Главная »
2015 »
Январь »
1 » Пожелания поэтессы
|
Нурида Ильгамова
Вчера в 13:55
Яңы йыл теләктәре...
...Тағы бер йыл ғүмер үтеп китте-
Уйландыра...бер аҙ яманһыу...
Шөкөр әле имен генә үтте,
Тетрәмәне шөкөр,ер һәм һыу...
Тағы бер йыл ғүмер өҫтәүенә-
Нисек үпкәләрһең уйлаһаң...
Әле яңы үрҙәр бар яулайһы-
Күпме бәхетле көн туйлайһы?!
...Бирешмәйбеҙ шөкөр һынауҙарға,
Халҡыма хас рухтар ныҡлығы,
Һаман алға...үргә ынтылабыҙ-
Йәндәр ҡаяларға ҡаҡлығып...
Илгә-телгә һүнмәҫ һөйөү хисен-
Йәнебеҙгә уйған әсәбеҙ!...
Яманлыҡтан Илде һаҡлайыҡ,
Дошман һүҙен уттай ялмайыҡ!...
Телебеҙ үткер-өнһөҙ ҡалмайыҡ-
Киләсәкте утҡа һалмайыҡ!
Ил тарихын һанлай беләйек-
Киләр быуындарға бүләйек!
|
Просмотров: 572 |
Добавил: Айбулат
| Рейтинг: 3.0/2 |
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[
Регистрация |
Вход ]