Четверг
28.03.24
13:51
Поиск

Случайное фото из альбома сайта
,
Вход на сайт

Календарь
«  Июль 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 331
Друзья сайта
  • Прогноз погоды на ближайшие дни в Рыскужино
  • Прогноз погоды на 2 недели в Аскарово
  • Долгосрочный прогноз погоды на месяц
  • Выпускнику школы, абитуриенту
  • Покупка и продажа новых и б.у. авто
  • Покупка и продажа сельхозтехники
  • Управление по делам архивов РБ
  • Генеология и архивы
  • Сайт Абзелиловского района
  • Сайт Казмашевской средней школы
  • Сайт газеты "Осkон"
  • Сайт газеты "Киске Өфө"
  • Сайт газеты "Йәшлек"
  • Образовательный портал РБ
  • Cайт ХК "Салават Юлаев"
  • Историко-краеведческий портал Зауралья "Ургаза"
  • Трезвость - норма жизни
  • Башҡорт йәштәре порталы "Йәшлек"
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • База знаний uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0

    Сайт деревни Рыскужино

    Главная » 2018 » Июль » 30 » Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға
    11:36
    Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

    Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға...

    Ҡыҙ баланы ҡыуандырыу тигән ғөрөф-ғәҙәт башҡорт ғәиләләрендә борондан килә.Уларға тыуғас та һаулыҡ, бәхет, тәүфиҡ теләгәндәр.Ҡәҙерләп-һөйөп үҫтергәндәр.Ҡыҙ бала буй етһә кейәүгә китәсәге тураһында аңына һеңдереп, инселәп бирнә һандығы эшләткәндәр. Ризыҡтан да иң элек өлөштө ҡыҙ балаға бүлгәндәр.Ҡиммәтле биҙәүестәр, матур кейемдәр бүләк итергә тырышҡандар. Улар өсөн генә кис ултырыу, аулаҡ өйҙәр, серҙәш әхирәттәр, еңгәләр менән аралашыу ойошторолған. Изге теләктәр, үҙ бәхетен табып, төшкән еренә таштай батыуын теләгәндәр.Бала саҡтан, тормошта кәрәк буласаҡ ҡул эштәренә, бешереү-төшөрөү, тәрбиә-тәртипкә, олоно оло , кесене кесе күреп ҡәҙер итергә өйрәткәндәр. Кейәүгә биреп, оҙатҡан саҡта, иң шәп түшәк-ҡаралты, кейем-һалымды , мал-тыуар шул иҫәптән ғәилә байлығы булып иҫәпләнгән, әсәйҙәрҙең ҡашмау – селтәрҙәре лә йола буйынса оло ҡыҙына биреп оҙатыла.Оло ҡыҙын бай-етеш оҙатһа, кесе ҡыҙҙар уға ҡарап баһалана.

    Шәмбе көнө Рысҡужалар ҙа ситтә йәшәгән ҡыҙҙарын ҡунаҡҡа саҡырып ҡыуандырҙы. Тыуған ауылына ҡыҙҙар ҡайтты. Ауыл урамы,Ҡаран тауы итәге, Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы туғай шат тауыштарға күмелде.Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәп, оҙаҡ йылдар бер-береһе менән күрешә,осраша алмаған оло апайҙар,әхирәттәр,һеңлеләрҙең йөҙҙәре балҡып, күҙ йәштәре аша йылмайып күреште. Ошо сараны ойоштороусыларға бигрәктә үҙ аҡсаһына аҙна-ун көн буйы сәхнә өсөн таҡта юллап уны эшләтеүсе,һый-хөрмәткә һарығын да, тәм-томонда табыусы ауылдың старостаһы Вәкил Баҡыевҡа, апай-һеңлеләренә ҙур, күңелле концерт әҙерләп ҡыуандырыусы,”Ҡыҙылым” фольклор төркөмө һәм ауылдың ағинәйҙәр клубы етәксеһе Зөһрә Мәһәҙееваға, клуб мөдире Фирүзә Хөсәйеноваға рәхмәттәрен, бүләктәрен йәлләмәнеләр. Байрамдан һуң бер-ике көн үткәс шылтыратып рәхмәт әйтеүсе,ҡ ыуаныстарын белдереүселәр күп булды. Ғүмерҙәре ситтә үтһә лә, күңелдәрендә матур хәтирә булып ҡалған еләк тиргән, бесән сапҡан туғай-урмандарын,т ау-йылғаларын, уйнап үҫкән урындарын онотмаған ҡыҙҙарҙың ҡыуаныуын күреү үҙе ҡыуаныс.

    Айһылыу Хәсәнова.(Йондоҙ гәзитендә баҫылды)

    Просмотров: 1145 | Добавил: Айбулат | Рейтинг: 3.0/2
    Всего комментариев: 0
    Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
    [ Регистрация | Вход ]