Суббота
04.05.24
21:54
Категории раздела
Мои статьи [3]
Исторические статьи [24]
Статьи ознакамливающие посетителей историческими материалами
Просто интересное... [10]
Интересные, с точки зрения авторов, материалы
Статьи учащихся [8]
В данном разделе - статьи молодого поколения
Статьи односельчан [15]
Статьи об односельчанах [65]
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Наш опрос
Я считаю, что жить в деревне:
Всего ответов: 125
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Каталог статей

    Главная » Статьи » Исторические статьи

    Катехизис башкирской молодежи
    Катехизис башкирской молодежи
     
     Башҡорт! Кем булыуына, ҡайҙа йөрөүенә ҡарамаҫтан, бер генә мәлгә туҡта әле. Юлсы үҙ сәфәренең оҙон һәм ауыр өлөшөнә туҡтап алған кеүек, артыңа әйләнеп, үҙ юлыңа, үҙеңдең халҡың үткән юлға ҡарап ал.
    Тыуған ереңдең күҙ күреме етмәҫ иркен ҡырҙарын, бейек тау түбәләрен, үтеп булмаҫлыҡ тайга урмандарын, тап-таҙа тау йылғаларын күрерһең. Ҡасандыр, бик күп замандар элек һинең ата-бабаларың ошо ғәжәйеп ерҙәргә килеп ултырған. Улар ололар һүҙен тотоп матур, мул йәшәгәндәр, ябай һәм хәйләһеҙ, бер ҡатлы һәм ғорур, ҡунаҡсыл һәм йомарт, ҡыйыу һәм көслө булғандар. Мәңге шулай дауам итер кеүек тойолған. Ләкин бер заман һинең ереңә бүтән халыҡтарҙың балалары аяҡ баҫа башлаған.Тәүҙә улар берәмләп килгән, аҙағыраҡ тотош төркөмдәре менән ябырылған.Тәүҙә улар, һинең ҡунаҡсыллығыңа һәм бер ҡатлылығыңа иҫәп тотоп, матур, бай ереңә урынлашырға ялбарып рөхсәт һораған, аҙаҡ талап итеүгә күскән һәм һинең байлығыңды тартып ала башлаған: һин түҙҙең, уларҙың тәртибен аңһыҙ балаларҙың ҡыланышы һымаҡ күрҙең. Ул кешеләрҙең һиңә ҡарағанда бик күпкә хәйләкәр, яуызыраҡ, мәкерлерәк икәнен белмәй инең. Үҙ ваҡытында урынына ултыртмаһаң, уларҙың бик тиҙ онотоусан икәнен дә белмәнең. Улар изгелекте хәтерләмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. Һин уларға үтә ныҡ аҙырға мөмкинселек бирҙең. Һәм бер көн килеп түҙемдән сыҡтың... Һуғыш! Ер йөҙөндә тиңдәше булмаған һуғыш башланды. Оҙаҡ йылдарға һуҙылды: туҡтаһа – яңынан башланыр өсөн генә туҡтай ине. Һин дошмандарҙы ҡыуа торҙоң, ләкин күпмелер ваҡыттан һуң яҡшы ҡоралланған ғәскәр тыуған ереңә ҡабат үтеп инә торҙо. Ағай-энеләреңде, апай-һеңлеләреңде, туғандарыңды киҫте, аҫты, яндырҙы, юҡ итте. Йәш балалар үҫеп етеп, яугирҙарҙың яңы быуындары тыуҙы, азатлыҡ өсөн көрәште улар дауам итте. Әммә яңы быуындарҙы ла һәләкәткә дусар ителгән ата-бабаларҙың яҙмышы көттө. Иҫән ҡалғандарҙың ҡайһылары төшөнкөлөккә бирелеп, дошман алдында тубыҡланырға мәжбүр булды, ә ҡайһылары, яраларҙан, ғазаптарҙан ҡоралдарын ҡулдарына ҡыҫып тотоп, үҙ ерҙәрен ташлап китте. Тауҙар аша артылғанда, күҙ йәштәренә быуыла-быуыла, мәңгелеккә ҡалдырасаҡ ата-бабалар еренә һуңғы тапҡыр күҙ ташланылар.
    Быуаттар үтте, көрәш ысулдары, алымдары үҙгәрҙе. Хәҙер инде уны мотлаҡ хәрби юл менән алып барыу ҙа кәрәкмәне. Көрәштең асылы ғына үҙгәрмәне – тыуған ереңә хужа булыу хоҡуғы. Һин һәм халҡың был көрәштә еңелдегеҙ. Һин хәҙер бында хужа түгел, ерең һинеке түгел: уның байлыҡтары ситкә китә, халҡың кәмһетелгән. Һин артҡа сигенгәндән сигенәһең, упҡын ситенә яҡынлашаһың һәм уның төбөнә, үлемгә ҡараған кеүек ҡарап ҡысҡыраһың: ни өсөн? "Ни өсөн шулай килеп сыҡты?” - тип һорайһың. Үҙең үк яуап бирәһең: беҙ кешеләрҙең мәкерлектәрен белмәгән урман кейектәре кеүек үтә намыҫлы һәм үтә ышаныусан булдыҡ, дошмандарыбыҙҙың буш вәғәҙәләрен ысынға алдыҡ, йәберләүҙәрен ғәфү иттек, тирә-яғыбыҙҙы уратып алған урман-тауҙарыбыҙ, яландарыбыҙ кеүек, улар менән тыныслыҡта, килешеүҙә йәшәргә теләнек. Шуның өсөн генәме. Юҡ! Беҙ бер ҡасан да берҙәм булманыҡ. Дошманға ҡаршы бер ҡасан да бөтәбеҙ бер юлы күтәрелмәнек, һәр саҡ беҙгә үҙебеҙҙең эске ығы-зығыларыбыҙ, бәхәстәребеҙ ҡамасауланы, дошман һәр саҡ быны оҫта файҙаланды. Ни өсөн берҙәмлек булманы? Нишләп бер ырыу һуғышҡанда, икенсеһе өйҙә ултырҙы, өсөнсөһе дошманды яҡланы? Сөнки милләтте берләштереүсе берҙәм идея булманы: ҡаты тәртип, дөйөм етәкселек менән эш иткән, һатлыҡ йәндәрҙе һәм ҡурҡаҡтарҙы аяуһыҙ хөкөм иткән ойошма етешмәне.
    Бөгөн ундай милли идея бар, ул - башҡорт халҡын ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу, үҙ дәүләтебеҙҙе булдырыу, бөтә башҡорттарҙы берләштереү. Былар бөтәһе лә - идея; үҙаллы дәүләт, берҙәмлек-маҡсатыбыҙ, ләкин шулай уҡ – маҡсатҡа ирешеү саралары ла.
    Һеҙҙең интегеүҙәрегеҙҙе, кәмһетелеүҙәрегеҙҙе, алла оҙаҡ күрҙе, башҡорттар. Бөгөн ул һеҙгә ҡотолоп йәшәп китеү өсөн һуңғы мөмкинлеген бирә. Һеҙҙең мәңгелек дошманығыҙ ҡаты ауырый, хәлһеҙ. Ләкин был оҙаҡ бармаясаҡ. Өлгөрөргә кәрәк.
    Арағыҙҙан кемегеҙ ошоно эшләр, башҡорттар?! Бары тик һин! Һинең бөтә милли геройҙарың да йәш булған. Яугирҙарҙың яңы быуындары үҫеп етеү менән, улар изге көрәшкә күтәрелеп, баштарын һала торғандар. Һәр саҡ шулай – һинең иң йәш һәм көслө милләттәштәрең.
    Әммә бөгөн беҙ үҙебеҙгә яуҙа һәләк булырға ирек ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Иң йәш һәм иң көслөләрҙең үлеме – халыҡтың үлеме тигән һүҙ. Ул һуңғы йыр, бүреләрҙең һуңғы һунары булыр ине. Нисек кенә теләһәк тә, ҡылыстарҙы һындан һурып, бер һелтәүҙә бөтә проблемаларҙы хәл итергә тырышырға юл ҡуя алмайбыҙ. Әгәр йәшәргә теләһәк, оҙаҡ һәм ныҡышмалы эшләргә тейешбеҙ. Бөтә тормошобоҙ ошоға арналырға тейеш. Беҙ үҙебеҙгә бүтән халыҡтарҙағы – рустарҙағы, еврейҙарҙағы, татарҙарҙағы, литваларҙағы, немецтарҙағы иң һәйбәт сифаттарҙы алып, шуларға эйә булырға тейешбеҙ. Маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн бөтә саралар һәм методтар ҙа ярашлы. Халыҡтың ҡасан берҙәм булырын көтөп ятмағыҙ, ул берҙәмлектең нигеҙен үҙегеҙ һалығыҙ. Башҡорттар, белегеҙ һәм онотмағыҙ – йыш ҡына һеҙ үҙегеҙ ҙә изгелекте хәтерләмәй, уға изгелек менән яуап ҡайтармайһығыҙ. Милли характерҙан был һыҙатты йолҡоп ташлағыҙ. Ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтегеҙ, үҙегеҙ ярҙам иткәндәр ҙә һеҙгә рәхмәтле буласаҡ. Ҡурҡаҡтар һәм һатлыҡ йәндәрҙе язаһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы үҙ тирәгеҙҙән айырығыҙ: йәмәғәтселектең түҙеп торғоһоҙ ҡарашын тыуҙырығыҙ. Яҡындарын һатҡан кеше ҡасан да булһа беҙҙең милли мәнфәғәтебеҙҙе лә һатасаҡ, ә ундайҙарға арабыҙҙа урын булырға тейеш түгел. Милләтте бысраҡлыҡтан таҙартырға ваҡыт!
    Белемле, уҡымышлы, күп өлкәләрҙән хәбәрҙар булығыҙ. Үҙегеҙ һәм бүтән башҡорттар тураһында ыңғай йәмәғәт фекере тыуҙырығыҙ. Кешеләргә, айырыуса, дошмандарығыҙға, йышыраҡ йылмайығыҙ. Әгәр ҙә янарға, ҡурҡытырға теләһәгеҙ, уны ла йылмайып башҡарығыҙ – ышаныслыраҡ сығасаҡ. Йәмғиәттә үҙегеҙҙе тоторға өйрәнегеҙ. Туп-тура баҫып, йыйнаҡ йөрөгөҙ, асыҡ, матур итеп һөйләшегеҙ, тура һүҙле, ҡыйыу булығыҙ. Башҡаларҙы тыңларға өйрәнегеҙ, уларҙың проблемаларын аңларға тырышығыҙ. Ғәҙәттә, кешеләр үҙҙәрен тыңлай белгәндәргә ҡарата һәйбәт мөнәсәбәт һаҡлайҙар. Һәр ваҡыт сама белергә, тыныс, ғәҙел булырға ынтылығыҙ. Шул уҡ ваҡытта һеҙҙең ғорур, ҡыйыу, көслө икәнлегегеҙ бүтәндәргә күренеп торһон. Һеҙҙең тәртибегеҙ – милләт тәртибе. Милләт намыҫына тап төшөрөрҙәй һүҙ ишетһәгеҙ, бер ваҡытта ла битараф ҡалмағыҙ, ғәфү итмәгеҙ, ләкин уны тыныс һәм лайыҡлы яҡлағыҙ. – Ҡулдарҙы һелтәп, күҙҙәрҙе ялтыратып, тамаҡ ярып ҡысҡырыуға барып етмәгеҙ. Бәхәсләшкән кешегеҙҙең йөҙөнә тура ҡарап, уның хаҡһыҙлығын тыныс йылмайып аңлатһағыҙ, маҡсатығыҙға тиҙерәк ирешерһегеҙ. Башҡорттарға транспортта, эштә, урамда – теләһә ниндәй шарттарҙа ярҙамға килегеҙ. Дошмандарығыҙ белһен – бер башҡортҡа тейһәләр, күптәр менән эш итергә тура киләсәк. Бындай шартлы рефлекс әлегә юҡ, беҙгә уны булдырырға тура киләсәк.
    Башҡорттар! Бер-берегеҙгә тотоноғоҙ, ярҙам итешегеҙ. Был уҫал, ауыр тормошта бары тик бергә, бер-берегеҙҙең терһәген тойоп, ауыр минутта ярҙам ҡулы һуҙышырыбыҙҙы белеп, йә иһә милләт мәнфәғәттәрен һатҡанда, шул терһәк менән төртөп тә ебәрәсәктәрен һиҙеп йәшәгәндә генә нимәгә булһа ла ирешә аласаҡбыҙ.
    Беҙҙең маҡсат – буласаҡ ирекле дәүләтебеҙҙең хакимлығына килеү. Юғарыға бергәләп, бер-беребеҙҙе тартып, ярҙам итешеп үрмәләгәндә генә уға ирешә аласаҡбыҙ. Унда берәмләп түгел, ә ойошҡан, берҙәм, тәртипле легион булып бөтә бөтә фронт һәм бөтә йүнәлештәр буйынса үҙ шартыбыҙ менән килергә тейешбеҙ.
    Төрлө яҡлап алдан күрә белеүсәнлек, етәкселек характеры тәрбиәләгеҙ. Балаларығыҙҙы яугирҙарса ҡыйыу, көслө итеп үҫтерегеҙ. Үҙ милләтегеҙҙең ҡыҙҙарына өйләнергә тырышығыҙ. Ҡатынығыҙ йә ирегеҙ башҡорт булмаған хәлдә лә, балаларығыҙҙы башҡорт итеп тәрбиәләгеҙ. Балаларығыҙ аңы, уй-ҡараштары буйынса башҡорт булырға тейеш, ә сит милләтле ирегеҙҙе, ҡатындарығыҙҙы, уларҙың туғандарын әкренләп үҙ милләтебеҙгә файҙалы рухта тәрбиәләгеҙ. Ваҡыты еткәс, башҡорт булмаған ошондай кешеләрҙең йәмәғәтселек фекере беҙгә ярҙам итәсәк. Үҙегеҙҙе һәр саҡ лайыҡлы тотоғоҙ. Һеҙҙең башҡорт, ошо ерҙең хужаһы икәнлегегеҙҙе бөтәһе лә күреп торһон, онотмаһын. Ләкин үҙегеҙҙе милләтселектә ғәйепләмәҫлек булһын. Әгәр янау һиҙҙегеҙ икән, үҙегеҙ ғәйепләгеҙ. Беренсе булып һәм шундай итеп бағығыҙ – дошманығыҙ иҫенә килә алмаһын. Кемде ғәйепләһәң, ул һәр саҡ теләйме-теләмәйме, аҡланып маташа, ә аҡланыусы кеше былай ҙа яртылаш ғәйепле. Вазифа биләгән, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә алған башҡорттар менән эш алып барығыҙ. Уларҙа милли рух тойғоһон ҡуҙғатырға тырышығыҙ. Әгәр ҙә килеп сығырлыҡ түгел йәки ундай кеше һеҙгә аяҡ сала икән, уның эшмәкәрлеген баһалап, хөкөм хаҡында иҫкәртегеҙ, бүтән башҡорттар алдында тарихи йөҙөн асып һалығыҙ. Беҙгә маңҡорттар, әпнәкәйҙәр кәрәкмәй. Вазифалы урындар ышанып тапшырылған кешеләргә беҙ һәр саҡ таянырға тейешбеҙ. Шуға күрә халыҡҡа файҙа, ярҙам итерҙәй бөтә нәмә хаҡында бер-берегеҙгә белдереп тороғоҙ. Информация – уҙыштың кәрәкле элементы. Яғымлы, итәғәтле булығыҙ! Төрлө компанияларҙың үҙ кешеһенә әйләнергә тырышығыҙ. Төрлө йәштәге, төрлө ҡараш, һөнәр кешеләре менән уларға аңлайышлы телдә, улар өсөн яҡын мәсьәләләр хаҡында һөйләшегеҙ: был һәр кемгә оҡшай. Кешеләр һеҙгә ышаныс һәм хөрмәт менән ҡарай башлаясаҡ. Һеҙҙең ҡарашығыҙға ҡолаҡ һалып, иҫәпләшәсәктәр. Беҙҙең милләтселек күҙгә бәрелеп торорға тейеш түгел. Бөтәһе өсөн беҙ, иң беренсе сиратта, һәйбәт, тәртип белгән кешеләр булайыҡ, берәй көн улар ошондай кешеләрҙең бөтә башланғыстарын яҡлаясаҡ. Ғәҙеллек, кешелеклелек, демократия, хоҡуҡ хаҡында күберәк һүҙ йөрөтөгөҙ, шул уҡ ваҡытта әшәкеләрҙе, дошмандарҙы фашларға ла онотмағыҙ, изгелек лозунгыһы дуҫтарға ғына ҡағыла, дошмандарға аяуһыҙ булығыҙ. Бөгөн бәләкәс кенә йәберләүҙе ғәфү итһәгеҙ, киләсәктә лә ҡалҡып сығыуына юл ҡуясаҡһығыҙ. Башҡорттар тарихында бындай хәлдәр булды инде, ата-бабаларыбыҙҙың хаталарынан өйрәнегеҙ.
    Туған телдә мөмкин тиклем йышыраҡ һәм күберәк һөйләшегеҙ. Ҡайҙа булһа ла – эштә, урамда, транспортта, ял иткәндә, дәүләт учреждениеларында. Ләкин үҙ телендә насар һөйләшкән йәки уны бөтөнләй белмәгән башҡорттарҙы ситләтмәгеҙ, кәмһетмәгеҙ. Был уларҙың ғәйебе түгел, уңайһыҙлыҡтарын еңеп сығырға төрлөсә ярҙам итегеҙ. Уларҙы башҡорт телендә аралашыуға киңерәк йәлеп итегеҙ. Барыһынан да мөһимерәге – башҡорт милли үҙаңы. Ул бар икән – тел дә булыр. Милли үҙаң булмаһа, телде белгәнлектең генә файҙаһы аҙ.
    Башҡорт йәштәре! Халҡыбыҙ өсөн яуаплылыҡ хәҙер бары тик һеҙҙең генә өҫтөгөҙҙә. Алдағы көрәштең элеккеләренә ҡарағанда бик күпте талап итеүен белеп ҡуйығыҙ. Беҙҙең халыҡҡа батырлыҡ һәр саҡ хас булды. Ләкин бөгөн ул ғына етмәй. Беҙгә зыялылыҡ һәм мәҙәнилек, белем һәм берҙәмлек, тәртип һәм ойошҡанлыҡ, оҙаҡ һәм уңышлы эшләй белеү һәм, һуңғы аргумент булараҡ, көс менән ҡыйыулыҡ кәрәк. Беҙ башҡорттоң ҡалыплашҡан иҫке һыҙаттарын – ябайлыҡты, мәжнүнлекте, ялҡаулыҡты юҡ итергә тейешбеҙ. Уның урынына яңы ҡалыплы – аҡыллы һәм мәҙәниәтле, ҡыйыу һәм эш яратыусан, аҡыллы һәм бай башҡортто булдырайыҡ.
    Беҙҙең тамырҙарыбыҙҙа – башҡорт ҡаны. Ҡан тауышы – иң көслөһө. Шул тауыш беҙҙе көрәшкә саҡыра. Ошо ауыр көрәштә бөтәбеҙгә лә уңыштар юлдаш булһын. Амин!

    Категория: Исторические статьи | Добавил: Айбулат (23.03.11)
    Просмотров: 1134 | Рейтинг: 0.0/0