Суббота
04.05.24
19:25
Категории раздела
Мои статьи [3]
Исторические статьи [24]
Статьи ознакамливающие посетителей историческими материалами
Просто интересное... [10]
Интересные, с точки зрения авторов, материалы
Статьи учащихся [8]
В данном разделе - статьи молодого поколения
Статьи односельчан [15]
Статьи об односельчанах [65]
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Наш опрос
Я считаю, что жить в деревне:
Всего ответов: 125
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Каталог статей

    Главная » Статьи » Исторические статьи

    Тамйан иле гүзәл Башҡортостан
    Тамйан иле гүзәл Башҡортостан.
     
    Башҡорт халҡының ҡаһарман тарихын ентекләп өйрәнеү өҫтөндә оло, мәртәбәле ғалимдарыбыҙ ғына түгел, бәлки зыялыларҙа ҙур ихласлыҡ һала. Улар оло Башҡортостанда ла сит өлкә - республикаларҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында ла бар, күмәк тырышлыҡ файҙаға ғына, шулай уҡ төрлө кимәлдә үткән район, республика, төбәк- ара хөкүмәтебеҙ Башҡорт ҡоролтайы ойошторған оло – кесе йыйындар, осрашыуҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар тос өлөшөн индерә. Артабанда ла тарихыбыҙға дәүләт кимәлендәге ихтибар, үткәнебеҙгә үҙебеҙҙә ихтирам менән ҡарағанда иманым камил башҡорт тарихы тәү асылында донъяға танылыр.
    " Тарих яҙыр инем ташына”- тип йырлана мәшһүр халыҡ йырында, ысынлап та, тик тау-таш тауҙарҙа йәшәгән кеше генә ошолай образлы итеп үҙенең халҡының яҙмышын, тарих ысынбарлығын ташҡа яҙа, сағыштыра, тасуирлай ала. Ошонан ғына алғанда ла, халҡыбыҙҙың тарихын тауҙарҙа, таштар-ҡаяларҙа, сағылдарҙа вә түбәләрҙә,үрҙәрҙә бөгөнгәсә һаҡланған эҙҙәрҙән, исем – атамаларҙан күҙалларға була әле.
    Тарихсыларыбыҙ башҡорт халҡының формалашыу осорон өйрәнгәндә, уның мәжүсилек нигеҙендә , тик билдәле Тауҙар (Урал) ареалында ойошоуын иҫәпкә алмайҙар, исем, ер-һыу атамаларының мәғәнәһенә, сығышына ихтибар итмәйҙәр. Халҡыбыҙҙың XIII – XYI быуаттарҙа татар-монгол яулап алыусылары, XYI – XIX быуаттарҙа рус колонизацияһы осорҙарында туҙҙырылған ҡәбилә-ырыу системаһы, бөгөнгө көнгәсә лә танымаҫлыҡ хәлдә.Боронғо ил тураһында тәү башланғыс мәғлүмәт алырға булһа, күп осраҡта дөйөм фараздарға ҡоролған, сит бауыр хәтеренә таянған "ташҡа үлсәйем” әҙер хеҙмәткә юлығаһың. Үҙебеҙҙең ил-халыҡ хәтеренә таяныу юҡ иҫәбендә. Башҡорт тарихын яҡшылап, төпсөрләп, комплекслы өйрәнеү юҡ, күп осраҡта тарихи материалдарҙы сит телдәрҙе (бигерәк тә ғәрәп, фарсы телдәре) төплө белмәү сәбәпле өйрәнеү һай.
     Башҡорт теле - сит тел һәм сит тел - башҡорт теле һүҙлектәре етешмәй. Тағы ла ғилми эштәр өҫтөндә эшләп, башҡорт шунан күскән, бынан килгән, тип иҫбатлаусы ғалимдарҙың хеҙмәт емешен төҙәтеп булмаҫ оло хаталар тора. Ғөмүмән XYIII –се быуат рус батшалығының башҡорттарҙы тулыһынса колонизациялауҙы тамамлау осоро булып тора. Әлбиттә милләт өсөн был дәүер афәттең дә афәте, милләттең тамырына балта сабылған ваҡыт. Шулай ҙа милләт хәтере бер ваҡытта ла юйылмай,быуындан-быуынға тапшырыла, күсерелә бара, был хәтер " шәжәрә”, тип атала ла инде. "Беҙ Шаһғәле Шаһман тоҡомдары” аҫтында хәҙерге Әбйәлил,Белорет,Миәкә,Мәләүез районындағы һаҡланған шул халыҡ хәтеренә, яҙма һүҙҙән, башҡа мөмкинселектәрҙән файҙаланып Тамйан ҡәбиләһенең ысын йөҙөнә ҡарай алабыҙ.
    Ҙур милләтебеҙҙең арҡа һөйәген тәшкил иткән Тамйандарҙың шәжәрәһе тергеҙелде, аяҡҡа баҫтырылды, тип әйтһәк дөрөҫ булыр. Бөгөнгө көнгә шәжәрәнең нигеҙен тәшкил иткән, Йомор бей, Боранғол бей тамырҙары, Шаһғәле Шаһмандың бишенсе улы Килдейәрҙән таралған тамырҙар Ҡусҡар Мәхмүтов, алдан 1967-1980-се йылдарҙа ҡушылған Ҡаһарман Сәйетғәлиндың шәжәрәһе кеүек, оло шәжәрәгә ҡушылды. Шулай итеп, урындағы тарихты өйрәнеүселәр Салауат Хәбрахман улы Рәжәпов,Ғәзим Ғәлим улы Усманов,мәрхүм Йомор Ғәбделәүәл улы Атауллин, мәрхүм Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов, мәрхүм Фәтих Фазыловтың,ошо юлдарҙың авторы, Хәдис Хәмит улы Ниғмәтуллиндың, тырышлыҡтары тормошҡа ашты. Ҙур Тамйан шәжәрәһе үҙенең эсенә Шаһғәле Шаһмандың улдары Бураштан, Буралынан, Килдейәрҙән, Сыуаҡтан, Ысмаҡтан/Смаҡ/ таралған тамырҙарҙы берләштерҙе, дөйөмләштерҙе. 
     
    Х.Х.Ниғмәтуллин. Асҡар ауылы.2011 йыл.
     
     
    Башҡорт иленең иң бороңғо, эре ҡәбиләләренең береһе булған Тамйандың башында бынан 4,5 быуат элек заманының алдынғы ҡарашлы, халҡы алдында сикһеҙ абруйлы, көс-кеүәте ташып торған бәһлүән кәүҙәле шул уҡ ваҡытта кешегә йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл да, кәрәк урында тимерҙәй ҡаты, үҙ һүҙле лә булған шәхес – Шаһғәле Шаһман торған.
    Шаһғәле Шаһман Башҡорт халҡының Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуға башлап йөрөүсе Башҡорт етәкселәренең береһе.
    1555-1556 йылдар Үҫәргәндән – Бикбау бей, Ҡыпсаҡтан – Мешәүәле Ҡараҡужаҡ бей, Тамйандан – Шаһғәле Шаһман бей урыҫ батшаһы Иван-IV-сегә бара. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә был башҡорт ҡәбиләләре рус дәүләтенә ҡушыла.
     Улар Аҡ батша Иван-IV ҡулынан жалованный грамота һәм ергә аҫабалыҡ (вотчинник) хоҡуғына ергә грамота алалар.
    Тамйандар Верхнеуральск өйәҙендәге Тамйан-Таңғауыр волосында 50-гә яҡын ауыл (йорт) булып, бөтәһе 530 десятина ер биләгәндәр. Бөгөн Тамйан-Таңғауырҙар Белорет районының көнъяк-көнбайышында, Бөрйән районының төнъяғында, Мәләүез районында - әлбиттә Әбйәлил районында күпселектә, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Табын (күбәләк) ырыуҙары ярсыҡтары менән бергәләп йәшәйҙәр.
    Шаһғәле Шаһмандың йәшәгән, ғүмер юлын үткән тыуған ауылы Ҡаһарман хәҙерге ваҡытта Белорет районы биләмәһенә инә, ул шунда вафат булған, зыяраты бар, һаҡлана. Ш.Шаһмандың Әбйәлил районында шәжәрә буйынса 20-се быуаттың һуңғы тиҫтә йылдары эсендә һәм 21-се быуат башында ун ике теүәл тармағы тергеҙелде.
     
     Беренсеһе: Тамйан – Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей –Дәүман (Дәмин) бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе – Юлдашбай – Ҡурсай – Ҡарасман – Юлдаш – Яныбай - Әбделкәрим – Йыһанша – Сәетғәле – Ҡаһарман – Тимербулат – 21 быуын, Бураш Боранғол ауылында йәшәгән.
     
    Икенсеһе: Тамйан – Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей – Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Йомор (бей) – Иһәш (тархан) – Тәүәш (батыр) – Йосоп – Илбаҡ – Солтанғәле – Баймөхәммәт – Фәтхулла – Атаулла – Ғәбделәүәл – Йомор – Ринат – Азамат - 29 быуын.
     
    Өсөнсөһе: Тамйан – Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей - Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Йомор (бей) – Иһәш (тархан) – Тәүәш (батыр) – Йосоп – Илбаҡ – Солтанғәле – Баймөхәмәт – Фәтхулла – Ғилман – Ғүмәр – уландары 4: Рафаил, Илдар, Наил, Илшат – 27 быуын.
     
    Дүртенсеһе: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей - Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Йомор (бей) – Мәмбәтәй – Солтанғужа – Ҡарабай – Күсем – Ғөбәйтулла – Мотал – Зиннун – Тайып – Таһир – Салауат – Булат – 28 быуын.
     
    Бишенсеһе: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей - Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Боранғол – Байтүрә - Йәнтүрә - Байгилде – Бүҙәнбай - Бохарбай – Уралбай - Ҡасҡынбай – Хәлиулла - Әҙәт – Яңыбай - Әбделмотал – Бикйән - Әхмейән – Мәғәфүр – Ишбулды – Йәғәфәр: улдары Хәбир, Ишморат, Кәбир, Ғәйәр, Фәнүр, Хәйҙәр, Шайморат – 33 быуын.
     
    Алтынсыһы: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Боранғол – Байтүрә - Йәнтүрә - Бохарбай – Ҡасҡынбай – Хәлиулла - Өмөт (Өмөтбай) – Кинйәбай – Миңлебай – Кинйәморат – Фәхретдин – Хәйрулла – Ғәбдрафиҡ – Яңыбирҙе – Йәнйегет – Рәмил – 32 быуын.
     
    Етенсеһе: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Боранғол – Байтүрә - Йәнтүрә - Бохарбай – Ҡасҡынбай – Хәлиулла - Өмөт (Өмөтбай) – Кинйәбай – Нәҙербай – Оморҙаҡ – Ҡауый – Ғәзиз – Айсыуаҡ – Айтуған -30 быуын.
     
    Һиғеҙенсеһе: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Боранғол – Байтүрә - Йәнтүрә - Бохарбай – Ҡасҡынбай – Хәлиулла - Өмөт (Өмөтбай) – Кинйәбай – Хашим – Баттал – Әмин – Абдрахман - Әхмәдей, Ханнан – 29 быуын.
     
    Туғыҙынсыһы: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин ) бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Боранғол – Байтүрә - Йәнтүрә - Бохарбай – Ҡасҡынбай – Хәлиулла - Өмөт (Өмөтбай) – Абдулла – Ғиниәт – Шөғәйеп – Иштимер, Муллабай, Тимерйән – 27 быуын.
     
    Унынсыһы: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин)бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Боранғол – Байтүрә - Йәнтүрә - Бохарбай – Ҡасҡынбай – Хәлиулла - Өмөт (Өмөтбай) – Абдулла - Ҡарабай – Ғибәҙәт – Мөхәмәтмөнир – Мөхәмәтфәтих – Таштимер – Иштимер, Ишморат – 30 быуын.
     
    Ун беренсеһе: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Боранғол – Яҡшығол – Шәрипҡол - Әлибай - Өмөтбай – Нәҙерғол – Аҡбулат – Усман – Ғәфүр, Шәкур – 25 быуын.
     
    Ун икенсеһе: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей - Бураш – Тәңребирҙе - Юлдашбай – Ҡурсай – Кинйәғол – Муллағол – Йәхъя – Боранғол – Байдале – Вәли – Фазыл – Нурислам - Әнәс – 22 быуын.
     
    Ун өсөнсөһе: Тамйан - Шаһман бей - Тамам бей – Балун бей – Тамйан бей – Уразай бей – Мутай бей – Ҡырай бей – Дәүман (Дәмин) бей – Шаһман бей - Шаһғәле Шаһман бей – Килдийәр – Ҡуҙый (Ҡушый) – Нурмөхәмәт – Ейәнғол – Мәхмүт – Ҡусҡар – 17 быуын
     
    Х.Х. Нигматуллин. 
    Категория: Исторические статьи | Добавил: Айбулат (15.12.11)
    Просмотров: 1298 | Рейтинг: 1.0/1