
[Морат]
(16.08.14 15:24)
0
hаумыhыгыз, Айбулат апа,сайт бик ныk оkшаны,рахмат.Алдагы кондарза уныштар телайем.Мин Зайнулла хуснитдиновтын малайы буламын.рахмат
Ответ: Һаумыһығыҙ! Мин ағай булам Һиңә, ҡустым... атайың минән ике йәшкә олораҡ ине... Изге теләктәрең өсөн, рәхмәт! Атайыңдың тыуған яҡтарын онотма!
|
87.
valima
(04.03.14 15:52)
0
Рэхмэт инде Айбулат кустым.ауыл янылыктарын тик hинен сайт аша гына белэм хэзер,хозай hаулык бирhен,йыбанма шулай.
|
86.
Нурида
(01.01.14 11:48)
0
Яңы йыл менән Айбулат -Яңы йыл менән ауылдаштар,Барығыҙға ла иҫәнлек -һаулыҡ теләп-ошо йыл иң изге -иң уңышлы булыуын теләр инем..Ә минең өсөн Аллаға шөкөр Яңы йыл тәүге бүләген-Үҙемдең китабымды ҡулға алыу бәхетен бирҙе..Китап туйына Алла бирһә ауылдаштар менән осрашыу теләгем бар-Хоҙай инде ошо көндө насип итһә тигән уй-теләктә янып йөрөйөм...Сөнки минең шиғырҙарым ауылым..йшлегем -тыуған яҡ-тыуған йортом тураһында...Осрашырға яҙһын ауылдаштар.....Яңы йыл менән-яңы уңыштар менән....Сәләм менән-Нүриҙә апайығыҙ.
|
85.
Нурида Тухватуллина
(17.09.13 11:18)
0
Сәләм кусты"Ситәге кешегә куберәк куренә икан-ана купме халык һинең эшеңә баһа бирә-тимәк юкка тугел-Так что не вешай носа))))))))))Уңыштар юлдаш булһын..Кеше һүҙенә ҡарама-кеше булғанды кеше бер вакытта ла-бер ерҙә лә яратмай-по себе знаю))))))))))))Кеше сипрандай икан тимак һин чего -то стоишь...Даже больше того чего ты ждал...
|
|