Пятница
26.04.24
04:12
Категории раздела
Мои статьи [3]
Исторические статьи [24]
Статьи ознакамливающие посетителей историческими материалами
Просто интересное... [10]
Интересные, с точки зрения авторов, материалы
Статьи учащихся [8]
В данном разделе - статьи молодого поколения
Статьи односельчан [15]
Статьи об односельчанах [65]
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 331
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Каталог статей

    Главная » Статьи » Мои статьи

    Ауылымдың 5 батыры
    Асҡаров Насирйән Шаһишәриф улы.
    1928 йылда Рысҡужа ауылында тыуған. Бөтә ошо заман балалары кеүек хеҙмәт юлын бик иртә башлай. Ул осорҙа малайҙар 8 йәштән йәй көндәре колхозға күбә тарттырып, бесән әҙерләү эшендә ҡатнаша башлағандар…
    Башланғыс белемде Рысҡужа ауылында ала, ләкин ҡәһәрле һуғыш ошо заман малайҙарын бик иртә тормош тәртәһенә егә...
    Бик күптәрҙең атайҙары кеүек үк Насирйәндең атаһы Шаһишәрәф тә 8 балаһын ҡалдырып, илен яҡлап фронтҡа китә. Һәм ошо китеүҙән кире ҡайтмай - уның Сталинград өсөн батырҙарса һәләк булыуы тураһындағы хәбәре генә килә.
    Хеҙмәт юлын Насирйән ауылда колхоз эшендә башлай.
    1950 йылда уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Алыҫ Сахалиндә 3 йыл һалдат хеҙмәтен намыҫ менән башҡара ул. Был турала ошо осорҙа хәрби часть командованиеһы тарафынан бирелгән Почет грамотаһы асыҡ һөйләй.
    Әрменән ҡайтыу менән тағы колхоз эшенә егелә ул. Тиҙҙән уны бригадир итеп билдәләйҙәр. Бында ла һынатмай: комсомол райкомының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була, 1956 йылда Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнаша.
    1962 йылда Насирйән Шаһишәрәф улына Рысҡужа ауылы магазинына һатыусы эшен ышанып тапшыралар һәм ул ошо эштә 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Ә һәр эште намыҫ менән башҡарып өйрәнгән Насирйән бында ла һынатмай. Үҙенең хеҙмәт юлы осоронда ул район, республика, Рәсәй Федерацияһы һәм Союз потребкооперацияһының бик күп Почет грамоталарына (бөтәһе 24 дана) лайыҡ була.
    Бер нисә тапҡыр «Победитель соцсоревнования», «Ударник Пятилетки», «Ударник Коммунистического труда» билдәләре, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә, «Отличник Советской торговли» исеме бирелә.
    СССР Верховный Советы указы менән 1974 йылдың 8 апрелендә Асҡаров Насирйән Шаһишәрәф улы «Почет билдәһе»орденына лайыҡ була.
    Насирйән Шаһишәрәф улы тормош иптәше Мәүлиха инәй менән 5 ул һәм 3 ҡыҙ тәрбиәләп оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Ветеран әле лә сафта: ошоғаса Рысҡужа ауылы мәсете имам-хатибы бурысын намыҫ менән башҡарҙы. Әлеге ваҡытта Рысҡужала йәшәй.
     
    Басиров Сәрүәр Харис улы.
    1930 йылда Рысҡужа ауылында доньяға килгән. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә алғандан һуң колхозда төрлө эштәрҙә ҡатнаша башлай, был саҡта уға бары 9 - 10 йәштәр тирәһе була.
    Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ауылдан һуғышҡа яраҡлы ирҙәр фронтҡа алына башлай. Колхоз эше тулыһынса Сәрүәр ише малайҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар иңенә ята.
    Башҡа ирҙәр менән бергә атаһы Харис та бер нисә ағай-энеһе менән ил һаҡларға яу яланына китә. Уларға кире тыуған яҡтарға ҡайтыу насип булмай – Тыуған ил өсөн батырҙарса һәләк була улар. 1948 йылдан башлап Сәрүәр Басиров тыуған ауылында колхозда мал тәрбиәләү эшенә егелә. Тәүге осорҙа башмаҡтар ҡарай, ә аҙаҡтан һарыҡ көтөүсе - чабан булып китә.
    1953 йылда Ҡаҙмаш ауылынан Ғәлиә Шәмғуноваға өйләнә. Бергәләп 8 бала – 5 ҡыҙ һәм 3 ул тәрбиәләйҙәр.
    Был осорҙа чабан эше колхозда иң ауыр, яуаплы эштәрҙең береһе була. Сәрүәр үҙен эшен ихлас, еренә еткереп башҡарыусы, тырыш чабан итеп таныта. Эшләү осоронда иҫәпһеҙ күп Маҡтау ҡағыҙҙары, премиялар менән бүләкләнә. Яҡшы эше санаторий, курорттарға путевкалар менән билдәләнә, уға хатта Бөтә Союз күләмендәге Сочи курортында ла ял итеү бәхете тейә.
    Яҡшы хеҙмәте «За доблестный труд», «Ударник 9-й пятилетки» знактары, ә 1971 йылдың 8 апрелендә Басиров Сәрүәр Харис улы СССР Верховный Советы указы менән «Октябрь Революцияһы» ордены менән билдәләнә. Ул – Коммунистар партияһына инә, район компартия бюроһы ағзаһы була, бер нисә тапҡыр партконференция делегаты итеп һайлана.
     Ауыр хеҙмәт, ас-яланғас үткән баласаҡ эҙһеҙ үтмәй – Басиров Сәрүәр Харис улы 1989 йылдың октябрь айында, 60 йәшенә лә етмәйенсә вафат булып ҡала.
     
    Мортазина Сания Яхъя ҡыҙы.
    Мортазина (Мәһәҙиева) Сания Яхъя ҡыҙы 1949 йылдың 8 ғинуарында Рысҡужа ауылында донъяға килгән. Башланғыс белемде Рысҡужала ала һәм уҡыуын 1959 – 1963 йылдарҙа Амангилде мәктәбендә дауам итә.
    1963 йылда уны уҡытыусы булыу теләге, 8 кластан һуң, Сибай педагогия училищеһына алып килә.
    Уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын 1967 йылда Үтәгән башланғыс мәктәбендә башлай. 1968 йылдан Амангилде мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы эшенә күсә. Ошо йылдарҙа ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтын тамамлай һәм  41 йыл ошо мәктәптә эшләй.
     Ире Сәғит Хәбиб улы менән 5 малай тәрбиәләп оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Үҙ эшен яратып башҡарыуы менән, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып тороуы менән башҡа уҡытыусыларға үрнәк булып тора.
    Сания Яхъя ҡыҙы – һәүәҫкәр композитор – балалар һәм ололар өсөн йөҙҙән ашыу йырҙар ижад иткән. Йырҙарын мәктәп эшендә коллегалары ла, үҙе лә һәр саҡ ихлас ҡулланып торалар.
    2002 йылда уның «Аҡ тирмә» исемле йырҙар китабы донья күрҙе.
    Хеҙмәт йылдары осоронда бер нисә тапҡыр «Социалистик ярыш еңеүсеһе» знагы менән бүләкләнде. Ул – Рәсәй мәктәптәренең мәғариф отличнигы.
    Ә Рәсәй Президентының 1999 йылдың 13 май указы менән Мортазина Сания Яхъя ҡыҙы - «Почет ордены» кавалеры. 2001 йылда ул Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының «Әсәлек батырлығы» эстафетаһында еңеп сыҡты. Сания Яхъя ҡыҙы хәҙерге ваҡытта Амангилде урта мәктәбендә хеҙмәтен тамалап, хаҡлы ял итә.
     
    Басиров Рафаэль Абдрахман улы.
    Басиров Рафаэль Абдрахман улы 1939 йылдың 17 февралендә Рысҡужа ауылында тыуған. Бөтә һуғыш осоро малайҙары яҙмышы кеүек уның да бала сағы аслыҡта, яланғаслыҡта үтә. Атаһы, ағалары ил яҙмышы өсөн фашист илбаҫарҙарына ҡаршы фронтҡа китәләр.
    Һуғышҡа киткән Басировтарҙан 1947 йылдың апрелендә Әширәф ағаһы бер үҙе генә иҫән-һау ҡайтып төшә… Ә бында уны аслыҡтан шешенгән туғандары ҡаршылай. Әгәр ағаһы ялан яғына - хәҙерге Таштуйға ғаиләне аслыҡтан ҡурсалап алып китмәгән булһа, улар менән ни булыр ине икән?..
    Рафаэль бик иртә совхоз эшендә ҡатнаша башлай. 1958 йылда совхозда ойошторолған тракторсылар курсында уҡып сыға һәм бөтә ғүмерен игенсе-механизатор эшенә бағышлай. Үҙенә тапшырылған бөтә эште лә намыҫ менән еренә еткереп башҡарыуы уны бик күптәргә өлгө итеп ҡуя. Йәнгел совхозында ғына түгел, ә бөтә районда билдәле алдынғы механизатор булып таныла ул. Үткән быуаттың илленсе йылдары СССР-ҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү осоро булып тарихҡа инә. Әбйәлил ерендә Йәнгел, Урал, Красная Башкирия исемле ҙур игенселек совхоздары барлыҡҡа килә. Сиҙәмде үҙләштереү, игенселек эше тырыш фиҙәкәр хеҙмәт талап итә.
    Рафаэль Абдрахман улы бында ла һынатмай, ошо осорҙа бер нисә тапҡыр биш йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса социалистик ярыш алдынғыһы булып билдәләнә.
    Ә 1966 йылда СССР Верховный Советы указы менән «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» орденына лайыҡ була. Рафаэль награда менән ҡанатланып, дәрт менән эшләүен дауам итә, башҡаларға үрнәк булып тағы ла тырышыбыраҡ эшләй, тағы ла ҙурыраҡ хеҙмәт еңеүҙәренә өлгәшә.
    1987 йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн СССР Верховный Советы указы менән «Октябрь Революцияһы» ордены менән наградлана.
    Рафаэль Абдрахман улы Рысҡужа ауылы ҡыҙы Һибәтова Зәкиәгә өйләнә, улар ике ҡыҙ һәм өс ул үҫтереп үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.
    Хәҙерге көндә ул Таштуй ауылында йәшәй, хаҡлы ялда.
     
    Ғиләжев Зәйнетдин Низаметдин улы.
    1932 йылдың 27 сентябрендә Рысҡужа ауылында тыуған. Биш кенә йәшендә әсәһен, ә 11 йәшендә атаһын юғалтып – үкһеҙ етем ҡала.
    Уның бөтә хеҙмәт юлы Красная Башкирия совхозы менән бәйләнгән. 12 йәшендә Озерное бүлексәһендә төрлө эштәр башҡара. 1946 йылда тракторсылар курсы тамамлап, тракторсы булып эшләй башлай.
    1952 – 1955 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң тракторсы булып эшләй.
    1961 йылда Озерное бүлексәһенә бригадир итеп билдәләнә.
    1965 йылда Красная Башкирия совхозының Һамар бүлексәһенә управляющий итеп күсерелә. Ошо эште намыҫ менән 10 йыл башҡара ул. Күп тапҡыр Красная Башкирия ауыл Советы, район Советы депутаты итеп һайлана.
    Намыҫлы хеҙмәте 1970 йылда «За доблестный труд» миҙалы, 1973 йылда «Социалистик ярыш алдынғыһы» миҙалы менән билдәләнә. Бик күп Почет грамоталарына лайыҡ була.
    Тырыш хеҙмәте, ойоштороу һәләте өсөн 1971 йылдың 8 апрелендәге СССР Верховный Советы Президиумы Указы менән Зәйнетдин Низаметдин улы«Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены менән наградлана. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 50 йылға яҡын.
     Тормош иптәше Райхана Рәхмәтулла ҡыҙы менән 4 бала: ҡыҙ һәм 3 ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Зәйнетдин Низаметдин улы Ғиләжев 1993 йылда хаҡлы ялға сыға. Ул 1996 йылда вафат булып ҡалды.
     
    Материалды Һибәтов Айбулат Cәрүәр улы әҙерләне.
    Категория: Мои статьи | Добавил: Айбулат (18.02.11)
    Просмотров: 1123 | Рейтинг: 0.0/0